From Wikipedia, the free encyclopedia
Алағуз (Баҡын; рус. Алагузово) — Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районындағы ауыл. Абзай ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 554 кеше[2]. Почта индексы — 452505ОКАТО коды — 80236805002.
Ауыл | |
Алағуз рус. Алагузово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452505 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Алағуз ауылы Ҡыйғы йылғаһы ҡушылдығы Кесейек йылғаһы буйында урынлашҡан[3]. Урамдары ҡырсынташлы, газ үткәрелмәгән. Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике сауҙа йорто, урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы бар. Мәсет 2007 йылда төҙөлде. Ыҡ ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы бар[4].
1736 йылғы документар буйынса ауылдың боронғо исеме Баҡын (Бакин) булған. Алағуз ауылына Дыуан ырыуына ҡараған башҡорттар үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1736—1745 йылдарҙа Дыуан улусы старшинаһы Баҡын Кейексин булған. Ауылдың атамаһы уның улы улус старшинаһы Алағуз Баҡынов исеме менән бәйле. Ауылға 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарынан алда нигеҙ һалынған. Алағуз (Баҡын) ауылы тураһында 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тураһындағы рапорттарҙа беренсе тапҡыр телгә алына[5] Ауылдың икенсе исеме Ҡабыл Алағузин исеменә бәйле[6]. Алағузин Ҡабыл (1734—1815) — Дыуан улусы старшинаһы Алағуз Баҡыновтың улы, баш күтәреүсе. 1774 йылдың ноябрендә Юлай Аҙналин отряды сафтарында Силәбе ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашҡан. 1776—1815 йылдарҙа Троицк өйәҙенең 4-се башҡорт кантонында Дыуан улусының 3-сө йорт старшинаһы булып хеҙмәт итә.
Алағуз Баҡынов — 1710 йылда Баҡын (Алағуз) ауылында тыуған Дыуан улусы старшинаһы. 1764 йылда Ырымбур сик һыҙатында башҡорт-мишәр отряды командиры була. Уның командаһы 1771—1773 йылдарҙағы Поляк походыңда ҡатнашҡан. 1773 йылда Баҡынов командаһында 148 хужалыҡ иҫәпләнгән, һәм бөтә ауыл халҡы Крәҫтиәәндәр һуғышына ҡушылған. Салауат Юлаевтың көрәштәше. 1773 йылдың декабрендә Салауат Юлаев отрядына ҡушыла. 1774 йылдың 12 ғинуарында Салауат Юлаев менән Красноуфимск ҡалаһын яулай, һәм, моғайын, 18—23 ғинуарҙа Көңгөрҙө ҡамауҙа ҡатнаша. Март айында Өфөнө ҡамаған И. Н. Зарубин армияһына отрядындағы ир-егеттәрҙе ярҙамға ебәрә. Өфө провинциаль канцелярияһы мәғлүмәттәрендә билдәләнгәнсә, ноябрь айына ҡарата Себер даруғаһының «һаман баш һалмаған» старшиналары рәтендә була. [7]
Ҡабылов Мөхәмәтрәхим (1784-) 1815 йылдан ауылда старшина булған, ә 1859 йылда 3-сө йорт старшинаһы зауряд-хорунжий Мөхәмәтйәнов Мөхәмәтсәлих Мөхәмәтйән улы булған. Ҡабыл улдары — Йыһанша, Мөхәмәтша, Ҡармыш.
Алағуз Баҡыновтың, Ҡабылдан башҡа, Йәғәфәр (1750-1833) һәм Ғүмәр (1755-1829) тигән улдары булған. Ҡабылдың ейәндәре, Ҡармыштың улдары — Мөхәмәтйән (1793-), зауряд-есаул һәм урядник Мәтәй (1799-) Ҡабыловтар.
1795 йылда Алағуз ауылындағы 27 йортта 156 кеше, 1865 йылда 50 йортта — 363, 1834 йылда — 229, 1859 йылда — 345 йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған[8].
1842 йылда Алағуз ауылында 229 кешегә 135 сирек ужым һәм 465 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ерҙәр XVIII быуат аҙағынан башлап һөрөлгән. XIX быуат аҙағына өс баҫыулы сәсеү әйләнеше билдәләнә. 5-әр һуҡҡыс һәм елгәргес була. Баҡсала йәшелсә үҫтергәндәр. XIX быуаттың 40-сы йылдарына 42 йортҡа 350 ат, 250 һыйыр, 208 һарыҡ, 68 кәзә малы аҫыралған.
