![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/41/Scardinius_erythropthalmus_2009_G1.jpg/640px-Scardinius_erythropthalmus_2009_G1.jpg&w=640&q=50)
Ҡыҙылғанат
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙылғанат (лат. Scardinius erythrophthalmus, рус. Краснопёрка, сороча, краснопёрая плотва, краснокры́лики красногла́зка) — һаҙандар төркөмөнә ҡараған, йылыраҡ һыуҙы яратыусы йылға балығы. Европа һәм Урта Азияла киң таралған. Төньяҡ, Балтик, Ҡара, Каспий, Арал диңгеҙҙәренә ҡойған йылға-күлдәрҙә йәшәй. Башҡортостандың көньяҡ райондарында йышыраҡ осрай. Себерҙә осрамай.
Ҡыҫҡа факттар Ҡыҙылғанат, Батшалыҡ ...
Ҡыҙылғанат | |
---|---|
![]() | |
Ҡыҙылғанат | |
Батшалыҡ | Хайуандар |
Тип | Хордалылар |
Класс | [[]] |
Отряд | сазан һымаҡтар |
Ғаилә | Сазандар |
Ырыу | Ҡыҙылғанаттар |
Төр | Ҡыҙылғанат |
Халыҡ-ара фәнни исеме | |
Scardinius erythrophthalmus
(Linnaeus, 1758) |
Ябырға
Яңы Зеландияла һәм Канадала урындағы балыҡтарҙы бөтөрөүсе зарарлы балыҡ тип иҫәпләйҙәр.
Ҡыҙылғанат — матур балыҡ, ҡанаттары ҡып-ҡыҙыл, арҡаһы ҡара йәшел, эреләренең тәңкәләре һарғылтыраҡ төҫтә була. Был балыҡ бөжәктәр менән туйына. Оҙонлоғо 51 см-ға, ауырлығы 2 кг-дан артып китеүе мөмкин.