Цин империяһы
манжурҙар тарафынан төҙөлгән һәм улар идара иткән күп милләтле империя / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Цин дәүләте ( дайциң гүрүн ҡыт. ғәҙәти 大清國, , палл.: Да Цин го) — манжурҙар тарафынан төҙөлгән һәм улар идара иткән күп милләтле империя. Традицион ҡытай историографияһы буйынса — Ҡытайҙағы һуңғы монархия династияһы. 1616 йылда Манжурия (Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай) территорияһында Айсин Гёро манжур кланы менән төҙөлә. 30 йылдан кәм ваҡыт эсендә уның власы аҫтында бөтә Ҡытай, Монголияның өлөшө һәм Урта Азияның бер өлөшө.
- Ҡытай империяһы бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ҡытай империяһы (мәғәнәләр).
Бөйөк Цин дәүләте | |||
ҡыт. ғәҙәти 大清國, | |||
| |||
Гимн:
«Алтын кубок»
| |||
1636 — 1912
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала |
Мукден (1636—1644) | ||
Телдәр | |||
Дин | |||
Аҡса берәмеге |
Көмөш лян (1636—1835) | ||
Майҙаны |
14,7 млн. км² (1790 йыл) | ||
Халҡы |
383 100 000 | ||
Идара итеү формаһы | |||
Династия |
Айсин Гёро | ||
Цин империяһы Викимилектә | |||
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | Көнбайыш Чжоу | ||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Ляо |
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере | ||
Сун |
Төньяҡ Сун | ||
Көнбайыш Ся |
Көньяҡ Сун | ||
Бэйян хөкүмәте | |||
Башта династия «Цзинь» (金 — алтын), традицион ҡытай историографияһында «Хоу Цзинь» (後金 — Һуңғы Цзинь) — чжурчжэндарҙың[1] элекке дәүләте — Цзинь империяһы атамаһына ярашлы алынған. 1636 йылда илдең атамаһы «Цин» (清 — «таҙа») тип үҙгәртелә. XVIII быуаттың беренсе яртыһында Цин хөкүмәтенә ил менән эффектив идара итергә килеп сыға, бының һөҙөмтәләрәнең береһе булып был быуатта Ҡытай халҡы һанының иң тиҙ артыуы күҙәтелеүе булып тора. Хөкүмәт илде «ябыу» сәйәсәтен (Хайцзинь) алып барғандар, был XIX быуатта Беренсе опиум һуғышына килтерә һәм Ҡытай Көнбайыш илдәре менән көсләп «асыла».
1911 йылда башланған Синьхай инҡилабы эҙемтәләре арҡаһында Цин империяһы емерелә, уның урынына хань халҡының милли дәүләте — Ҡытай Республикаһы ойошторола. 1912 йылдың 12 февралендә кесе йәштәге һуңғы император Пу И исеменән әсәһе — тол императрица Лунъюй тәхеттән баш тарта.