1895 йылда 2 кибет иҫәпкә алынған.
1920 йылда 140 йортта — 382 ир-егет һәм 441 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[9][10].
1905 йылда урыҫ-башҡорт мәктәбе асырға уҡытыусы килгән. Ауылда береһе лә йәшәргә урын бирмәгән. Быны муллалар урыҫса уҡытыу гонаһ була, тип аңлатҡандар. Мәктәп ауыл үҫешенә күп ыңғай йоғонто яһар ине («Ватандаш» журналы, 2008 йыл, 8-се һан).
Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете ? йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар.
1919 йылдың 3 июлендә 243-сө Петроград полкы Алағуз ауылы эргәһендә аҡ армияның 25-се Екатеринбург полкын ҡыйрата. 400 һалдатын әсирлеккә ала, 2 пулемётын һәм Яңы Балаҡатайҙы биләй.
1957 йылдың апрель айында Фрунзе колхозын Әбдрәзәҡ совхозына ҡушалар. Алағуз булексәһе идарасылары, «Ыҡ» ауыл хужалығы идараһы рәйестәре.
Байышев Әсләм Б. (7.04.1957 — 20.07.1958)
Садиҡов Рәхмәтулла Таһир улы (1958 — 05.1965)
Ғилманов Сәлимхан Уйылдан улы (1965 −1969)
Байрамғолов Зекерйә Хажи улы (1969—1984)
Ғимаҙиев Ринат Сәмиғулла улы (1984 −199
Шәйехов Фәнүр Фәрит улы
Ҡарипов Урал Хәким улы
Теркәү йылы | Улус, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт | |
---|---|---|---|---|---|
1795 | Дыуан улусы | Себер даруғаһы | Өфө өйәҙе | Рәсәй Империяһы | |
1816 | 2-се йорт | 4-се башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы | |
1859 | 3-се йорт | 8-се башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы | |
1917 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы | |
1926 | Абзай ауыл ауыл Советы | Дыуан-Мәсетле өйәҙе | БАССР | РСФСР, СССР | |
1960 | Абзай ауыл ауыл Советы | Ҡыйғы районы | БАССР | РСФСР , СССР | |
1962 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | БАССР | РСФСР , СССР | |
1992 | Абзай ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл 1ғинуар | 156 | ||||
1816 йыл | 180 | 87 | 93 | ||
1834 йыл | 229 | ||||
1859 йыл | 345 | 177 | 168 | ||
1865 йыл | 365 | ||||
1897 йыл 26 ғинуар | |||||
1920 йыл 26 август | 823 | 382 | 441 | ||
1926 йыл 17 декабрь | 903 | ||||
1939 йыл 17 ғинуар | 793 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 677 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 484 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 521 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 554 | ||||
1920 йылда 8 кешенән торған ике урыҫ ғаиләһе йәшәгән. 1926 йылда 6 урыҫ ғаиләһе (32 кеше) булған. Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Алағуз ауылында тыуғандар
Әхмәтов Сафа Әхмәт улы (11 ғинуар 1935). Инженер-технолог, техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1958). 1967 йылдан алып Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы киске факультетында эшләй (1977 йылдан — химия‑технология процестары кафедраһы мөдире). 1979 йылдан башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире. 1981 йылдан алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 йылға тиклем нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта, 1981—91 йылдарҙа, СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лабораторияһы (Өфө) ғилми етәксеһе.Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.
Әхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25 ғинуар 1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Алағуз ауылы — 17.11.1995, Өфө), БДУ. Тел белгесе, филология фәндәре кандиданты. (1970). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йыдарҙа Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 йылдан алып БДУ‑ла уҡыта. «Орхон-Йәнәсәй яҙма телендә ҡылым һәм башҡорт теленә мөнәсәбәте» исемле рус телендә монография сығарҙы. Ул Волга буйы һәм Урал регионында Орхон-Йәнәсәй тамға яҙыуы буйынса берҙән-бер уникаль белгес булды.
