7 май — григориан стиле буйынса йылдың 127-се (кәбисә йылында 128-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 238 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Астрономия көнө.
- Асыҡ тәҙрәләр көнө.
- Ғаиләлә тигеҙлек көнө.
- Күңел асыу көнө.
- Пилотһыҙ осоусы аппараттар көнө.
- Тынлы еҙ музыка ҡоралы — туба көнө.
- Милли
- Һөнәри
- Ер: Ҡатын-ҡыҙ уҙышсылар көнө.
- АҠШ: көнө.
- Бангладеш: Инженерҙар көнө.
- Беларусь: Радио, телевидение һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡаҙағстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
- Ҡырғыҙстан Тажикстан: Элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Радио көнө — элемтәнең барлыҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре байрамы.
- Президент полкы көнө.
- Хәрби Диңгеҙ Флоты элемтәселәре һәм радиотехник хеҙмәт белгестәре көнө.
- Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең енәйәт-башҡарыу инспекциялары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлимуллина (Хәбибуллина) Рәйсә Ғәли ҡыҙы (1931—6.09.2000), йырсы (сопрано), вокал буйынса педагог. 1954 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1957—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы; бер үк ваҡытта 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан яңғыҙ йырлау һәм операға әҙерлек кафедраһы мөдире. Профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974).
- Нәҙершин Альберт Сәхәп улы (1951), хеҙмәт ветераны, ғалим-тау инженеры-электрик, йәмәғәтсе. 1985 йылдан Өфөләге Торлаҡ ремонтлау-эксплуатациялау производство тресы идарасыһы, 1992 йылдан – Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте идаралығы начальнигы; 1997–2006 йылдарҙа «Уфагаз» предприятиеһы директоры; 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2005). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2004). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Канбекова Нәзихә Шәмси ҡыҙы (1932), педагог. Архангел районының Архангел ауылындағы 1-се урта мәктәп ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
- Янборисов Роберт Абдулла улы (1932—8.08.1999), ғалим-философ, хәрби хеҙмәткәр, 1-се ранг капитаны. 1951 йылдан СССР Хәрби диңгеҙ флоты хеҙмәткәре; 1975 йылдан Ленинград Хәрби диңгеҙ академияһы, 1978 йылдан – Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Алыҫ Көнсығыш бүлексәһенең Алыҫ Көнсығыш халыҡтары тарихы, археологияһы һәм этнографияһы институтының (Владивосток ҡалаһы) бүлек мөдире, директор урынбаҫары. 1988 йылдан (өҙөклөктәр менән) Өфөләге Социаль- иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 1996—1999 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
тулы исемлек
- 1840: Пётр Ильич Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы, педагог, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1861: Рабиндранат Тагор, Һиндостан яҙыусыһы, шағир, композитор, рәссам һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1892: Иосип Броз Тито, дәүләт эшмәкәре, 1945—1980 йылдарҙа Югославия етәксеһе.
- 1901: Гэри Купер, АҠШ актёры.
- 1925: Лев Мирский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1930: Анатолий Лукьянов, ғалим-хоҡуҡ белгесе, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1930: Игорь Безродный, СССР музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1980: Зөһрә Шәрифуллина, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.
- 1980: Ким Нам Сун, Төньяҡ Корея спортсыһы, уҡ атыуҙа 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға