АҠШ компанияһы From Wikipedia, the free encyclopedia
IBM (Ай-би-эм тип әйтелә; МФА: [aɪbiːˈɛm]; ингл. International Business Machines атамаһының аббр.) — АҠШ компанияһы, аппараттар һәм программалар менән тәьмин итеү, шулай уҡ ИТ-сервистар һәм консалтинг хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса донъяла иң эре етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың береһе, штаб-фатиры Армонкта (Нью-Йорк штаты) урынлашҡан.
Компанияны йыш ҡына Big Blue тип тә йөрөтәләр, йәғни инглизсәнән тәржемә иткәндә — «ҙур зәңгәр» йә «зәңгәр бәһлеүән». Был атаманың барлыҡҡа килеүенә ҡағылышлы бер нисә фараз бар. Береһе буйынса[52][53], атама компания 1950-се — 1960-сы йылдарҙа етештергән мейнфреймдарға бәйле. Улар бүлмә ҙурлығында һәм зәңгәр төҫтә булған. Икенсе бер фаразға ярашлы, атаманың нигеҙендә компанияның логотибы ята. Ә тағы бер версия[52][54] раҫлауынса, компаниялағы дресс-кодҡа бәйле: хеҙмәткәрҙәр зәңгәр күлдәк һәм зәңгәр костюм кейергә тейеш булған.
1890 йылда АҠШ территорияһында халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Уның һөҙөмтәләрен эшкәртеү өсөн беренсе тапҡыр «электр табуляторы» ҡулланыла. Уны Герман Холлерит уйлап таба. Был аппарат ярҙамында иҫәп алыу йомғаҡтары бер йыл эсендә эшкәртеп бөтөлә. Ә унан алдағы 1880 йылғы иҫәп алыу йомғаҡтары һигеҙ йыл буйы эшкәртелгән була[55]. Уңыштан ҡанатланған уйлап табыусы 1896 йылда Tabulating Machine Company компанияһын аса.
1911 йылдың 16 июнендә[56] CTR (Computing Tabulating Recording) нигеҙләнә. Уға Computing Scale Company of America, Tabulating Machine Company (TMC — Герман Холлериттың элекке компанияһы) һәм International Time Recording Company инә. Берләшкән фирма электр ҡорамалдарының киң ассортиментын етештерә: үлсәүҙәр, сыр телгестәр, эш ваҡытын иҫәпләү приборҙары, перфорациялау машиналары һ. б. Төрлө яҡлы бизнесҡа идара итеү ауырлашҡанға күрә 1914 йылдың майында генераль директор вазифаһына Томас Уотсон саҡырыла. Бынан һуң компания табуляция машиналары эшләүгә махсуслаша башлай.
1924 йылда Канада баҙарына сығыу һәм продукция ассортименты киңәйеү менән бәйле, CTR атамаһын International Business Machines йәки ҡыҫҡаса IBM тип үҙгәртә.
Бөйөк депрессия йылдарында күп миллионлы килемдәр компанияны бөлөп юҡҡа сығыуҙан ҡурсалай. Кризисҡа ҡарамаҫтан, компания президенты Томас Уотсон тикшеренеүҙәргә аҡса һалыуҙы һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүҙе туҡтатмай. 1935—1936 йылдарҙа АҠШ хөкүмәтенең эре заказдары IBM-ға ҙур ярҙам күрһәтә.
Икенсе донъя һуғышы йылдарында компания атыу ҡоралы (М1 Carbine һәм Browning Automatic Rifle) етештерә.
2001 йылда IBM Германияла концлагерь әсирҙәрен иҫәпкә алыу машиналары һатып алыу өсөн Холокост ҡорбандарына компенсация түләү фондына $3000000 күсерә[57].
1950-се йылдарҙа компания ракета һөжүменә ҡаршы тороу өсөн компьютерлаштырылған бик ҙур SAGE системаһын эшләй, ул радарҙарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе реаль ваҡытта анализлай һәм тотоп алыу ҡоролмаларын сәпкә тоҫҡауҙы тәьмин итә. ХХ быуаттың 50-се йылдарынан 80-се йылдарына тиклем файҙаланыла. Һуңғы осор версияларында система самолёттарҙы туранан-тура автоматик рәүештә сәпкә йүнәлтә ала.
1943 йылда IBM компьютерҙары осоро башлана: 4,5 тонна массалы «Марк I» эшләнә. 1952 йылда лампалы беренсе ҙур компьютер «IBM 701» барлыҡҡа килә.
