From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Мин империяһы (рус. Великая Минская империя, ҡыт. 大明帝國) — монголдарҙың Юань империяһынан айырылғандан һуң, Ҡытайҙа 1368 йылдан 1644 йылғаса Мин нәҫеле вәкилдәре хакимлыҡ иткән дәүләт. Ли Цзычэн етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы нәтижәһендә империя баш ҡалаһы Пекин ҡолаһа ла, илдең бер өлөшө 1662 йылға тиклем Мин ғаиләһенә ыңғай ҡарашта булған «Көньяҡ Мин» режимы аҫтында ҡала.
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Бөйөк Мин империяһы | |||
ҡытайса 大明 | |||
| |||
1368 — 1644 (1662)
| |||
---|---|---|---|
Баш ҡала | |||
Телдәр | |||
Дин | |||
Идара итеү формаһы |
монархия | ||
Династия |
Мин | ||
Мин империяһы Викимилектә | |||
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | Көнбайыш Чжоу | ||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Ляо |
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере | ||
Сун |
Төньяҡ Сун | ||
Көнбайыш Ся |
Көньяҡ Сун | ||
Бэйян хөкүмәте | |||
Мин империяһында флот төҙөлә һәм дөйөм һаны миллионға еткән даими армия ойошторола[1]. Оҙайлы һуғыштар арҡаһында хосуси милектәге ерҙәр барлыҡ эшкәртелгән майҙандарҙың өстән беренә ҡалып кәмей, ә дәүләттеке арта бара. Империяла, рәсми иғлан ителмәһә лә, ерҙе бүлеп биреү системаһы өҫтөнлөк ала. Идара итеүҙә ҡәтғи үҙәкләштереү үткәрелә, граждандар тормошоноң барлыҡ өлкәләрен тейешле ҡағиҙәләргә бойһондороу ынтылыштары тормошҡа ашырыла. Тәүге ике императорҙың — Чжу Юаньчжан һәм уның улы Чжу Диҙың — уңышлы идара итеүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт үтеү менән империяның дәүләт аппаратында тарҡалыу билдәләре күренә башлай. XVII быуат башына уны коррупция күренештәре солғап ала, императорҙар сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмай ҙа тиерлек, ә барлыҡ юғары власть уларҙың күп һанлы ярандары (туған-тыумасалары, алашарҙар һәм император һарайы кешеләре) ҡулына күсеп бөтә. Көрсөк аграр мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла: ерҙе императорға яҡын торғандарҙың киң хосусилаштырыуынан һуң дәүләт өлөшө ғәмәлдә юҡҡа сыға. Мин Ҡытайы айырымланыу сәйәсәтен үткәрә. Был ваҡыта иһә Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә манжурҙарҙың Нурхаци төркөмө (кланы) хакимлығында яңы, әммә көслө дәүләт хасил була. Улар, Ли Цзычэн етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышынан файҙаланып, Пекинды баҫып ала һәм Ҡытайҙы манжурҙарҙың Цин империяһына ҡуша.
Мин нәҫеле вәкилдәре власҡа килгәнсе Ҡытай монголдарҙың Юань империяһының айырылғыһыҙ өлөшө була. Монгол хакимлығының ҡытайҙарға (хань) ҡарата рәхимһеҙ дискриминацион сәйәсәте тора-бара халыҡ араһында оло көсөргәнешлек тыуҙыра. Империяның ҡолауына бынан тыш тағы ла ҡаты һалым ҡыҫымы һәм элекке һуғарыу ҡоролмаларының яраҡһыҙ хәлгә килеүе арҡаһында [2] Хуанхэ йылғаһының һәләкәтле ташыуы ла йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы бер үк дәрәжәлә бөлгөнлөккә төшә, һәм дамбаларҙы йүнәтеүгә көсләп килтерелгән йөҙәр мең крәҫтиән, ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, ойошҡан рәүештә баш күтәрә[2].
