![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/00/USDnotesNew.png/640px-USDnotesNew.png&w=640&q=50)
АҠШ доллары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Америка Ҡушма Штаттары доллары, АҠШ доллары (ингл. US dollar, United States dollar) — Америка Ҡушма Штаттарының рәсми аҡсаһы (валютаһы). График тамғаһы — $, валюта коды — USD. АҠШ доллары донъялағы төп резерв валюталарының береһе булып тора. 1 доллар = 100 цент. Аҡса эмиссияһы хоҡуғына АҠШ-та үҙәк банкы функцияларын үтәүсе АҠШ-ның Федераль Резерв Системаһы (ингл. Federal Reserve System) эйә.
АҠШ доллары (рус.) | ||
---|---|---|
US Dollar (инг.) | ||
| ||
Кодтар һәм и символдар | ||
ISO 4217 кодтары | USD (840) | |
Символы | Знак валюты USD не найден | |
Әйләнеш территорияһы | ||
Эмитент | ![]() | |
Рәсми | Ҡалып:Флагификация/Бермуды![]() ![]() ![]() ![]() Ҡалып:Флагификация/Маршалловы острова ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() | |
Сығарылма һәм параллель берәмектәре | ||
Бүленгән | Дайм (1⁄10) | |
Цент (1⁄100) | ||
Милль (1⁄1000) | ||
АҠШ доллары шулай уҡ ҡайһы бер башҡа илдәрҙә (мәҫәлән, Маршалл утрауҙарында, Сальвадорҙа) милли валюта статусына эйә. Нәҡ АҠШ доллары юридик тендер булмаған илдәрҙә, шул иҫәптән ҡулаҡсала һәм/йәки ҡулаҡсаһыҙ әйләнештә (мәҫәлән, Зимбабвела) ҡулаҡсаһыҙ әйләнештә ҡулланылмаған осраҡтарҙа, йыш ҡына өҫтәмә (параллель) берҙән-бер милли валютаһы булып тора).
Донъя сауҙа әйләнешенең 80 проценттан ашыуы АҠШ доллары менән иҫәпләнә тигән фекер йәшәй.
Bloomberg агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың майынан 2014 йылдың майына тиклемге осорҙа SWIFT системаһында банк-ара әйләнештә АҠШ долларының өлөшө 42 % тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта евро өлөшө (ошо уҡ ваҡыт арауығында) — 32 %, юань — 1,47 %, Рәсәй һумы — 0,35 % биләй.[1].