1956 йылда Томас Уотсондың улы кесе Томас Уотсон IBM етәксеһе вазифаһында атаһын алмаштыра, тормош-көнкүреш компьютерҙары осоро унан башлана. Уның етәкселеге аҫтында компанияның килемдәре — $8 миллиардҡа, ә хеҙмәткәрҙәр һаны 270 меңгә етә.
1959 йылда транзисторлы тәүге IBM компьютерҙары эшләп сығарыла, ышаныслылыҡ һәм етеҙлек кимәле иҫ иҙур булғанлыҡтан АҠШ хәрби һауа көстәре уларҙы һауа һөжүменә ҡаршы оборонаның тиҙ хәбәр биреү системаһында ҡулланырға ҡарар итә. Саҡ ҡына алдараҡ, 1957 йылда, IBM компанияһы FORTRAN («FORmula TRANslation») телен ҡулланыуға индергән була, был тел ғилми тикшеренеүҙәр өсөн файҙаланыла.
1964 йылда IBM System/360 ғаиләһе тәҡдим ителә, улар беренсе универсаль компьютерҙар, компьютерҙарҙың беренсе проектланған ғаиләһе, хәтерҙе байтлы адреслаусы беренсе компьютерҙар һ. б. булып таныла. System/360 менән яраштырылған IBM System z компьютерҙары әле булһа етештерелә: яраштырылыу буйынса был абсолют рекорд булып тора.
1971 йылда компания һығылмалы диск сығара, ул мәғлүмәттәр һаҡлау стандартына әүерелә.
1972 йылда логотип яңыртыла (зәңгәр һыҙыҡтарҙан төҙөлгән хәрефтәр), ул әле лә ҡулланыла. Логотипты дизайнер Пол Рэнд (ингл. Paul Rand) эшләй.
1981 йыл кешелек тарихына «IBM PC» персональ компьютеры барлыҡҡа килгән йыл булараҡ инә. 640 килобайт оператив хәтер һәм бер йәки ике флоппи-диск йөрөтөүсе Microsoft яһаған DOS операцион системаһын һәм бер нисә ҡушымтаны эшләтеү өсөн етерлек була. Был операцион системаны тәҡдим иткән Microsoft компанияһы ул саҡта бәләкәй генә бер фирма була. DOS менән бергә ОС CP/M-86-ға һәм UCSD Pascal P-system'ға ла моделдәр тәҡдим ителә. Ләкин был системалар ҡулланыуға инеп китә алмай, сөнки Microsoft ул заман өсөн уникаль тәҡдим индерә: бер тапҡыр түләп, һаны сикләнмәгән компьютерҙар өсөн программа тәьминәтенә лицензия алыу мөмкинлеге асыла. Был MS-DOS-лы конфигурция хаҡын кәметә һәм һатып алыусыларҙы күпләп ылыҡтыра. Һөҙөмтәлә Microsoft та киң билдәлелек ала.
Шуныһы ҡыҙыҡ: компания етәкселеге тәүҙә был машинаға һис бер әһәмиәт бирмәй, эшләнмәләр менән 4 кенә кешелек төркөм шөғөлләнә (Филипп Дональд Эстридж етәкселеге аҫтында). Интеллектуаль милекте һаҡлау буйынса ҡаты принциптар менән эш итһә лә, IBM компанияһы DOS-ты ла (BASIC теле интерпретаторы менән бергә), эшләнмәселәрҙең тағы бер революцион уйлап табыуы булған BIOS-ты ла патентламай. Һөҙөмтәлә, сит эшләнмәселәр, баҫылып сыҡҡан спецификацияларҙан файҙаланып, IBM PC-ҙың клондарын эшләй, был баҙарҙы ҙур тиҙлек менән үҫтереп ебәрә, әммә IBM килемдәрҙең ҙур өлөшөнән ситтә ҡала.
Яҡынса 1984 йылда AS/400 серияһы — бизнес мәсьәләләренә тәғәйенләнгән мини-компьютер сығарыла. Ул элеккерәк мини-ЭВМ S/36 һәм S/38 менән ҡабат ярашыу һәләтенә эйә була. Унда Micro-Channel (MCA) шинаһы технологиялары һәм SCSI интерфейсы ҡулланыла, улар әле лә серверҙарҙа файҙаланыла. Был серия компьютерҙары әле лә файҙаланыла һәм элегерәк сығарылған программа тәьминәттәренең теләһә ҡайһыһы менән эшләй ала.
1986 йылда IBM үҙе үк хасил иткән персональ компьютерҙар һатыу буйынса баҙарҙа беренселектән мәхрүм була.
