Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яҡут (Саха) Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (рус. Якутская АССР, саха Саха автономнай сэбиэскэй социалистическэй республиката, саха Саха АССР) — РСФСР составында автономиялы республика (1922—1992). Баш ҡалаһы — Якутск ҡалаһы.
Яҡут Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы | |
саха Саха Автономнай Сэбиэскэй Социалистическэй Республиката | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1922[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | Якутская АССР, Якуцкая АССР, Саха АССР һәм Yakutiya MSSR |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | СССР[1] |
Административ үҙәк | Яҡутск[1] |
Административ-территориаль берәмек | РСФСР[1] |
Халыҡ һаны | 842 000 кеше (1978) |
Валюта | Совет һумы[d] |
Алмаштырылған | Яҡут Республикаһы |
Алыштырған | Якутская область[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 26 сентябрь 1990 |
Майҙан | 3 103 200 км² |
Лена, Анабар, Оленёк, Яна, Индигирка йылғаларының һәм Колыманың түбәнге ағымы бассейндарында урынлашҡан. Төньяғында — Лаптевтар һәм Көнсығыш Себер диңгеҙҙәре яр буйҙары һәм Яңы Себер утрауҙары. Автономиялы республика территорияһының 40 % Төньяҡ поляр ҡотоптоң аръяғында урынлашҡан.
Тарихы
Яҡут (Саха) АССР-ы 1922 йылдың 27 апрелендә РСФСР составында Яҡут өлкәһе территорияһында (Иркутск губернаһының Киренск өйәҙе составына кергән Түбәнге Тунгуска районынан тыш) ойошторолған. Республика составына шулай уҡ Енисей губернаһының Хатанга-Анабар районы, Иркутск губернаһы Киренск өйәҙенең Олёкминск-Сунтар улусы һәм көнсығыш оҙонлоҡтоң 84° һәм 140½° мериандары араһында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океандың барлыҡ утрауҙары инә[2]. Автономиялы республика ойошторолоуында Максим Аммосов менән Платон Ойунский һәм Исидор Бараховтар ҙур роль уйнай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикала йәшәгән 50 меңдән ашыу кеше фронттарҙа һуғышҡан, шуларҙың 13-ө — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Бынан тыш башлыса республикала йәшәүселәрҙән тупланған хәрби подразделениелар булған, мәҫәлән, хәҙер Старая Русса ҡалаһы урамдарының береһе шундай подразделение хөрмәтенә Яҡут уҡсылары исемен йөрөтә.
1990 йылдың 27 сентябрендә Яҡут АССР-ының Юғары Советы автономияны Яҡут-Саха Совет Социалистик Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында иғлан итә[3][4].
1991 йылдың 27 декабрендә Яҡут-Саха ССР-ның Юғары Советы республиканың исемен Саха (Якутия) Республикаһы тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә[5][6].
Халҡы
1979 йыл башына ҡарата милли составы (кеше):
- урыҫтар — 430 мең
- сахалар — 314 мең
- украиндар — 46 мең
- эвенкалар — 11,6 мең
- эвендар — 5,8 мең
- башҡалар.
Халыҡ һаны
Иҡтисады
1920-се йылдарҙан республика биләмәләрендә Алдан алтын ятҡылыҡтары асыла, Алдан алтын сәнәғәте районы барлыҡҡа килә. 1930-сы йылдарҙа Төньяҡ диңгеҙ юлы файҙаланыла башлай, Лена йылғаһының тамағында Тикси диңгеҙ порты төҙөлә. 1950-се йылдарҙың урталарына ҡәҙәр республика территорияһында Дальстройҙың һәм ГУЛАГ-тың холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙары эшләй. 1950-се йылдарҙан, республиканың көнбайышында алмас ятҡылыҡтары асылыу менән ҡеүәтле алмас табыусы сәнәғәт инфраструктураһы булдырыла. 1960-сы йылдарҙа республикала уран мәғдәндәре ятҡылыҡтарының Элькон төркөмө асыла. 1970-се йылдарҙа республикаға Байкал-Амур тимер юлы магистраленең тармағы Беркакитҡа тиклем (Көньяҡ Яҡут күмер бассейнының Нерюнгири һәм Эльгин күмер ятҡылыҡтары йүнәлеше буйынса) һалына. Геология эштәре барышында 1974-1987 йылдарҙа республика биләмәләрендә 12 ер аҫты ядро шартлатыуҙары була. СССР-ҙың иҡтисади районлаштырыуы буйынса республика Алыҫ Көнсығыш иҡтисади районынан ҡараған.
Бүләктәре
- 1957 — Ленин ордены
- 1972 — Октябрь Революцияһы ордены
- 1972 — Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.