Зальцбург
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
За́льцбург (нем. SalzburgSalzburg [ˈzalt͡sbʊɐ̯k][ˈzalt͡sbʊɐ̯k] , бав.бав. SoizburgSoizburg — Тоҙ крепосы) — көнбайыш Австриялағы ҡала, Зальцбург федераль еренең баш ҡалаһы. Австрияла Вена, Граца һәм Линца ҡалаларынан һуң ҙурлығы буйынса дүртенсе урында.
Зальцбургтың Үҙәк тарихи өлөшө ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Зальцбург Мюнхендан көнсығышҡа табан яҡынса 145 километрҙа, Венанан көнбайышҡа табан 300 километрҙа һәм Германия сигенән ни бары биш километрҙа урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 424 метр.
Ҡала Зальцах йылғаһы ярҙарында, Альп тауҙарының төньяҡ итәгендә урынлашҡан.
Көньяҡтағы тау пейзажы төньяҡҡа табан һуҙылған тигеҙлектәргә ҡарата котраст тыуҙыра. Альп тауҙарының яҡындағы Унтерсберг сусағы (1972 метра) ҡала үҙәгенән ни бары бер нисә генә километрҙа урынлашҡан. Әллә ҡайҙан бейек булып күренеп торған барокко стилендәге башнялары һәм күп һандағы сиркәүҙәре булған иҫке ҡала Зальцах йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан.
Һуңғы 10 йылда (2004—2013 йылдар) Зальцбургтың (аэропорт) климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Год |
Уртаса максимум, °C | 2,7 | 4,0 | 9,4 | 15,9 | 19,3 | 22,5 | 24,6 | 23,6 | 19,7 | 15,0 | 8,3 | 3,6 | 14,1 |
Уртаса температура, °C | −0,5 | 0,5 | 4,9 | 10,5 | 14,1 | 17,6 | 19,4 | 18,7 | 15,2 | 10,5 | 5,0 | 0,8 | 9,8 |
Уртаса минимум, °C | −3,1 | −2,9 | 0,3 | 5,0 | 9,0 | 12,8 | 14,5 | 13,8 | 10,6 | 6,0 | 1,8 | −2,1 | 5,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 62 | 39 | 65 | 65 | 130 | 172 | 142 | 164 | 111 | 70 | 54 | 47 | 1120 |
Источник: weatheronline |
2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Зальцбургта 142 662 кеше, 2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 150 000 кеше йәшәй. Һәр өсөнсө эш урыны тура йәки туранан-тура булмаған рәүештә туризм менән бәйле, ә эшһеҙлек Австрияла иң түбәне (5 % тирәһе)[когда?].
Археологик ҡаҙылмаларҙан күренеүенсә, хәҙерге Зальцбург урынында неолит осоронда уҡ кешеләр йәшәгән тораҡ пункты булған. Аҙағыраҡ унда кельттарҙың тораҡ пункты урынлашҡан, уны беҙҙең эраға тиклем I быуатта римдәр яулап алған. Беҙҙең эраның 45 йылында хәҙерге Зальцбург районында Ювавум колонияһы барлыҡҡа килә, ул Норик рим провинцияһының төп тораҡ пункттарының береһенә әйләнә. Ругийҙар, гепидтар, готтар һәм геруллдарҙың берләшкән армияһы 477 йылда ругийҙар юлбашсыһы Одоакр етәкселегендә, легенда буйынса, Ювавум ҡалаһын баҫып ала һәм Изге Максимды һәм уның 50 шәкертен язалай.
696 йылда бавар герцогы был ерҙәрҙе епископ Рупертҡа (аҙаҡ изге тип таныла) бүләк итә. Ул 700 йыл элек ике монастырь төҙөй, улар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған һәм буласаҡ ҡаланың төп өлөшөн тәшкил итә: ир-егеттәр өсөн Изге Петрҙың бенедиктин аббатлығы һәм Ноннберг ҡатын-ҡыҙҙар монастыры.
739 йылда ҡала епископтар резиденцияһына әйләнә, VIII быуатта, епископтар Виргилий һәм Арно заманында, ул Альп тауҙары төбәгендә христиан сиркәүенең әүҙем миссионерлыҡ үҙәге була. Шул ваҡыттан алып ҡала Зальцбург исемен йөрөтә, был тирәлә бик күп тоҙ ятҡылыҡтары булғанҡа шулай атайҙар. 798 йылда Зальцбург епископтарының статусын күтәрәләр, һәм улар архиепископтар статусын ала.
1077 йылда ҡала янындағы тауҙа Хоэнзальцбург крепосы төҙөлә, артабанғы осорҙа ул күп тапҡырҙар өҫтөп төҙөлә.
