17 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 290-сы көнө (кәбисә йылында 291-се). Йыл аҙағына тиклем 75 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- БМО: Хәйерселекте бөтөрөү өсөн көрәш көнө.
- Ер: Электрон таблицалар көнө.
- Милли
- АҠШ: Ҡара тәнле шағирҙар көнө.
- Аргентина: Тоғролоҡ көнө.
- Перу: Сеньеор-де-Лурен фестивале.
- Ямайка: Милли геройҙар көнө.
- Һөнәри
тулы исемлек
- 1877: Мәсетле районының хәҙерге Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле урта мәктәбе эш башлай.
- 1897: Константин Циолковский аэродинамик торба эшләй.
- 1918: Мәскәүҙә донъяла иң беренсе Дәүләт уйынсыҡтар музейы ойошторола.
- 1930: Дыуан ауыл хужалығы техникумы асыла.
- 1942: Дәүләкән ҡасабаһы республика ҡармағындағы ҡалалар категорияһына индерелә.
- 1962: «The Beatles» тәүге тапҡыр телевидение аша сығыш яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Әбдуҡаева Зиәфә Әүхәҙи ҡыҙы (1917—19.01.2000), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты. 1945—1972 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһы медицина учреждениелары хеҙмәткәре. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миңеште ауылынан.
- Нечаева Тамара Павловна (1922—16.08.2003), скульптор, рәссам. 1943 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).
- Прокопьев Герман Терентьевич (1922—30.06.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республикаһының Цивиль районының Байгеев ауылынан. 1939—1941 һәм 1945—1947 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Соловьёвка ауылында (хәҙер бөткән) йәшәй.
- Ҡәрипова Лүзә Абрар ҡыҙы (1932), педагог. 1959—1987 йылдарҙа Дүртөйлө районы Йүкәлекүл һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1965). Сығышы менән ошо райондың Барғаты ауылынан.
- Әхиәретдинов Йәүҙәт Нәжметдин улы (1937—12.03.2014), механизатор. 1954—2007 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Маяҡ» колхозы тракторсыһы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Таймырҙа ауылынан.
- Ибраһимов Илдус Ғамир улы (1957), ғалим-инженер-механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1986—1992 йылдарҙа лаборатория мөдире, 2000 йылдан нефть аппараттары технологияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан механика факультеты деканы, 2004 йылдан — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).
- Маганев Василий Анисимович (1957), «Яҡтыкүл» шифахаһы директорының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре кандидаты (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Дөйөм исемлек
- 1493: Баччо Бандинелли, Италия рәссамы.
- 1759: Якоб II Бернулли, Швеция механигы.
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға