From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәҙерге сәнғәт музейы (ингл. Museum of Modern Art, ҡыҫҡартмаһы MoMA), Нью-Йорк Манхеттен — хәҙерге сәнғәт буйынса донъяла тәүге һәм иң бай музейҙарҙың береһе[27], ошондай башҡа йыйылмалар өсөн эталон тип иҫәпләнә.
Кешеләрҙең йөрөүе буйынса АҠШ-та өсөнсө, донъяла тәүге егерме художестволы музей иҫәбенә инә — 2013 йылда 3 066 337 кеше булған. Нью-Йорктың күренекле урындарының береһе.
1928 йылда Манхеттендағы офис бинаһының алты залында урынлаша, Рокфеллерҙар ғаиләһенең ҙур булышлығы һәм ярҙамы тейә. Сәнғәт белгесе Альфред Барр музейҙың беренсе директоры була.
Йыйылмаларына XX быуаттың иң билдәле сәнғәт әҫәрҙәре — «Звездная ночь» (Винсент Ван Гог)), «Танец» (Анри Матисс), «Авиньонские девицы», «Спящие крестьяне» (Пабло Пикассо), «Постоянство памяти» (Сальвадор Дали), «Птица в пространстве» (Брынкуши) инә.
Әлеге бинаһының төҙөлөшө 1939 йылда башлана, 1950-се йылдарҙа «интернациональ стилдә» Филип Джонсон тарафынан яңыртып төҙөлә, 1980-се һәм 2000-се йылдарҙағы реконструкциялар ваҡытында музей майҙандары бер нисә тапҡырға ҙурайтыла.
1947 йылда МоМА етәкселеге Нью-Йорктың «Метрополитен» музейы менән контракт төҙөй, уға ярашлы, хәҙерге заман сәнғәте разрядынан классик сәнғәт әҫәре разрядына күскән әҫәрҙәр МоМА-нан «Метрополитен»ға тапшырылырға тейеш була.
Музейҙа 150 000-дән ашыу әҫәр һәм 4 миллион самаһы кинофильм һаҡлана[28].
Коллекцияһы XIX быуат аҙағынан XXI быуат башына тиклемге донъя сәнғәте әҫәрҙәренән тора. Музейҙың бүлектәре: архитектура һәм дизайн (биналарҙың макеттары һәм рәсемдәре; Л. Мис ван дер Роэ архивы), һынлы сәнғәт һәм скульптура ( постимпрессионизмдан, ХХ быуаттың авангардистик йүнәлештәренән алып иң заманса сәнғәткә тиклем), һүрәт, баҫма графика һәм иллюстрацияланған китаптар, фотоһүрәттәр, кино, сәнғәт һәм перформанс сәнғәте 2020 йыл 8 август архивланған..
Һәр бүлектең уҡыу үҙәге бар. Музейҙа әүҙем нәшриәт эшмәкәрлеге алып барыла, китапхана һәм архивтар бар. Подвал ҡаттарында урынлашҡан кинотеатрҙарҙа музей фондындағы фильмдар күрһәтелә 2020 йыл 8 август архивланған..
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.