1990 йылда компания OS/2 операцион системалы PS/2 сериялы компьютерҙар менән баҙарҙы яуламаҡ була. Улар аппарат менән дә, программа менән дә PC-ға һәм DOS-ҡа яраҡлашмай. Машиналарҙа прогрессив технологиялар, мәҫәлән, ул заманда РС-ҙа ҡулланылған ISA шинаһынан күпкә өҫтөн Micro-Channel шинаһы ҡулланыла. PS/2 серияһы баҙарҙа танылыу ала алмай, тиҙҙән уны етештереү туҡтатыла. Әммә баҫмаҡтар һәм сысҡандар өсөн Mini-DIN штекеры нигеҙендәге разъёмдар (улар PS/2 порттары тип йөрөтөлә) әле булһа PC-ҙа ла киң ҡулланыла.
Был серия сиктәрендә OS/2 Warp V3.0 операцион системаһын сығарыу планлаштырыла, ул Microsoft'та эшләп сығарылған була, ләкин IBM элеккесә мэйнфреймдар баҙарына таяныуын дауам итә, шуға был проектты эшләүҙә артҡа ҡала. Һөҙөмтәлә Microsoft Windows'ты эшләүгә күсә, а OS/2 аҫтындағы компьютерҙар серияһы баҙарға планлаштырылған мөҙҙәттән һуңға ҡалып сыға, көслө реклама кампанияһына һәм яҡшы сифаттарына ҡарамаҫтан, проект баҙарҙа уңыш яулай алмай.
1990-сы йылдарҙа IBM бизнесы хеҙмәттәр күрһәтеү, беренсе сиратта консалтинг яғына ауыша. 2002 йылда «зәңгәр бәһлеүән» $3,5 миллиардҡа PricewaterhouseCoopers аудит компанияһының консалтинг бүлеген һатып ала. Әлеге ваҡытта IBM Global Services подразделениеһына ингән был бизнес, IBM структураһында иң отошлоһо булып, компания килеменең яртыһын биреп тора[58].
Хеҙмәттәр күрһәтеүгә йүнәлеш алған IBM 2005 йылда $1,8 миллиардҡа персональ компьютерҙар етештереү һәм һатыу подразделениеһын (ThinkPad һәм ThinkCentre) Ҡытайҙың Lenovo компанияһына һата[59]. Ә 2014 йылда инде Lenovo компанияһы $2,3 миллиардҡа IBM-дан x86-серверҙар эшләү һәм етештереү подразделениеһын да ала[60]. Шул уҡ 2014 йылда үҙенең ярымүткәргестәр фабрикаларын GlobalFoundries компанияһына һатып[61], IBM ярымүткәргес тауарҙар өлкәһендә fabless-компанияға, йәғни етештереү фабрикалары булмаған компанияға әүерелеүе, артабан процессорҙар эшләү менән шөғөлләнһә лә, уларҙы етештермәйәсәге тураһында белдерә.
«Тимер» етештереү урынына IBM хәҙер, мәҫәлән, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә донъя лидеры булырға тырыша һәм IBM Security подразделениеһын киңәйтә. 2006 йылда ул $1,3 миллиардҡа Internet Security Systems (ISS) компанияһын, ә 2017 йылдың февралендә IBM IT-хәүефһеҙлек өлкәһендә һатып алған компанияларының егерменсеһен — корпоратив мөхиттә насар һаҡланыусы мәғлүмәттәр менән бәйле хәүефтәргә идара итеү өсөн программа тәьминәте эшләгән Agile 3 Solutions компанияһын — һатып ала[62].
2007 йыл тирәһенән IBM корпорацияһы болот хисаплауҙары һәм интернет аша бизнесты хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй башлай. 2013 йылда IBM яҡынса $2 миллиардҡа эре халыҡ-ара хостинг-провайдерҙы — Softlayer Technologies (инг.)баш. (инг.)баш. компанияһын һатып ала. Был компанияның АҠШ-та, Сингапурҙа һәм Амстердамда[63] 20 дата-үҙәге була. 2014 йылда IBM корпорацияһы IBM Cloud (инг.)баш. (инг.)баш.[64] платформаһындағы болот сервистарын киңәйтеү стратегияһы сиктәрендә 15 дата-үҙәк төҙөлөшөнә $1,2 миллиардтан ашыу аҡса һалыуы тураһында белдерә.
