From Wikipedia, the free encyclopedia
Иҡтисад (боронғо грек теленән οἶκος — йорт, хоужалыҡ, хужалыҡ итеү һәм νόμος — ном, хужалыҡ менән идара итеү территорияһы һәм һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, «йорт хужалығын алып барыу ҡағиҙәһе»)[1] — йәмғиәттең хужалыҡ эшмәкәрлеге, шулай уҡ етештереү, бүлеү, алмашыу һәм ҡулланыу системаһында барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәр берлеге.
Иҡтисад | |
Ҡайҙа өйрәнелә | иҡтисад, экономическая антропология[d] һәм иҡтисадсы[d] |
---|---|
Һештег | economy |
Тема географияһы | иҡтисади география[d] |
Иҡтисад Викимилектә |
Беренсе тапҡыр ғилми хеҙмәттә «иҡтисад» һүҙе беҙҙең эраға тиклем Ксенофонттың ғилми эштәрендә телгә алына һәм ул уны «тәбиғи фән» тип атай. Аристотель иҡтисадты хрематистикаға — кешенең файҙа алыу менән бәйле эшмәкәрлек тармағына ҡапма-ҡаршы ҡуя[2]. Хәҙерге философияла иҡтисад хаҡ билдәләмәһе күҙлегенән ҡаралған йәмғиәт мөнәсәбәттәре системаһы итеп ҡарала. Иҡтисадтың төп функцияһы даими рәүештә халыҡтың тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн кәрәк булған уңайлыҡтар булдырыу, сөнки шунһыҙ йәмғиәт үҫешмәй. Иҡтисад сикләнгән ресурстар донъяһында кешенең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә.
Йәмғиәт иҡтисады ҡатмарлы һәм бөтә өлкәгә ҡағылған организм булараҡ, һәр кешенең һәм йәмғиәттең тормошон, эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Иҡтисад фәнендә иҡтисади эшмәкәрлек производствоның микро- һәм макроиҡтисад кимәленә һәм донъя иҡтисадына бүленә.
Милек формаһына бәйле дәүләт һәм шәхси секторға айырыла.
Иҡтисади эшмәкәрлектең аныҡ төрҙәренә бәйле иҡтисадтың аныҡ, производство булмаған һәм финанс секторын айырылар.
Ғәмәлдәгеләрҙән түбәндәге төп формаларҙы бүләләр:
Иҡтисад үҫеше билдәле ваҡыт арауығында, билдәле осорҙа (ай, квартал, йыл) милли иҡтисадта продукция етештереүҙең аныҡ үҫешен билдәләй. Иҡтисади үҫештән айырмалы, иҡтисад үҫеше күләм күрһәткесе. Аныҡ производство тигәндә (инфляция факторҙары ҡағылмаған), ғәҙәттә, аныҡ эске тулайым продукция (ВВП) күләмен, һирәк кенә — аныҡ тулайым милли продукт (НВП), саф милли продуктты (ЧВП) йәки милли килемда (НД) аңлайҙар. Иҡтисад үҫеше дөйөм именлек үҫешенә: ғүмер оҙайлығы артыуына, медицина хеҙмәтләндереүе сифатына, белем кимәленә, эш сәғәте ҡыҫҡарыуға һ.б. тығыҙ бәйләнгән.
Иҡтисад үҫешенең экстенсив һәм интенсив факторҙары бар.
Тәүтормош йәмғиәттә иҡтисади үҫеш кимәле түбән йән йән аҫырарлыҡ ҡына була. Башта тәүтормош кешеләре йәшәү өсөн һунарсылыҡ һәм ризыҡ йыйыу менән шөғөлләнһә, неолитик инҡилап һөҙөмтһендә ер эшкәртеү һәм малсылыҡ барлыҡҡа килә. Йәмғиәттең үҫеше хеҙмәт бүленешенә һәм социаль тигеҙһеҙлеккә килтерә, социаль синыфтар һәм дәүләт барлыҡҡа килә. Ҡол биләүселек башлана.
Яйлап ҡына тәүҙә тәбиғи алмашыу — бартер формаһында тормошҡа ашырылҡан тауар әйләнеше үҫешә, әммә аҡса барлыҡҡа килгәс, ул сауҙаға әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, Боронғо донъя һәм Урта быуаттар йәмғиәттәрендә тәбиғи хужалыҡ өҫтөнлөк итә. Бик күп дәүләттәрҙә хужалыҡты планлы алып барыуға (ул ирригация, һарайҙар һәм пирамидалар һалыу кеүек һур эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеге бирә) һарай иҡтисады һәм тәбиғи хужалыҡ берләшмәһенә нигеҙләнә.
XV быуат һуңынан Бөйөк географик асыштар дәүере башлана, ул донъя иҡтисадын барлыҡҡа килтерә һәм беренсел туплау дәүеренә юл аса.
XVIII быуаттың һуңғы сирегенән сәнәғәт инҡилабы башлана һәм ул ҡайһы бер үҫешкән илдәрҙә XIX быуат һуңында халыҡтың күпселегенең ауыл хужалығында түгел, ә сәнәғәттә эшләй башлауына килтерә. Өҫтөнлөклө иҡтисади система булып капитализм тора, традицион йәмғиәт замансаға, аграр йәмғиәттән индустриаль йәмғиәткә әйләнә.
XX быуатта ҡайһы бер илдәрҙә административ-командалы социалистик иҡтисад ойошторола. Башҡа илдәрҙә капитализм үҫешә. XX быуаттың икенсе яртыһында фәнни-техник инҡилап башланып, һөҙөмтәлә нығыраҡ үҙещкән илдәрҙә индустриаль йәмғиәт постиндустриаль йәмғиәткә йәләнә башлай. Ҡайһы бер илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, постиндустриаль иҡтисадҡа күсеү билдәле бер объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында тотҡарланыла.
2008 йылда эске тулайым продукция күләме буйынса (миллионлаған АҠШ долларында) Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, донъяның иң ҙур иҡтисадтары[3]:
Урын | Ил | ВВП (млн $) |
---|---|---|
Тотош донъя | 62 909 274[4] | |
Европа союзы | 16 282 230[4] | |
1 | АҠШ | 14 657 800 |
2 | Ҡытай | 5 878 257 |
3 | Япония | 5 458 872 |
4 | Германия | 3 315 643 |
5 | Франция | 2 582 527 |
6 | Бөйөк Британия | 2 247 455 |
7 | Бразилия | 2 090 314 |
8 | Италия | 2 055 114 |
9 | Канада | 1 574 051 |
10 | Һиндостан | 1 537 966 |
11 | Рәсәй Федерацияһы | 1 465 079 |
12 | Испания | 1 409 946 |
13 | Австралия | 1 235 539 |
14 | Мексика | 1 039 121 |
15 | Корея республикаһы | 1 007 084 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.