Карл Линней
From Wikipedia, the free encyclopedia
Карл Линне́й (швед. Carl Linnaeus, Carl Linné, лат. Carolus Linnaeus, 1761 йылда дворян титулын алғас — Carl von Linné; 23 май 1707 йыл, Росхульт — 10 ғинуар 1778 йыл, Уппсала) — швед тәбиғәтте өйрәнеүсеһе һәм табибы; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе; был системала бөтә биология фәнендәге тикшереүҙәр дөйөмләштерелә һәм тәртипкә һалына. Линнейҙың төп хеҙмәте — биологик төр төшөнсәһен билдәләү, биноминаль (бинар) номенклатура төшөнсәһен индереү һәм актив ҡулланыу, систематик (таксонометрик) категориялар араһындағы аныҡ бәйленеште билдәләү.[1]
Карл Линней | |
Carl Linné Carl Linnaeus Carl von Linné | |
| |
Тыуған көнө |
23 май 1707({{padleft:1707|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Росхульт, Смоланд, Швеция |
Вафат көнө |
10 ғинуар 1778({{padleft:1778|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (70 йәш) |
Вафат урыны |
Уппсала, Швеция |
Ил |
Шведская империя |
Ғилми даирәһе |
медицина, тәбиғәт белеме |
Эшләгән урыны |
Уппсал университеты |
Альма-матер |
Уппсал университеты |
Ғилми етәксеһе |
Улоф Рудбек (ҡустыһы) |
Уҡыусылары |
Список
|
Ниндәй өлкәлә танылған |
Тере организмдарҙың фәнни классификацияһына нигеҙ һалыусы |
Награда һәм премиялары | |
Автограф | |
Биологик систематика | ||
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «L.» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә . IPNI сайтында Был таксондар исемлеге IPNI сайтында Шәхси бите зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Linnaeus».
|
Линней — тәбиғәтте өйрәнеүсе иң билдәле швед ғалимы. Швецияла уны шведтарға үҙ илдәрен асҡан өсөн, сәйәхәтсе булараҡ хөрмәт итәләр, швед провинцияларында тикшеренеп, бер провинция икенсе провинцияға нисек ярҙам итә алғанын өйрәнә.[2] Шведтар өсөн уның флора һәм фауна тураһындағы хеҙмәттәре генә түгел, ә көндәлек булараҡ яҙып барылған сәйәхәтнамәләре ҡәҙерле. Был яҙмалар бай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған, әлеге көнгә тиклем нәшер ителә һәм уҡыла.[3] Хәҙерге әҙәби швед теленең барлыҡҡа килеүен Линней менән бәйләйҙәр, Линней фән һәм мәҙәниәт әһеле.[2]
Швеция короллеге фәндәр академияһы ағзаһы (1739, академияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе), Париж фәндәр академияһы ағзаһы (1762) һәм башҡа фәнни ойошмалар һәм академиялар ағзаһы.