From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу — Рәсәй Федерацияһының иҡтисади райондарға территориаль бүленеше. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙе ун ике иҡтисади районға бүләләр[1].
Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Булдырыусы | Рәсәй Федерацияһы иҡтисад үсеш министрлығы |
Рәсәйҙе иҡтисади районлаштырыу Викимилектә |
Калининград өлкәһе үҙаллы иҡтисади районға айырылған.
Рәсәй территорияһын иҡтисади районлаштырыу буйынса тәүге тәжрибәләр В. Н. Татищев хәҙмәттәренә ҡарай (XVIII быуат башы). Рәсәйҙә социаль-иҡтисади географияһының фәнни йүнәлеше булараҡ иҡтисади районлаштырыу XIX быуаттан йәшәгән. 1818 йылда К. И. Арсеньев үҙенең «Начертание статистики Российского государства» (1818) хеҙмәтендә[2], ун киңлек билдәләгән — Төньяҡ (Финляндияны кереткән), Алаун, Балтик (остзея губерналары), Уйһыулы (шул иҫәптән Литва), Карпат, Дала, Үҙәк, Урал, Кавказ һәм Себер.
Был классификацияны аныҡлап Арсеньев үҙенең «Статистические очерки России» (1848) тигән хеҙмәтендә Алаун киңлегенә Санкт-Петербург губернаһын (тарихи Ингерманландия менән сағыштырып, шулай уҡ Новгород, Тверь, Смоленск һәм Псков губерналарын индергән[3].
1871 йылда П. П. Семёнов-Тян-Шанский Рәсәйҙең Европа өлөшөн (Финляндия, Польша батшалығы һәм Кавказ менән бергә) 14 «тәбиғи» өлкәгә бүлгән, уларҙың сиктәрен губерналар буйынса түгел ә өйәҙҙәр буйынса аныҡлаштырған. Рәсәйҙең дәүләт статистикаһы мәнфәғәттәре өсөн ғалим губерналарға бәйләнгән 12 өлөшлө классификация тәҡдим иткән[2].
Был классификацияларҙан тыш (авторҙар төрлө ваҡытта Рәсәйҙең статистика органдарына етәкселек иткән), рус ғалимдары һәм методистары үҙҙәренең фәнни хеҙмәттәрендә, география курстарында һәм географик йыйынтыҡтарында үҙҙәренең районлаштырыуҙың оригиналь схемаларын яҙғандар. И. И. Вильсон «Объяснении к хозяйственно-статистическому атласу» (1869) тигән хеҙмәтендә 6 губерналар буйынса төркөм айырған: Төньяҡ, Балтик буйы, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш һәм Көньяҡ. Кенәз А. И. Васильчиков үҙенең «Землевладение и земледелие» тигән хеҙмәтендә 8 губерналар буйынса төркөм айырған.
Физик һәм иҡтисади-географик факторҙарҙы тарихи һәм халыҡ-ара иҡтисади факторҙар менән өҫтәп Д. И. Менделеев Рәсәйҙең 14 иҡтисади крайын айырған.[4]
1898 йылда Д. И. Рихтер үҙенең «Опыт разделения Европейской России на районы по естественным и экономическим признакам» («Труды ВЭО», 1898) тигән хеҙмәтен баҫтырған; шул уҡ темаға ул 1904 йылда И. А. Стебутға арналған йыйынтыҡта ҡайтҡан.
Яңы шарттарҙа районлаштырыу комплекслы үҫеште тәьмин итеүсе ҡорал булып киткән, улар бер нисә крайҙы, өлкәне һәм хатта союздаш республиканы үҙ эсенә алған[5][6].
1963 йылда таксономик сетка раҫланған, ул 1966 йылда аныҡлаштырылған, уның составында 18 эре иҡтисади район (шуларҙың 10 РСФСР составында) һәм Молдавия ССР-ы булған[7]. 1967 йылда Яҡут АССР-ы Көнсығыш Себерҙән Алыҫ Көнсығышҡа күсерелгән.
Үәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең статистика органдары тарафынан Рәсәй Федерацияһын 12 иҡтисади районға бүлеү ҡулланыла.[8] Иҡтисади төбәктәрҙең дөйөм Рәсәй классификаторы (рус. Общероссийский классификатор экономических регионов, ОКЭР) Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан тотола[9].
Был сетка РСФСР-ға ингән (1967 йылғы таксономияла) СССР иҡтисади райондары составына тулыһынса тиерлек тура килә, бер ни тиклем айырмалар бар:
2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы Рәсәйҙең киңлек үҫеш стратегияһын төҙөй, бында 14 макротөбәккә (макрорегионға) бүлеү тәҡдим ителгән[11][12]. 2018 йылдың февралендә стратегия раҫланған һәм 12 макротөбәккә бүлеү индерелгән[13].
Район | РФ субъектары | Халыҡ, мең кеше | Майҙан, мең км² | Район Рәсәй картаһында |
1. Үҙәк | 31 894 (2016) |
482,3 | ||
2. Үҙәк Ҡара тупраҡлы | 7210 (2016) |
167,9 | ||
3. Көнсығыш Себер | 8197 (2016) |
4155 | ||
4. Алыҫ Көнсығыш | Аңлатма хатаһы: Танылмаған "#" тыныш билдәһе (
|
Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән / операторы | ||
5. Төньяҡ | 4611 (2016) |
1476,6 | ||
6. Төньяҡ Кавказ | 22 243 (2016) |
381,9 | ||
7. Төньяҡ-Көнбайыш | 8267 (2016) |
195,2 | ||
8. Волга буйы | 16 012 (2016) |
539,8 | ||
9. Урал | 18 910 (2016) |
823,3 | ||
10. Волга-Вятка | 7288 (2016) |
264,8 | ||
11. Көнбайыш Себер | 14 743 (2016) |
2454 | ||
12. Калининград | Аңлатма хатаһы: Танылмаған "#" тыныш билдәһе (2016) |
Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән / операторы | ||
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.