Канада
Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кана́да (ингл. Canada [ˈkænədə], франц. Canada [kanaˈda]) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге — донъялағы иң оҙон дәүләт-ара сик.
| |||||
Милли девиз: «A Mari Usque Ad Mare» | |||||
Гимн: Канада гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 1 июль 1867 (ТАБ тураһында акт) 11 декабрь 1931 (Вестминстер Статуты) 17 апреля 1982 (Канада Акты) (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | инглиз теле, француз теле | ||||
Баш ҡала | Оттава | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Торонто | ||||
Идара итеү формаһы | конституцион монархия[1] | ||||
Дәүләт башлығы Генерал-губернатор Премьер-министр | Charles III Мэри Саймон Стивен Һарпер | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 2 урын 9 984 670 км² 8,62 | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2021) • Кеше башына | 15 урын 2,027 трлн[2] $ 53 089[2] $ | ||||
Валюта | Канада доллары (CAD, код 124) | ||||
Интернет-домен | .ca | ||||
Телефон коды | +1 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC -3.5...-8 |
Халыҡ һаны буйынса донъяла 37-се ил (2023 йылдың 1 февраленә 39 432 111 кеше[3]
Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.