Дин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Дин — донъяны төшөнөү-аңлауҙың айырым бер формаһы, ул ғәҙәттән тыш көскә ышаныуҙан ғибәрәт һәм үҙ эсенә әхлаҡи нормаларҙы, тәртип-низамды, йолаларҙы һәм кешеләрҙең айырым ойошмаларға тупланыуын ала (сиркәү, мәхәллә).[1].
Хронологик яҡтан ҡарағанда, иң беренсе боронғо йәһүдтәр дине барлыҡҡа килгән. Ул б.э.т. 11 быуат элегерәк барлыҡҡа килә. Унан ҡала — Буддизм (б.э.т. VI— V быуаттар), өсөнсөһө — христианлыҡ (б.э. I быуат), дүртенсеһе — ислам (б.э. VII быуат). Был диндәр барыһы ла тиерлек изге яҙмалар рәүешендә (Тәүрат, Талмуд, Инжил, Ҡөрьән) формалашалар. Барыһына ла билдәле системалылыҡ, структура хас. Мәҫәлән, Библия Инжил (Верхий Завет) һәм Тәүраттан (Новый Завет) тора. Беренсеһен (иудаизм) 39 китап тәшкил итә. Барлыҡ Евангелие (христиан дине) 39 китаптан төҙөлгән, тағы 27 бүлекте үҙ эсенә ала. Ҡөрьән 114 сүрәнән ғибәрәт, һәр сүрә билдәле һандағы һәм төрлө мәғәнәләге аяттарҙы туплаған. Бөтө донъяға таралған диндәрҙең бүлексәләре, ҡаршылыҡтары булһа ла, үҙ-ара бәйләнештә ижад ителгәндәр, шунлыҡтан уларҙың системалары уртаҡ тип һанарға була. Бөтә донъяға таралған диндәр фәҡәт «саф дини» хөкөмдәргә генә ҡайтып ҡалмай. Уларҙа тейешле урындарҙа айырым контекстар рәүешендә төрлө фәлсәфи, әхлаҡи, сәйәси, хоҡуҡи һ. б. шундай принциптар, нормалар тәғбир ителгән. Ғөмүмән алғанда, традицион диндәр, мифология кеүек үк, милли мәҙәниәттәрҙең элементы булып тора. Дин социаль күренеш булып ҡала.