24 март — григориан стиле буйынса йылдың 83-сө (кәбисә йылында 84-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 282 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Туберкулёзға ҡаршы көрәш көнө.
- Ер: менән көрәш көнө.
- Уңыш-ҡаҙаныштар көнө.
- Паровоздың тыуған көнө.
- тыуған көнө.
- Милли
- Һөнәри
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әхмәтйәнова Ләлә Ғабдулла ҡыҙы (1950), йырсы, педагог. 1977—1979 һәм 1985—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1979—1985 йылдарҙа Воронеж опера һәм балет театры солисы; бер үк ваҡытта 1985—1989 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1997—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (1955), рәссам, педагог. 2003—2015 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры. 1993 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997). Салауат Юлаев һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә республика конкурсы (Өфө, 2004) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
- Лобанов Владимир Александрович (1955), спортсы, юғары квалификациялы тренер-педагог, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Өфөләге 27-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. 1989 йылдан Башҡортостандың Каратэ Кёкусинкай федерацияһы рәйесе, 2003 йылдан Рәсәй Каратэ Кёкусинкай федерацияһының президиум ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү һәм Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура (2003) хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тимашева Гөлшат Фаат ҡыҙы (1960), дәүләт хеҙмәткәре. 1988 йылдан Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге һәм Төньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
- Шәмиғолов Фәнил Булат улы (1965), ғалим-хирург, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 2003—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2009 йылдан Өфөләге 3-сө дауахананың баш табибы. 1997 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан — Дипломдан һуң белем биреү институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм йәмәғәт һаулығы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Генералов Виктор Иванович (1932—2008), нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1959 йылдан «Ишембайнефть» НГДУ-һы Төҙөлөш-монтаж идаралығының баш инженеры, 1962—1979 йылдарҙа НГДУ-ның профком рәйесе, 1986—1996 йылдарҙа нефтепромысел начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ҡорманаев Рәфҡәт Дәүләт улы (1947), ауыл хужалығы ветераны, ветеринар табип. 1975 йылдан Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың ветеринар табибы, 1995 йылдан Байым ветеринария участкаһы мөдире, 1999—2002 йылдарҙа район втеринария станцияһының ветеринар табип-эпизоотологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар табибы (1987). Сығышы менән ошо райондың Нияҙғол ауылынан.
тулы исемлек
- Вәхитов Валерий Асрар улы (1952), ауыл хужалығы, комсомол органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан Миәкә районында ветеринария хеҙмәткәре; 1978 йылдан ВЛКСМ район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1984 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы; 1991 йылдан — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Миәкәтамаҡ ауылынан.
- Лоҡманов Альберт Лотфулла улы (1952), ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1992 йылдан Йәрмәкәй районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. 2000 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғиниәтова Гүзәл Мөғәлим ҡыҙы (1962), Өфө ҡалаһының 122-се Башҡорт гимназияһы директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Әфтәхов Руслан Шәрәфетдин улы (1977), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2000). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Күреү буйына инвалидтар араһында 200, 400 һәм 800 метрға йүгереүҙә ун тапҡыр Рәсәй чемпионы (1996—2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Арсений (донъяуи исеме Крылов Алексей Васильевич; 1879—26.05.1962) дин әһеле. 1950—1953 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Архимандрит (1945). Монахлыҡ ҡабул иткән (1945). Сығышы менән Мәскәү губернаһының Петровский ауылынан.
- Афанасьев Фёдор Игнатьевич (1969), хужалыҡ эшмәкәре. «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районының Үрге Алаштан ауылынан.
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1900: Иван Козловский, опера йырсыһы, СССР-ҙың (1940) һәм Украинаның (1993) халыҡ артисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1920: Василий Сталин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, лётчик, авиация генерал-лейтенанты. Иосиф Сталиндың кесе улы.
- 1950: Александр Буйнов, эстрада йырсыһы, композитор. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2010).
- 1954: Александр Серов, СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы.
- 1955: Венера Ганиева, опера һәм эстрада йырсыһы, педагог, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтының кафедра мөдире, профессор. Рәсәйҙең халыҡ артисы (1995).
- 1955: Ринат Әнимаев, СССР һәм Франция рәссамы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға