From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы (3 май 1950 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), СССР Журналистар союзы (1988) һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика (1996) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге (1996) премиялары лауреаты. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2000) һәм «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт ветераны (2010).
Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Ҡыйғы районы, Иҙрис ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Сәлимйән Миңләхмәт улы Бәҙретдинов 1950 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының[1] Ҡыйғы районы Иҙрис ауылында тыуған.
Иҙрис һигеҙ йыллыҡ мәктәбен (1965), Мәсәғүт педагогия училищеһын (1969) тамамлаған.
Педучилищенан һуң Ҡыйғы районының Иҙрис ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тарих, география фәндәрен уҡыта (1969—1970).
1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙә радиолокация станцияһы операторы булып хеҙмәт итә. Университетта хәрби әҙерлек курсы үтә, политрук, өлкән лейтенант.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетның филология факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә һәм 1977 йылда уңышлы тамамлай, аспирантураға тәҡдим ителә. Әммә ауылына ҡайта, 1978—1983 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй.
1983 йылдан башлап Белорет, Учалы, Бөрйән биләмәләре буйынса «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе.
1996 йылдан Зәйнәб Биишева исеменендәге «Китап» нәшриәтендә — баш мөхәррир.
1999 йылдан — «Ватандаш» журналында баш мөхәррир урынбаҫары.
2015 йылдан хаҡлы ялда.
Ғилми эҙләнеүҙәре башҡорт фольклорында ғаилә ҡороу йолаларын өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Ошо темаға ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған, «Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше» исемле монографияһын китап итеп нәшер иткән. Ғилми мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта даими донъя күрә. Журналистика өлкәһендә тәүге мәҡәләләре Дыуан районының «Ленинское знамя», Ҡыйғы районының «Коммунизмға» гәзиттәрендә 1966—1970 йылдарҙа баҫылып сыға. Уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләгән сағында очерктары «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре биттәрендә урын ала, Башҡортостан радиоһынан тапшырыла. Бер-бер артлы «Таңды ҡоштар уята» (1989), «Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге» (1998) һәм башҡа нәфис‑документаль китаптары нәшер ителә. Байтағы Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҡыу ҡулланмаһы итеп файҙаланыла. Архивында — меңдән ашыу хәбәрнамә, мәҡәлә, очерк, тарихнамә, ғилми яҙма… Бик күп әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында әле лә даими сығып тора.
Тәүге шиғырҙары, нәҫерҙәре, ҡәрҙәштәренән яҙып алған бәйеттәре, мөнәжәттәре Ҡыйғы районының «Коммунизмға» гәзитендә баҫыла. «Һай, Уралым», «Ҡайҙарҙа һин?», «Эй, күк толпар», «Һүндермә күк нурын», «Һуңланым шул», «Торатау», «Был донъяның һинһеҙ йәме юҡ», «Эйелә миләш» шиғырҙарына Артур Туҡтағолов, Риф Бикбаев, Фәнил Яманаев, Сания Мортазина көйҙәр яҙған.
Ижади эшмәкәрлегенең тулы исемлеге Сәлимйән Бәҙретдинов библиографияһы битендә төҙөлә.
«Башҡортостан» гәзитенең 1985, 1990, 2007 йылдарҙағы лауреаты, очерктар буйынса («Мәңгелек хәтер» очеркы өсөн, № 277) 1987 йылғы конкурс премияһын яуланы. «Мир нашему дому», «Экология Башкортостана» республика конкурстары, «Ватандаш» журналының «Человек дела — 2003», «Человек дела — 2004», «Человек дела — 2005» конкурстары лауреаты, «Йәшлек» гәзите лауреаты. 2018 йылда «Ағиҙел» журналының «Ғаилә усағы» конкурсында «Башҡорт ғаиләһе» ғилми яҙмаһы, «Атаһы — дегет силәге, инәһе — күмер силәге» повесы беренсе урын алды. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе торошон яҡтыртҡан өсөн VIII Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының «Рәсәй экологияһы. Быуаттан быуатҡа» дипломы менән бүләкләнгән.
Ижтимағи тормошта ла әүҙем ҡатнаша. Агитатор, лектор, пропагандист, режиссёр, ауыл советы депутаты, парторг, йәнә юл, йорттар, мәктәп һалыуҙы, автобус йөрөтөүҙе юллаусы… Үҙ хәбәрсе сағында балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен, мәктәбен, Учалы филармонияһын, музыка училищеһының фольклор бүлеген, «Яйыҡ» (Учалы), «Урал» (Белорет) гәзиттәрен асырға булыша. Йәнә уның сығыштары буйынса Учалыла гимназия асыла, Белоретта «Асы» шифаханаһы, Бөрйәндә яңы ауыл, ағас эшкәртеү цехы төҙөлә. Учалыла «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе вазифаһын да башҡара. I һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты.
Сәлимйән Бәҙретдинов тураһында биографик мәғлүмәттәр «Башҡортостан» күп томлы энциклопедияһына, «Писатели земли башкирской» белешмәһенә, «Башҡортостандың билдәле кешеләре» китабына индерелгән.
Тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында «Автограф» видеофильмы төшөрөлгән.
Ғалимдың башҡа хеҙмәттәре |
Башҡа китаптары |
Башҡа әҫәрҙәре |
Башҡа мәҡәләләр |
Башҡа бүләктәре |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.