From Wikipedia, the free encyclopedia
Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (12 октябрь 1915 йыл — 22 февраль 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
Ғәйфулла Сарбаев | |||
Исеме: |
Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы | ||
---|---|---|---|
Тыуған ваҡыты: | |||
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Хәлил ауылы[1] | ||
Вафат ваҡыты: |
22 февраль 1965 (49 йәш) | ||
Вафат урыны: | |||
Һөнәре: |
актёр, режиссёр | ||
Гражданлығы: | |||
Театр: | |||
Наградалары: |
|
1915 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Хәлил ауылында тыуа. Бик иртә атайһыҙ ҡала. Башланғыс белемде Хәлил ауылы мәктәбендә ала. Йәй көндәрендә һарыҡ көтә, шул мәлдә ул ҡурайға тартыла, был музыка ҡоралында ныҡлап уйнарға өйрәнә. Үҫмер сағынан агитбригада сығыштарында ҡатнаша, шуға ла уны район агитбригадаһы составына индерәләр. Райондағы йәштәр араһында оҫта ҡурайсы булып танылған егеткә музыка буйынса артабан уҡырға тәҡдим итәләр. 1939 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (Х. Бохарский курсы). Тәүҙә Ҡыйғы театрында эш башлай, шунан Баймаҡ театрына күсә. Бөйөк Ватан һуғышына китер алдынан Баймаҡ театрының баш режиссеры була[2].
Ғәйфулла Сарбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, яуҙа ла ҡурайынан айырылмай. Дивизияның ул саҡтағы политбүлек начальнигы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә («Күренекле яҙыусылар Башҡорт дивизияһында»,"Ағиҙел", 1981, № 5) Ғәйфулла Сарбаевтың күренекле урыҫ яҙыусыһы Константин Симонов алдында «Азамат» көйөн тәүҙә ҡурайҙа уйнауы, аҙаҡ йырлап та ишеттереүе тураһында яҙа.
Ҡурайына һәр саҡ тоғро булған Ғәйфулла Сарбаев 49 йәшендә, 1965 йылдың 22 февралендә вафат була.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.10.1943)[3].
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.