Ташбаш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ташбаш,ташый, ҡомтөркөс, ҡомай, хөмәй (лат. Gobio gobio, рус. Пескарь) — ҡара-йәшел, һоро йәки һорғолт-йәшел төҫтә, сыбар ваҡ йылға балығы. Оҙонлоғо 7-22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең көмөш төҫтәге ян-яҡтары, айғолаҡҡа яҡын уҡ башланып ҡойроғона тиклем теҙелгән 12-шәр ҡара йәки зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған. Аҫҡа ҡараған ауыҙының мөйәштәрендә ҡуш мыйыҡсаһы бар. Күкрәк йөҙгөстәре ян-яҡҡа тырпайып тора. Шуға, өҫтән ҡарағанда кәүҙәһе өскөл булып күренә.[1]. Европала, төньяҡ һәм көньяҡ диңгеҙҙәренән башҡа, киң таралған. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора.
Ентеклерәк мәғлүмәт ?Ташбаш, Фәнни классификация ...
? Ташбаш | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Gobio gobio (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
Ябырға