Таһиров Ҡәйүм Ҡәүи улы (10.09.1957). БДУ тамамлаған — ғалим, педогогия фәндәре кандиданты. 1979-1981 - уҡытыусы, мәктәп директоры, 1981-1986 Ҡыйғы РК ВЛКСМ 1-се сәркәтибе; 1986-1989 - Мәктәп директоры. 1989-1992 - Өфө ҡалаһы Киров районы советы һәм профком рәйесе мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре. 1992-1998 - баш белгес, БР министрҙар кабинетында. 1999-2002 - баш белгес, БР Фән буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы. 2002-2007 БР хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы бүлеге начальнигы. 2007-2008 - Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы хакимиәте башлығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм халыҡ менән эшләү буйынса урынбаҫары.
Баймөхәмәтов Эдуард Миржан улы (8.03.1954) — БДМИ — юғары категориялы хирург, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Ҡыйғы районының почётлы гражданы. Ҡыйғы районы дауаханаһының баш табибы (1986 - 2007).
Фәтихов Рәфил Рафаил улы (1955—2011) — Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, һөнәре буйынса «рәсем сәнғәте». 1994 йылдың майынан алып — июль 2011 йылдың июленә тиклем Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты директоры, педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы мағариф хеҙмәткәре.
Һаҙыева(Әхмәтова) Фәризә Сөләймән ҡыҙы (1950) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989)
Әхмәтова(Солтанова) Фәнзирә Әхмәфулла ҡыҙы (1958) — Рәсәй федерацияһының почетлы мағариф хеҙмәткәре.(2006)
Ғарипова(Магафурова) Эльза Миндехан ҡыҙы.1957. Рәсәй халыҡ мәғарифы алдынғыһы.(1996)
Мирхәйева Ғәйникамал Акрам ҡыҙы (10.02.1927 — 08.2017) — БДУ 1947. Уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе. Башҡорт АССР-ының 1-се уҡытыусылар съезы делегаты (1955). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2016). 1947—1980 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләгән.
Хафизова (Таһирова) Зөһрә Ҡаүи ҡыҙы (1951) — БДУ. Өфө ҡалаһы депутаты. (1971 - 1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһы *Белем* йәмғиәте рәйесе. (1984 - 1994). 8-се Рәсәй «Белем» йәмғиәте съезы делегаты.
Аҡлаева (Хәлилова) Мәнзүмә Хәбибулла ҡыҙы — Башҡорт дәүләт медицина институты (1969) Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау эштәре отличниғы.
Фазлыева (Әхмәтйәнова) Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы — БДПИ (1984). Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре (2007).
Исламова Таңсулпан Муллахмет ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007).
Баҡтимеров Әхмәт Якуп улы (1915 - ) — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.02.1944), 3-сө дәрәжә Дан ордены (23.09.1944), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (27.04.1945), «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы (01.05.1944). Һуғыштан һуң Өфө ҡалаһында эске эштәр органдарында эшләгән.
Хәбибуллин Сибәғәт Хәбибула улы (1902 — 1976) — Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены, 3-сө дәрәжә Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (27.02.1944).
Исламов Миңдебай Ислам улы (1909 — 1951) — 3-сө дәрәжә Дан ордены (22.01.1944), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (15.08.1944).«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (28.11.1943).
Сайфутдинов Мавлют Сайфутдин улы.(1913 — 1971). капитан. Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены. Миҙал хәрби хеҙмәттәре өсөн.
Ахмедьяров Ахмадулла Ахмедьяр улы.(1916 — 1968). Өлкән лейтенат. Ҡыҙыл йондоҙ ордены . Японияны еңгән Өсөн Миҙалы.
Галямов Имам Галям улы. (1922 - ). 3-сө Дан ордены. (1944) .Батырлыҡ өсөн миҙалы.(1943).
Абдуллин Хаймулла (Хатмулла). (1908 —07.1975). 3-сө дәрәжә Дан ордены (02.05.1945) Батырлыҡ көнө Берлинде алғанда. Хатмулла бабай һөйләгәндәре дөрөҙ.
Рахимов Мандагалей(Миндеғали). (1910 − 15.02.1945). 3-сө дәрәжә Дан ордены. (06.03.1945).«Батырлыҡ өсөн» миҙалы1944. «Миҙал Хәрби хеҙмәттәре өсөн».
Рамазанов Файздрахман Рамазан улы.(1925 — 1944). 3-сө дәрәжә Дан ордены. (09.09.1944).
Гимадеев Казый Гимаде улы (1910 - 1978). Ҡыҙыл йондоҙ ордены (08.06.1967.)
