From Wikipedia, the free encyclopedia
Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы (10 февраль 1963 йыл) — ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков | |
Тыуған |
10 февраль 1963 (61 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
артист, ҡурайсы |
Хеҙмәттәшлек | |
Наградалар | |
Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы 1963 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ҡәйүм һәм Ырыҫбикә Илбәковтар.
Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978—1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 1982—1984 йылдарҙа Камчаткала армия сафында хеҙмәт итә.
1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай.
Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (Ишҡурай) уйлап тапҡан һәм патентлаған[1].
Мәскәү ҡалаһында Олимпиада-80 һәм XII Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең мәҙәни программаларында ҡатнаша, Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты була.
Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.