Евро
валюта / From Wikipedia, the free encyclopedia
Е́вро (валютаның коды — €, банк коды: EUR) — «еврозонаға» ингән 20 илдең (Австрия, Бельгия, Германия, Греция, Ирландия, Испания, Италия, Кипр, Латвия, Литва, Люксембург, Мальта, Нидерланд, Португалия, Словакия, Словения, Финляндия, Франция, Хорватия, Эстония) рәсми валютаһы. Евро шулай уҡ йәнә 9 илдең милли валютаһы булып тора, уларҙың етәүһе Европала урынлашҡан. Әммә еврозона ҡатнашыусыларынан айырмалы рәүештә, был илдәр Европа үҙәк банкынының аҡса-кредит сәйәсәтенә йоғонто яһай алмай һәм уның етәксе органдарына үҙ вәкилдәрен ебәрергә лә хоҡуҡлы түгел. Шулай итеп, евро — 320 миллиондан ашыу европалы өсөн берҙәм валюта булып тора.
Евро (рус.) | ||||
---|---|---|---|---|
Euro (ингл., фр., нем., нид., люкс., латин., эст., ит., порт., фин., исп., ирл., слов., швед., фриз., кат., төр.) | ||||
| ||||
Кодтар һәм и символдар | ||||
ISO 4217 кодтары | EUR (978) | |||
Символы | € | |||
Әйләнеш территорияһы | ||||
Эмитент | Европа союзы (ЕС) | |||
Рәсми | ЕС ағзалары: Австрия Бельгия Германия Греция Ирландия Испания Италия Кипр Республикаһы Латвия Литва Люксембург Мальта Нидерланд Португалия Словакия Словения Финляндия Франция Хорватия Эстония ЕС сиктәренән тыш: Андорра Ватикан Монако Сан-Марино Акротири и Декелия Сен-Бартельми Сен-Мартен Сен-Пьер и Микелон | |||
Рәсми булмаған | Косово Черногория | |||
Сығарылма һәм параллель берәмектәре | ||||
Бүленгән | Евроцент (1⁄100) | |||
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар | ||||
Ваҡ аҡсалар | 1, 2, 5, 10, 20, 50 центтар, 1, 2 евро | |||
Банкноталар | 5, 10, 20, 50, 100, 200, 500 евро | |||
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү | ||||
Эмиссион үҙәк | Европа үҙәк банкыһы | |||
www.ecb.europa.eu | ||||
20 октябрь 2014 йыл курсалар | ||||
1 USD | = 1.27 EUR | |||
1 RUB | = 52.24 EUR | |||
2014 йылда инфляция | ||||
Инфляция | 0,7% (апрель) Сығанаҡ | |||
Евро Викимилектә |
Евро ҡулаҡсаһыҙ әйләнешкә 1999 йылдың 1 ғинуарында индерелә, ә 2002 йылдың 1 ғинуарынан ҡулаҡсалы әйләнешкә банкноталар һәм тимер аҡсалар инә. Евро 1:1 нисбәтендә 1979 йылдан 1998 йылға тиклем ҡулланылып килгән европа валюта берәмеген (ЭКБ) алмаштыра.
Евро Европа үҙәк банкылары системаһы (ЕҮБС) тарафынан идара ителә, уның башында Майндағы-Франкфуртта (Германия) урынлашҡан Европа үҙәк банкы (ЕҮБ) тора. ЕҮБС-ға ЕҮБ-нан тыш, евроны ҡабул иткәнме-юҡмы, Европа Берләшмәһе ағзаһы булып торған барлыҡ илдәрҙең банкылары инә. ЕҮБ бойондороҡһоҙ үҙәк банк булып тора. Еврозонала тик ул аҡса-кредит сәйәсәтен билдәләү хоҡуғына эйә. ЕҮБС банкнота һәм тимер аҡса сығарыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ еврозонала түләү системаларының эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Европа берлегенең барлыҡ илдәре лә еврозонаға инә ала. Бының өсөн Европа берлеге Килешеүе билдәләгән конвергенция критерийҙарының үтәлеүе кәрәк (уны маастрихт критерийҙары тип тә атайҙар). Ундай илдең макроиҡтисад күрһәткестәре конвергенция критерийҙарына тап килеү-килмәүе хаҡында ҡарарҙы ЕБ Советы ҡабул итә, артан Европа Советы раҫлай. ЕС-ҡа тулыһынса берегеп китер өсөн евро зонаһына инеү тәбиғи аҙым.