From Wikipedia, the free encyclopedia
Ле́на (саха Өлүөнэ, бүр. Зγлхэ) — Рәсәйҙәге йылға, Көнсығыш Себерҙең иң ҙур йылғаһы[2]. Төньяҡ Боҙло океандың Лаптевтар диңгеҙенә ҡоя. Донъяла оҙонлоғо буйынса унынсы һәм тулы һыулығы буйынса һигеҙенсе йылға.
Лена | |
---|---|
саха Өлүөнэ | |
«Лена бағаналары» | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 4400 км |
Бассейн | 2 490 000 км² |
Һыу сығымы | 16 350 [1] м³/с (тамағынан 4,7 км алыҫлыҡта) |
Һыу ағымы | |
Инеше | Байкал һырты |
· Урынлашыуы | Качуг районы |
· Бейеклеге | 1650 м |
· Координаталар | 53°56′00″ с. ш. 108°05′01″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Лаптевтар диңгеҙе |
· Урынлашыуы | Булун улусы |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 72°24′42″ с. ш. 126°41′05″ в. д.HGЯO |
Йылға ауышлығы | 0,375 м/км |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Лаптевтар диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Иркутск өлкәһе,Саха Республикаһы |
РДҺР | 18030900112117500000010, 18030300212117200000003 һәм 18030700112117400000000 |
Лена Викимилектә |
Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы территорияһы аша аға, ҡайһы бер ҡушылдыҡтары Байкал аръяғы, Красноярск, Хабаровск крайҙарына, Бүрәт Республикаһына һәм Амур өлкәһенә ҡарай. Лена — бассейны тулыһынса ил сиктәрендә булған Рәсәйҙәге иң ҙур йылға[3].
Оҙонлоғо — 4400 км, бассейн майҙаны — 2490 мең км².
Байкалдан 7 км көнбайыштараҡ урынлашҡан бәләкәй генә күл Лена йылғаһының инеше тип иҫәпләнә. Был күл Байкал һырытында, 1470 м бейеклектә урынлашҡан[4].
Төп ҡушылдыҡтары: Оло Патом, Чая, Витим, Алдан, Кута, Олёкма, Вилюй, Киренга, Чуя, Молодо, Бирюк, Лунгха. Уларҙың иң ҙурыһы — Алдан йылғаһы, уның бассейн майҙаны — 729 000 км², ә тамағындағы һыу сығымы 5 060 м³/с тәшкил итә.
Лена бөгөнгө көнгә тиклем Саха Республикаһын федераль транспорт инфрастуктураһы менән бәйләүсе төп транспорт артерияһы булып тора. Суднолар йөрөшөнөң башы тип Качуг пристане иҫәпләнә. Навигация осоро 125-тән 170 тәүлеккә тиклем дауам итә.
Лена йылғаһындағы төп порттар[5] (инешенән тамағына тиклем): Осетрово, Киренск, Ленск, Олёкминск, Покровск, Яҡутск, Сангар, Тикси.
Лена ҡушылдыҡтарының иң ҙур порттар: Бодайбо (Витим йылғаһында), Хандыга (Алдан йылғаһында), Джебарики-Хая (Алдан йылғаһында).
Лена йылғаһында (инешенән тамағына тиклем) 6 ҡала урынлашҡан: Усть-Кут, Киренск, Ленск, Олёкминск, Покровск, Яҡутск.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.