Был күтәрелеш тарихта «Ҡыҙыл бәйләүестәр ихтилалы» исемен алған. Будда динен тотоусыларҙың (буддистар) «Аҡ лотос» тип аталған йәшерен ойошмаһы ағзалары баш күтәреүселәр ғәскәрен ойоштора. Тиҙҙән боласылар араһында элекке ярлы крәҫтиән, 1352 йылда «ҡыҙыл бәйләүеслеләргә» ҡушылған Чжу Юаньчжан атлы будда монахы билдәлелек ала. Күтәрелеш етәкселәренең береһенең тәрбиәгә алынған ҡыҙына өйләнгәндән һуң[3] уның абруйы һиҙелерлек арта. 1356 йылда ул етәкләгән «Йәшел урман» отряды Нанкинды баҫып ала[4], һуңынан ул Мин империяһының баш ҡалаһы булып китә.
1363 йылда Поянху күле янындағы бәрелештә үҙенең төп көнәркәше булған Чэнь Юлян етәкселегендәге икенсе бер баш күтәреүселәр отрядын ҡыйратып, Чжу Юаньчжан илдең Көньяғында үҙ власын һиҙелерлек нығыта. Артабанғы ваҡиғалар тағы ла киҫкен төҫ ала. «Ҡыҙыл бәйләүеслеләр» юлбашсыһы, уның йортонан ҡайтып күп тә тормай аңлашылмаған сәбәптән кинәт вафат булғас, Чжу үҙенең хакимлыҡ нәфсеһен бер ҙә йәшермәй һәм 1368 йылда боласылар армияһын Юань империяһының баш ҡалаһы Ханбалыҡҡа (Пекин) һөжүмгә йүнәлтә[5]. Һуңғы Юань императоры төньяҡтағы Шандуға ҡаса, ә Чжу, элекке династияның һарайҙарын ер менән тигеҙләп, хакимлыҡҡа яңы Мин нәҫеленең килеүен иғлан итә[5]. Үҙаллы Ҡытай дәүләте бына шулай яңынан аяҡҡа баҫтырыла.
Еңеүгә өлгәшкән Чжу Юаньчжан, хакимлыҡ итеүсе династияға беренсе император тыуған өлкәнең атамаһы бирелеү йолаһын ситкә ҡуйып, монголдар өлгөһөндә династияға «Мин» (明) — тура тәржемәһе «балҡып торған») исемен бирә[4]. Үҙенең хакимлыҡ ораны итеп «Һуғышсанлыҡ ташҡыны» — рус. «Разлив воинственности», ҡыт. 洪武 , пиньин телендә: хунъу тигән һүҙҙәрҙе ала. Ул шулай уҡ үҙенең ошондай бейеклеккә күтәрелеүе өсөн «Аҡ Лотос»ҡа бурыслы булыуын да тиҙ арала онота һәм хакимлыҡ итә башлар-башламаҫтан уҡ был ойошмалағы ағзалығын инҡар итә. Император булып алғас, был дини төркөмдө (оппозицияны) рәхимһеҙ баҫтыра[4][6].
Император Чжу Юаньчжан кисекмәҫтән ил иҡтисадын аяҡҡа баҫтырырға тотона. Һуғыш осоронда крәҫтиәндәр һәм эре алпауыттар баҫып алған ерҙәрҙе уларҙы эшкәртеүселәргә бирә. Баҫыуҙар етмәгәнлектән, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүселәр өс йылға һалымдан азат ителә. Һөҙөмтәлә Хунъу хакимлыҡ иткәндең өсөнсө йылына уҡ төньяҡ ҡалалары тирәһендәге буш ерҙәргә кешеләр күпләп күсә башлай. Халыҡ тығыҙ ултырған өлкәләрҙән бында килеүселәрҙе хөкүмәт артабан да төрлө ташламалар менән дәртләндерә[7]. Эшсе ҡулдарҙы күбәйтеү маҡсатынан ҡоллоҡ бөтөрөлә (бары тик император ғаиләһе ағзаларына ғына ҡол тотоу рөхсәт ителә), монахтар һаны кәметелә, азат кешеләрҙе һатыу һәм һатып алыу, ҡатындарҙы һәм балаларҙы закладҡа биреү тыйыла; шулай уҡ ҡолдарҙы һатыу-һатып алыуға ла юл ҡуйылмай[7].