IBM 2008 йылда $5 миллиардҡа алынған Cognos компанияһы[65] һәм 2009 йылда $1,2 миллиардҡа алынған SPSS компанияһы[66] нигеҙендә аналитик бизнесты ла әүҙем үҫтерә. Улар бизнес-анализ һәм business intelligence өсөн программа инструменттарының төп йыйылмаһын эшләй. Аналитик бизнесты киңәйтеү сиктәрендә IBM 2014 йылда Watson проектын үҫтереүгә $1 миллиард һалыуы һәм яңы Watson Business Group когнитив хисаплауҙар подразделениеһын ойоштороуы тураһында иғлан итә. Ул һаулыҡ һаҡлау, финанс, сәйәхәттәр, телекоммуникациялар һәм ваҡлап һатыу өлкәләре өсөн когнитив (танып белеү, өйрәнеү) болот сервистарын эшләү һәм коммерциялаштырыу менән шөғөлләнергә тейеш була[67]. 2016 йылдың ғинуарында IBM яҡынса $2 миллиардҡа The Weather Company (инг.)баш. (инг.)баш. компанияһының цифрлы бизнесын һатып ала, уны компанияның Watson платформаһына һәм башҡа болот сервистарына ҡуша[68]. Watson Health Cloud болот сервисын үҫтереүгә генә лә IBM компанияһы $4 миллиардтан ашыу аҡса тотона, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге IT-компаниялар һатып ала, мәҫәлән, 2016 йылдың февралендә IBM $2,6 миллиардҡа Truven Health Analytics компанияһын һатып ала. Был компания һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, дәүләт органдарына һәм страховкалау компанияларына идара итеү һәм медицина мәғлүмәттәрен анализлау сервистарын тәҡдим иткән була[69]. 2017 йылдың башында IBM менән Salesforce компаниялары араһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы, компаниялар бергәләшеп прогнозлау аналитикаһы инструменттарын таратыу менән шөғөлләнергә тейеш була[70].
2017 йылдың мартында IBM корпорацияһы IBM Q проекты тураһында хәбәр итә. Проект донъяла тәүге квантлы компьютерҙы сығарыу бурысын ҡуя. Был компьютерҙың ресурстарына инеү IBM Cloud (инг.)баш. (инг.)баш. болот платформаһы аша ғәмәлгә ашырыласаҡ. Киләһе бер нисә йыл эсендә универсаль квантлы хисаплау системаһы хасил ителеп, ул яңы дарыу препараттары, алдынғы материалдар эшләү, яһалма интеллект өлкәһендә тикшеренеүҙәр, цифрлы хәүефһеҙлек, логистика һәм финанс сервистары булдырыу мәсьәләләре өҫтөндә эшләйәсәк[71].
2017 йылдың ноябрендә IBM ғалимдары 50 квант разрядлы процессор прототибын уңышлы эшләне һәм үлсәне[72].
IBM-дың төп подразделениелары:
IBM түбәндәге эшләнмәләр менән мәшғүл:
IBM етештерә:
IBM элек етештергән:
Корпорацияның бөтә илдәрҙә лә тиерлек вәкилдәре бар. 2010 йыл аҙағына компания хеҙмәткәрҙәренең күпселеге АҠШ-та эшләй (105 мең, йәғни 27 процент тирәһе). Һиндостанда IBM-да 75 меңлек персоналы (19 процент самаһы) даими эш менән мәшғүл[76].
СССР-ға компания 1974 йылда, Химия сәнәғәте министрлығына мейнфреймдар һатыу тураһында контрактҡа ҡул ҡуйғас килә. 1974 йылда Мәскәүҙә офисы асыла[77]. 2006 йылда IBM Рәсәйҙә мейнфейм технологиялары эшләү буйынса тикшеренеү лабораторияһы асыла [78]. «IBM-дың технологик мәктәбе» проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәй тимер юлдары һәм Рәсәй иҡтисад мәктәбе менән берлектә Цифрлы транспорт тикшеренеүҙәре үҙәге асыла, унда тимер юлда файҙаланыла ала торған пилот технологиялар һынала[79].
IBM совет мәғлүмәт технологиялары үҫешенә этәргес бирә, атап әйткәндә электрон-хисаплау машиналарының берҙәм селтәре (ЕС ЭВМ) IBM/360 компьютерҙарынан күсереп эшләнелә, персональ электрон-хисаплау машиналарының берҙәм селтәре (ЕС ПЭВМ) IBM-дың персональ компьютерҙары аналогы була, ә берҙәм селтәрҙең операцион системаһы IBM-дың операцион системалары менән ярашлы була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.