Австрия
Үҙәк Европала урынлашҡан ил / From Wikipedia, the free encyclopedia
А́встрия (нем. Österreich - Өстеррайх), рәсми исеме А́встрия Республика́һы (нем. Republik Österreich) — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса демократик парламент республикаһы. Австрия 9 федераль штаттан тора.
Австралия — көньяҡ ярымшарҙағы дәүләт менән бутамаҫҡа
| |||||
Гимн: Австрия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | Австро-Венгрия тарҡалыуы (17 октябрь 1918 йыл иленән) | ||||
Рәсми телдәр | немец | ||||
Баш ҡала | Вена | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Вена, Грац, Линц, Зальцбург, Инсбрук | ||||
Идара итеү формаһы | Федератив республикаһы | ||||
Федераль Президенты Федераль Канцлер | |||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 112 урын 83 871 км² 1,7% | ||||
Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ | 94 урын ▲8 420 010 100,2 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2013) • Кеше башына | 35 урын 380,5 млрд $ 42 082 $ | ||||
Валюта | евро | ||||
Интернет-домен | .at, .eu | ||||
Телефон коды | +43 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +1 |
Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт теле — немец.
1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берләшмәһе ағзаһы. 1955 йылда даими нейтралитет һәм бер ниндәй ҙә хәрби блоктарға ҡушылмауҙы иғлан итә. Аҡса берәмеге — евро.
Дәүләт төньяҡтан Германия (784 км) һәм Чехия (362 км) менән, көньяҡтан Словения (91 км) һәм Италия (430 км) менән, көнбайыштан Швейцария (164 км) һәм Лихтенштейн (35 км) менән, көнсығыштан Словакия (91 км) һәм Венгрия (366 км) менән сиктәш.