Мин империяһы иғлан ителеүҙең тәүге йылдарында уның идара итеү аппараты VII—XII быуаттағы Тан һәм Сун империялары өлгөләренә, шулай уҡ Юань династияһының ҡайһы бер тәртиптәренә нигеҙләнгән була. Әммә императорҙың үҙен бер аҙ властан ситләткән бындай структура Чжу Юаньчжанға бик оҡшап бөтмәй, шуға ла ул идара итеү аппаратын ҡырҡа үҙгәртергә тотона. Бының төп маҡсаты, әлбиттә, үҙәкләштереүҙе һәм императорҙың шәхси власын көсәйтеү була. Башта урындарҙағы хакимиәт, артабан үҙәк идаралыҡ, шул иҫәптән хәрби етәкселек үҙгәртелә[8].
1380 йылда, императорға ҡаршы заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, беренсе министр Ху Вэйюн (胡惟庸) язаға тарттырыла. Бынан һуң канцлерҙар вазифалары һәм уларға буйһонған һарай секретариаты бөтөрөлә. Һөҙөмтәлә башҡарма власть император ҡулына күсә[9][10]. Министрҙар һәм барлыҡ ҡул аҫтындағылар яғынан заговорҙан даими шикләнгән император үҙенең һарай һағының яугир-хеҙмәткәрҙәренән торған йәшерен полиция хеҙмәте (Цзиньи-вэй) ойоштора. Уның артабанғы 30 йыллыҡ хакимлығы осоронда чиновниктар һәм ил халҡы араһында үткәрелгән «таҙартыуҙар» нәтижәһендә 100 мең кеше һәләк була, һәм бында йәшерен полицияның да ғәйебе етерлек[9][11].
Конфуцийсылыҡ яҡлы булһа ла, император Чжу Юаньчжан чиновниктар синыфына ныҡлап ышанмай һәм хаталары өсөн уларҙы бик теләп тән язаһына тарттыра[12]. 1377 йылда ул чиновник вазифаһы алыуға үткәрелгән конфуциан һынауҙарын (Кэцзюй) ғәмәлдән сығара. Быға «цзиньши» тип аталған юғары ғилми дәрәжә алған 120 чиновниктың һәләтһеҙ министр икәнлеген асыҡлау сәбәп була[13][14].
Хунъу шулай уҡ армияны «вэйсо» өлгөһөндә үҙгәртеп ҡора һәм был үҙгәрешкә Тан династияһының «фубин» хәрби системаһын нигеҙ итеп ала: ер бүлемдәре алған һалдаттар хәрби хеҙмәттәре император тарафынан талап ителмәгән осорҙа аҙыҡ-түлек менән үҙҙәрен-үҙҙәре тәьмин итергә тейеш була[15]. Әммә был тәртип тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа осрай — аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бер нисек тә яйға һалынмай, ара-тира бирелгән бүләктәр һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә ылыҡтыра алмай. Сик буйы ғәскәрҙәренән айырмалы, махсус тәьминәт булмаған тылдағы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәттән ҡасыу (дезертирлыҡ) арта[16].
Тарихсы Тимоти Брук фекеренсә, император Чжу Юаньчжан, ҡытай йәмғиәтендә тотороҡлолоҡҡа өлгәшеп, уны граждандарҙың физик һәм социаль иммобилизацияһы иҫәбенә нығытырға ынтыла: тәүгеһе халыҡтың йәшәгән урынынан 12 километрҙан да алыҫҡараҡ китеүен тыйһа, икенсеһе хәрбиҙең улы мотлаҡ хәрби, һөнәрсенеке бары тик һөнәрсе булырға тейешлеген күҙҙә тота[17].
Мин империяһының был осорҙағы төп хәстәре яңы монгол баҫҡынсылығына юл ҡуймау була. 1374 йылға тиклем туҡтамайса тиерлек, артабан 1378—1381 һәм 1387—1388 йылдарҙа монголдар менән ярайһы ғына уңышлы ҡурғауыл һуғыштары алып барыла[8].
Тышҡы сауҙа өлкәһе тулыһынса дәүләт ҡарамағында була. Шулай ҙа, конфуцийсылыҡ хөкөм һөргән дәүләттә сауҙа хупланмағанлыҡтан, Чжу Юаньчжан хөкүмәте тышҡы сауҙаны башҡа дәүләттәр илселәре менән бүләктәр алмашыуға ғына ҡайтарып ҡалдыра[8].
Хунъу үлгәндән һуң власты уның ейәне Чжу Юньвэнь ала һәм император Цзяньвэнь исеме аҫтында 1398—1402 йылдарҙа хакимлыҡ итә. Яңы императорҙың кәңәшселәре бығаса үткәрелгән үҙгәртеүҙәрҙе яңынан ҡарай башлай. Элек таратылған ер биләмәләре кире тартып алына. Был биләмә башлыҡтарының ҡаты ҡаршылығын тыуҙыра, араларынан береһе — Пекин урынлашҡан өлкәнең етәксеһе полководец Чжу Ди, принц Янь — хөкүмәткә ҡаршы ҡораллы ихтилал күтәрә[8]. Чжу Юньвэнь ағай-энеһенең власҡа дәғүәләшеүенән дә ҡурҡа. Улар араһында Чжу Ди иң ныҡ хәүеф тыуҙырғаны булып тойола, һәм Чжу Юньвэнь уның ҡайһы бер арҡалаштарын ҡулға алырға әмер бирә. Чжу Ди был хәл менән ризалашмай һәм ҡустыһына ҡаршы заговор ойоштора. Ул императорҙы коррупцияға батҡан чиновниктарҙан ҡурсалау һылтауы менән ғәскәргә етәкселек итеүҙе үҙенә ала һәм хәрбиҙәрҙе болаға күтәрә. Артабан Чжу Ди баш ҡаланы баҫып ала, Нанкиндағы император һарайы яндрыла, Цзяньвэнь, унын ҡатыны, әсәһе һәм батшаға яҡын кешеләр утта янып үлә. Чжу Ди император Юнлэ исеме менән тәхеткә ултыра. Уның 1402—1424 йылдарҙа хакимлыҡ итеүен ҡайһы бер тикшеренеүселәр Мин династияһының «икенсегә нигеҙләнеүе» тип атай, сөнки ул атаһы үткәргән сәйәси курсты ҡырҡа үҙгәртә[18].
Юнлэ Нанкинды икенсел баш ҡала хәленә төшөрә һәм 1403 йылда Пекинға күсенеүе хаҡында иғлан итә. Артабан хакимлыҡ үҙәге буласаҡ ҡала төҙөлөшө 1407 йылдан 1420 йылғаса дауам итә, унда бер юлы йөҙәр мең кеше эшләй. Яңы баш ҡаланың уртаһында Император ҡалаһы урынлаша. Үҙ сиратында уның үҙәгендә Ябыҡ ҡала — император һәм уның ғаиләһе йәшәгән һарай урын ала.
Юнлэ власҡа килгәнсе бер нисә быуат буйы Бөйөк Ҡытай каналы ташландыҡ һәм ярым емерек хәлдә була. Яңы император уны аяҡҡа баҫтырырға фарман бирә һәм уның ҡушҡаны дүрт йылда (1411—1415) тормошҡа ашырыла. Каналды йүнәтеү зарурлығы уның Пекинға көньяҡтан иген ташыу өсөн төп юл булыуынан сыға.
Сун дәүерендә үк ҡала менән ауылдың әкренләп бер-береһенә яҡынлашыуы башлана, биләмәләрҙең айырымланыуы бөтә бара, әүҙем сауҙаға ылыҡҡан ҡалалар араһы ҡыҫҡара. Был шарттарҙа Ван Гень үҙенең фәлсәфәләрен илдең төрлө төбәке вәкилдәре араһында таратыу өсөн бөтә мөмкинлектәргә эйә була[19]. Фәлсәфә мәктәптәре һәм улар менән бәйле төркөмдәр, дини һәм ирекле нигеҙҙә барлыҡҡа килгән башҡа урындағы ойошмалар күбәйә, белемле синыф менән ауыл халҡы араһында мөнәсәбәттәр нығый бара[19]. Джонатан Спенс күҙаллауынса, мин ҡытайы ауылы һәм ҡалаһы араһындағы айырманың юғалыуына шулай уҡ крәҫтиән хужалыҡтарының ҡалаларға яҡын, ә күп осраҡта ҡәлғә диуарҙары эсендә урынлашыуы ла сәбәпсе була[20]. Бынан тыш, йола буйынса йәшәп килгән дүрт һөнәри синыф бәйләнештәренә нигеҙләнгән ғәҙәти социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәр ҙә үҙгәрә бара — ауылда эшсе көс кәрәккәндә һөнәрселәр крәҫтиәндәргә ярҙамға килә, ә былары аслыҡ замандарында ҡалаларҙа төрлө шөғөл эҙләй[20].
Илдең төньяғында төп ауыл хужалығы культуралары бойҙай һәм тары булһа, Хуайхэ йылғаһынан көньяҡта дөгө сәселә. Күл һәм быуаларҙа балыҡ һәм өйрәк үрсетелә. Янцзынан көньяҡҡараҡ сәскә атҡан ебәк эшкәртеү тармағы өсөн махсус плантацияларҙа тут ағасы үҫтерелә, бында шулай уҡ сәй ҡыуаҡтары, а тағы ла көньяҡтараҡ цитрус емештәр һәм шәкәр ҡамышы етештерелә[20]. Көньяҡ-көнсығыштағы таулы райондар халҡы төҙөлөш материалы итеп ҡулланылған бамбук менән һатыу итә. Ярлы ҡатлам вәкилдәре ағас ҡырҡыусылар һәм күмер үртәүселәр булып китә, улар тағы ла, моллюск ҡабырсаҡтарын яндырып, эзбиз таба, көршәк үртәй, кәрзин үрә һәм септә һуған[21].
Илдең төньяғында төп хәрәкәтләнеү сараһы атлы арба булһа, көньяҡта күп һанлы каналдар, йылға һәм күлдәр яйлы һәм осһоҙ транспорт сығанағы булып хеҙмәт итә. Шул уҡ ваҡытта көньяҡта эре хужалар, ерҙе үҙ-ара бүлешеп, крәҫтиән ғаиләләренә ҡуртымға бирһә, төньяҡта әллә ни ҙур булмаған ер биләмәләре таралыу таба. Бының сәбәбе — ҡырыҫыраҡ тәбиғәттә бары тик хужаның үҙен һәм ғаиләһен туйҙырырға ғына еткән түбән уңыш һәм ауыр тормош шарттары[22].
Тәүге осор Мин сәнғәте башлыса элекке Сун дәүере өлгөләренә эйәрә. XV быуаттың 20-30-сы йылдары араһында тергеҙелгән һарай Сәнғәт академияһында «сәскәләр һәм ҡоштар» жанры өҫтөнлөк итә. Йөҙ йыллыҡ башында оҫталарҙан Бянь Вэньцзинь, ә аҙаҡҡы тиҫтә йылдарҙа Линь Лян киң танылыу ала. Ижадтарында башлыса тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү өҫтөнлөк алған һәм һарайҙан бойондороҡһоҙ булған рәссамдар араһында Шэнь Чжоу (1427—1509) нигеҙ һалған У мәктәбе, сағыу вәкилдәренең береһе Дай Цзинь (1430 йыл тирәһе)[8] булған Чжэ мәктәбе, шулай уҡ сәнғәттең күренекле теоретигы Дун Цичан етәкләгән Хуатин (Сунцзян) мәктәбе билдәле була. XVI быуат сәнғәтендә традицион һүрәтләү алымдары һәм сюжеттар буйынса «эйәреп эшләү» өҫтөнлөк итә. Был йәһәттән «сәскәләр һәм ҡоштар» жанрында Люй Цзи ҙур оҫталыҡҡа ирешә. Яңылыҡ яғынан XV быуатта киң таралыу алған үҙенсәлекле тормошсан «ерләү портреты»ның артабанғы үҫешен билдәләргә кәрәк. XVI быуаттан ерләү әҫәрҙәрен һүрәтләү жанры барлыҡҡа килә. Был өлкәлә миниатюра алымын яңы юғарылыҡҡа быуат уртаһында ижад иткән [[Цю Ин[]][23] күтәрә. Һаналған рәссамдарҙан тыш Мин дәүерендә тағы ла Тан Инь, Вэнь Чжэнмин һәм башҡалар киң танылыу ала.