1278 йылда архиепископлыҡ Изге Рим иперияһының суверен кенәзлеге тип таныла һәм әкренләп сағыштырмаса бойондороҡһоҙ клерикаль дәүләткә әйләнә. Бавариянан тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ тик XIV быуатта ғына таныла, шул уҡ ваҡытта чума сире ҡала халҡының өстән бер өлөшөн ҡыра.
Кенәз-архиепископтар власы 1803 йылға тиклем һаҡлана, сөскә атҡан осоронда Зальцбургтың ерҙәре хәҙерге федераль Зальцбург ерҙәренән байтаҡҡа күберәк була.
XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында ул иң бай кенәзлек була. Архиепископтар Вольфе Дитрихе фон Райтенау, Маркусе фон Хоэмесе һәм Парис Лодрон дәүерендә ҡала итальян архитекторҙары етәкселегендә матурлап төҙөкләндерелә, шунан һуң Зальцбург Европа бароккоһы баш ҡалаларының береһе тип таныла. 1622 йылда ҡалала университетҡа нигеҙ һалына, әммә был уҡыу йорто 1810 йылда ябыла һәм 1963 йылда ҡайтанан асыла. 1628 йылда ҡала соборы төҙөлә, 1767 йылда Мёнхсберг тауы аҫтынан Европалағы иң өлкән туннел һалына.
Кәсепселек, һыра ҡайнатыу уңышлы үҫешә. Беренсе һыра ҡайнатыу заводы 1492 йылда уҡ асыла (Stiegl-Brauwelt һыра заводы). Әммә ҡалаға иң ҙур килем тоҙ ҡайнатыу һәм һатыуҙан килә.
Реформалар үткәреү йылдарында Зальцбург немец ерҙәрендә католицизмдың төп терәге була, 1731 йылда бөтә протестанттар ҙа ҡаланан ҡыуыла.
Наполеон һуғышы башланыу менән кенәзлек йәшәүҙән туҡтай.
1803 йылда герман медиатизацияһы сиктәрендә Зальцбург архиепископлығы урынына Фердинанда III, быға тиклемге Бөйөк герцог Тосканский өсөн курфюрстлыҡ титулы булдырыла, Наполеон I унан ерҙәрен тартып ала һәм шул ерҙәрҙә Этрурия короллеген булдыра.
1805 йылда, Пресбург солохо шарттарына ярашлы, курфюрстлыҡ территорияһының элек архиепископлыҡҡа ҡараған өлөшө, Австрия империяһы составына инә.
1810 йылда ҡала Баварияға тапшырыла, ләкин1816 йылда Вена конгресы ҡарары буйынса Зальцбург Австрия составына инә.
1867 йылдың 18-23 авгусында Зальцбургта Франц Иосиф һәм Наполеон III осраша.
1938 йылда аншлюс һөҙөмтәһендә Зальцбургҡа немец ғәскәрҙәре инә. Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡаланы союзниктар армияһы бер нисә тапҡыр бомбаға тота, ләкин иҫтәлекле урындар бынан бер ниндәй зыян да күрмәй.
Зальцбургты АҠШ ғәскәрҙәре 1945 йылдың 5 майында азат итә. Һуғыштан һул ҡала американ оккупация зонаһына ҡарай.
Иҫке ҡала Зальцах йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан, ул йылға һәм Мёнхсберг ҡаялы тауҙары (монахтар тауҙары) менән Хоэнзальцбург крепосы урынлашҡан Фестунгберг тауы (крепость тауҙары) араһында тар ғына һыҙат булып һуҙыла.
Хоэнзальцбург (Hohensalzburg) крепосы стоит на вершине горы Фестунгсберг тауы түбәһендә, ҡала кимәленән 120 метр бейеклектә урынлаша. Унан тороп Зальцбург күренештәрен күҙәтергә мөмкин..
Был крепость Европалағы тулыһынса беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған урта быуат крепостарының береһе, уның майҙаны 30 тысяч м². Уға Иҫке ҡаланан фуникулёрҙа ғына барырға мөмкин.
1077 йылда бында роман стилендә замок төҙөлә, әммә хәҙер уның нигеҙе бар. Хоэнзальцбургтың хәҙерге йөҙө XVI быуатта ғына булдырыла.
Уң яҡ яр йәки Яңы ҡала XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башында, һул яҡ ярҙа төҙөлөш өсөн урын ҡалмағас, төҙөлә башлай.
Иҫке ҡала һәм Хоэнзальцбург крепосы араһында фуникулёр һауа юлы бар.
Зальцбургта дүрт университет бар.
Дүрт университеттан тыш ҡалала утыҙҙан ашыу институт, юғары мәктәптәр, академиялар һәм гимназиялар эшләй.
Коммунаның бургомистры Хайнц Шаден (СДПА, 2004 йылғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса).
Коммуна вәкилдәре Советы (нем. GemeinderatGemeinderat) 40 урындан тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.