Ахатов Алексей Шаги улы. (1924-19). 3-сө дәрәжә Дан ордены.(1945). За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 медале.(09.05.1945).
Закиров Габидулак. (1922 - ). Сержант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены. (.09.10.1943) . Миҙал Батырлыҡ өсөн 18.02.1944. Миҙалдар «за победу над германией в великой отечественной войне 1941-1945 гг.» (09.05.1945).
Минибаев Әхмәт. (1909 - ). Сержант, Хеҙмәт урыны: 183 72 сд. 3-сө дәрәжә Дан ордены. Документ 02.07.1944.
Ханипов Фазулла Хатмулла улы. (1932 — 2018). Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Валеева(Сабирова) Венера Мәүлит ҡыҙы. 1947. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балаҡатай районында йәшәй һәм эшләй.
Фатихов Раил Ғәлимйән улы. (1931 - 2005). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
Ғилманов Борис Сәлимхан улы. (1946 — 2020). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры .1988 .Көнбайыш себер нефть һәм газ комплекстары ер аҫтында үҙләштереү һәм өсөн миҙалы.
Миндийәров Искән Әсмән улы. (1948 -1920). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
Фәтихов Сәлимйән Ғәлимйән улы.(1946 — 2020). "Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Сахаутдинов Газизьян Таһир улы. 1937. БСХИ. 1968. Альмухамет элеваторы директоры.(1974—1983). Сулея межрайбазһының директоры.
Фәсхутдинов Мөхәмәтнур Миңдиғәли улы.(1932 — 2009). Свердловск юридик институтын тамамлаған. БАССР юғары суды судьяһы .
Таһирова Зөлфирә Самат ҡыҙы. Йәш сәсәндәрҙең «Урал батыр» республика конкурсының 11-се Гран при еңеусеһе.
Тавабилова(Әхмәтова) Рәмзия Сөләймән ҡыҙы. 1947. Совет потребитель кооперацияһы алдынғыһы.(1989). Хеҙмәт ҡыйыулығы өсөн миҙалы . (1981).
Әхмәтова Лилия Сөләймән ҡыҙы. (1952 - 06.06.2002). Алағуз мәктәбе директоры (1991.й - 2000.й). Башҡортостадың мағариф отличниге. (1995).
Ҡускарова(Мирхайдарова) Зиля Рахимьян ҡыҙы. 1958. БДУ. Башҡортостадың мағариф отличниге. (1998). Рәсәй федерацияһының почетлы мағариф хеҙмәткәре. (2012)
Валеева (Хизбуллина) Гөлсөм Хизбулла ҡыҙы. (1913 - 2000). Уҡытыусы. Алағуз ауылынан беренсе 1929 -1930 йылдарҙа Ҡазан Көнсығыш - педагогия инстутының физика - математика факультетына уҡырға инә. Балалары Валеев Фрат Фәрит улы (1946 - 2004). Рәсәйҙең атҡаҙанған металлургы. (2002). Валеев Юнер Фәрит улы. 1932. Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған табибы.
Миндиахметов Урал Валиахмет улы. (1942 -2007). Алағуз мәктәбе директоры. (1988 -1991). Яңы мәктәп һалыуға һәм урта мәктәп асыуға күп эштәр башҡарған.
Зарипова(Миндиахметова) Гөльнәзирә Валиахмет ҡыҙы. 1954. БДУ. Ҡыйғы районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы. (1995 - 2000). Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар гранты еңеүсеһе. (2008).
Алағуз ауылында йәшәгәндәр
Ганиева(Магафурова) Рәйсә Хатмулла ҡыҙы. (1928 — 2012). БДУ. Башҡорт теле уҡытыусыһы Алағуз мәктәбендә 1960 й.— 1987 й. Рәсәй халыҡ мәғарифы алдынғыһы.(1963).
Ведомость Уфимской провинциальной канцелярии, присланная в Оренбургскую губернскую канцелярию, об участии нерусского населения Уфимской провинции в восстании //Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. C.257]
Челябинский портал. Дуван (род)
Алағуз Баҡын (исем)
— ЦГИА РБ. Ф.1, оп.1, д.3380, л.60—63
— Документы ставки Е. И. Пугачёва, повстанческих властей и учреждений: 1773—1774 гг. М., 1975
— Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: Сборник документов. Уфа, 1975.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.