Шулай уҡ фарфор оҫталары ла данлыҡлыға әйләнә. Улар араһынан XVII быуат башында аҡ фарфор һындар яһау менән шөғөлләнгән Хэ Чаоцзун айырым урында тора. Цзянси провинцияһының Цзиндэчжэнь һәм Фуцзянь провинцияһының Дэхуа ҡалалары Мин осорондағы фарфор сәнғәте һәм сәнәғәте үҙәктәренә әйләнә. XVI быуат башынан үҙ тауарын Европаға оҙатҡан Дэхуа фарфор фабрикалары етештергәнен ундағы һатып алыусы талаптарына яуап бирерлек юғары кимәлгә еткерә. Үҙенең «Азиатская торговля керамикой» (Chuimei Ho, The Ceramic Trade in Asia) китабында Хоу Цуймэй билдәләгәнсә, Мин дәүеренең һуңғы осоронда балсыҡтан эшләнеп, сит илдәргә сығарылған ҡытай керамик әйберҙәренең ни бары 16 проценты ғына Европаға оҙатыла, ә төп өлөшө Японияла һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияла һатыу өсөн тәғәйенләнә [24].
Алтындан яһалған һалдат флягаһы, күҙаллау буйынса, император ғаиләһе өсөн эшләнгән |
Мин рәссамы Чэнь Хуншоу (1599—1652) һүрәте. «Сәскәләр һәм ҡоштар» жанры традицияһында яҙылған | |||
Хэ Чаоцзун эшләгән һын, йоҡоға талған Будда һүрәтләнгән |
||||
Каллиграфия ҡылҡәләме | Фарфор туҫтаҡ | Күк ғибәҙәтханаһы, унда Мин императорҙары ил именлеге өсөн доға ҡылған |
Мин империяһы Ҡытай тарихы өсөн бер үк ваҡытта ғәҙәти ҙә, бик үҙенсәлекле лә була. Ғәҙәтилеге ил үҫешендәге демографик циклдар традицияһын (йолаһын) дауам итеп, уның бишенсе циклы булыуында һәм «аяҡҡа баҫыу», «тотороҡланыу», «көрсөк» һәм «емерелеү» фазаларын үтеүендә тулыһынса сағыла. Бының менән бергә, күп тикшеренеүселәр фекеренсә, Мин империяһы Ҡытайҙа империя осороноң тамамланыуын белдерә. Ҡытайҙы өйрәнеүсе Рәсәй ғалимы Владимир Вячеславович Малявин билдәләүенсә, Мин дәүерендә «хужалыҡ, йәмғиәт һәм мәҙәниәт тамамланған, камил һәм өлгөргән төҫ ала», шул уҡ ваҡытта «ҡытай цивилизацияһының мөмкинлектәре аҙағынаса һәм тулыһынса бойомға аша»[25], һәм ошо күренеш мәҙәниәт, техника, дәүләт идаралығы үҫешендә турынан-туры сағылыш ала. Әммә был бер үк ваҡытта ил өсөн ҡотолғоһоҙ ҡаршылыҡ та (коллизия) тыуҙыра: Ҡытай бар өлкәләрҙәге көнсығыш тибындағы традицион структура ҡағиҙәләре менән ижтимағи-хужалыҡ үҫешендәге үҙе үрләгән бейеклектәр тоҙағына эләгә — һөҙөмтәлә ошо традицион тәртиптәр һаҡланған хәлдә теләһә ниндәй үҫеш һәм алға китеш бөтөнләй ҙә мөмкин булмай[26]. Уңышлы географик асыштарына ҡарамаҫтан, Ҡытайҙың тышҡы донъя өсөн ябыҡ булыуҙы өҫтөн һанауы империяның хәлен тағы ла киҫкенләштерә һәм ауырайта. Был империяның төньяҡтан баҫып ингән манжурҙар һөжүме аҫтында ҡолауын алдан билдәләй ҙә инде.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.