From Wikipedia, the free encyclopedia
Был мәҡәлә башҡорт ҡурайы тураhында. Төрлө сығанаҡтарҙа һәм төрлө сәбәптәр менән «ҡурай» исеме менән аталған һыбыҙғы, һыҙғыртҡыс хаҡында айырым мәҡәлә бар: Һыбыҙғы.
Ҡурай | |
Классификация |
Тынлы, ағас, 4.аэрофон |
---|---|
Диапазон: | |
Туғандаш инструменттар | |
Музыканттар |
Азат Айытҡолов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Ғәйфулла Сарбаев, Ҡаһым Түрә, Роберт Юлдашев, Йомабай Иҫәнбаев |
Ҡурай Викиһаҡлағыста |
Ҡурай — башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы. Башҡортостан Республикаһының ил кимәлендә рәсми теркәлгән территориаль бренды[1][2].
Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай — һыҙғыртма ҡурай, һыбыҙғы — бәләкәй арҡыры ҡурай.
Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар.[3] Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.
Башҡорт ҡурайының тасуирламаһы сит ил белешмә баҫмаларында ла урын тапҡан. Мәҫәлән, 1913 йылда Нью-Йоркта немец телендә Real-Lexikon der Musikinstrumente, zugleich ein Polyglossar fuèr das gesamte instrumentengebiet тигән музыка ҡоралдары полиглоссарийы нәшер ителгән булған. Уның 235-се битендә ҡурай тап башҡорт халыҡ уйын ҡоралы тип аталып, нисек эшләнеүе һүрәтләнгән. Үҙ нәүбәтендә баҫма 1896 йылда донъя күргән "Русская музыкальная газета"лағы мәғлүмәткә таянған [4]
Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.
XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570—810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»-дән алып «До»-ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H).
Башҡорт милли көйҙәре пентатоник үлсәмдәге көйҙәр булып тора, һәм ҡурайҙа бөтә нескәлектәре менән биреп була. Диатоник өн теҙмәһе өсөн иһә ҡурайҙарҙы төрлө тоналлектә эшләйҙәр, йәғни ундай көйҙәрҙе башҡарғанда бер нисә ҡурайҙы алмаштырып уйнарға тура килә. 90-сы йылдарҙа ҡурайсы Ишморат Илбәков бөтә тондарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырыуға өлгәшә һәм «ишҡурай» тип атай. Мәгәр ҡурай белгестәре эшләү технологияһы, уйнау ысулы тап уныҡы кеүек булған ҡурайҙарҙы ғына ҡурай тип һанай. Шуға күрә классик ҡурайға нигеҙләнеп Ишморат Илбәков уйлап сығарған хроматик ҡурайҙы ҡурай тип танымау бар. Ул үҙенең уйын ҡоралын «ишҡурай» тип патент ала[5]
Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙҙың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығара. Ауыҙ эсендәге тын менән ҡурай уйнау, өйрәнә башлаған осорҙа ғына хата һаналмай. Ҡурай моңо нигеҙендә төп өндән кварта аралығында ике мажор пентоника бәйләнеше ята. Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ. Ҡурайҙа бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған көйҙәр, хатта донъя күләмендәге классик әҫәрҙәр ҙә уйнала. Шулай уҡ йыр оҙатыусы ҡорал булараҡ та ҡулланыла. Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙы тыңлау араһында бик ҙур айырма бар. Шул сәбәпле, ҡурайҙың илаһи моңон мотлаҡ «тере» килеш тыңларға кәрәк.
Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә. Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола — тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк — ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай — күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы — эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау — илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу hәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан hаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яhауҙы Аллаhы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Тимәк, уның ябайлығы боронғолоғонда! Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсеһенә тотҡарлыҡhыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға! Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил. Туған телебеҙҙә «ҡур» тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланыуы — ошоға миҫал: Башҡорт теленең hүҙлегендә «ҡур» hүҙе түбәндәгесә аңлатыла: 1) Ҡымыҙ, бал, ҡатыҡ, ҡамыр әсеткеhе, ҡурбаш; 2) Башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт; мая // Ҡур аҡса.Ҡур мал. Был осраҡта «ҡур» — «башлап ебәреүсе», «тоҡом башлаусы», «нигеҙ hалыусы», «барлыҡҡа килтереүсе», «күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тимәк, кемдеңдер-нимәнеңдер тәүбулмышына хас булған тик тороу, ойоғанлыҡ, һиллек хәленән сығарып, ҡыбырлатыу, йәшәтеү, тереклек итеүгә килтереү. Ҡур һүҙе туранан-тура Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай, сөнки уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге икенсе төшөнсәнең атамаһы булыуы ла билдәле: ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. // Ҡыйыш уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла).
XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.