Конфуцианлыҡ — көнсығыш диндәренең береһе.
Статуя Конфуция в Пекине
Лунь юй
Модель конфуцианского класса в традиционной китайской школе
Главный зал Храма Конфуция в Цюйфу
Был тәғлимәтте тыуҙырыусы — аҡыл эйәһе Конфуций (б. э. тиклемге 551—479 йылдар).
Боронғо донъяның күп уҡымышлылары кеүек уны ла бөтәһенән элек кеше үҙе ҡыҙыҡһындырған. Конфуций тәғлимәте — кешеләргә нимәгә ынтылырға, йәмғиәттә йәшәгәндә ниндәй ҡағиҙәләргә таянып эш итергә кәрәклеген, ғаиләлә мөнәсәбәттәр нисек төҙөлөргә, тәбиғәткә ҡараш ниндәй булырға тейешлеген өйрәткән. Был аҡыл эйәһе боронғо алла — Күкте өлгө итеп һанаған.
«Тәбиғәт закондарына ярашлы рәүештә кешегә биш матур сифат: аҡыллылыҡ, кеше һөйөүсәнлек, тоғролоҡ, ололарҙы хөрмәтләү һәм ҡыйыулыҡ хас булырға тейеш; уларһыҙ кешеләр тормошонда тәртип булмаясаҡ», — тигән ул. Конфуций һайлап алынғандар ғына был сифаттарға эйә, шулай ҙа һәр кем уға ынтылырға тейеш, тип иҫәпләгән. Аҡыл эйәһенең фекеренсә аҡылға нигеҙләнеп төҙөлгән йәмғиәт ҡоролошо кешегә үҙ-үҙен камиллаштырыу мөмкинлеген бирергә һәм бөтәһенә лә файҙа килтерергә тейеш булған.
Дәүләтте Конфуций кесе кеше олоһона (ябай кеше аҡһөйәккә) буйһонорға тейеш булған ҙур бер ғаилә тип ҡараған. Дәүләттә иң өлкән кеше — хаким — Күк улы. «Батша — ул халыҡ өсөн атай ҙа, әсәй ҙә, — тип өйрәткән аҡыл эйәһе. — Батшаға хеҙмәт итеүсе һәр кем, аҡһөйәкме ул йә ябай кешеме, ярлы йә баймы, үҙ ғүмерендә бер ниндәй шарттарҙа ла батшаға ҡаршы баш күтәрергә тейеш түгел». Конфуций һәр кеше йәмғиәттә Күк билдәләгән урынын ныҡлы белергә тейеш тигән фекерҙе яҡлаған. «Хаким — хаким, сановник — сановник, атай — атай, ул — ул булып ҡалырға тейеш», — тигән ул.
Конфуций бер сиктән икенсеһенә ташланыуҙан ҡасыуҙы хуп күргән (урталыҡ принцибы). Аҡыл эйәһе власть үҙе лә халыҡ алдында яуаплы булырға тейеш, шунһыҙ халыҡ уға ышанмай башлаясаҡ, тигән. «Дәүләт хакимы булырға теләгән кеше, — тигән ул, — үҙе уртаса йәшәргә, ҡолдары менән идара иткәндә мәрхә-мәтлелек күрһәтергә тейеш».
Үҙенең тормошсанлығы менән ҡыҙыҡтырған Конфуций тәғлимәте дингә әүерелгән. Уның нигеҙендә идеаль йәмғиәт, идеаль ғаилә төҙөргә һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырырға мөмкин булып тойолған.
Төп төшөнсәләр
Конфуцианлыҡ тәғлимәтендә 22 категория бар (тик беҙҙең әҙәбиәттә киң таралған мәғәнәләр һәм аңлатмалар бирелә)
Японияла Токугава (Фукан) дәүерендә конфуцианлыҡтың "биш даими әйбере" (五常 - у-чан) нығына: кешелеклелек (жэнь, 仁), бурыс (и, 義), ритуал (ли, 禮), белем (чжи, 智), искренность (синь, 信)[1] .[2] . Конфуцианлыҡта тағы башҡа төшөнсәләр ҙә була:
道 (dào) — Дао, Дао-путь , юл, хәҡиҡәт, сара, метод, ҡағиҙә, йола, мораль, әхлаҡ.
德 (dé) — Дэ, изге көс, мана (по Е. А. Торчинову), ғәҙеллек, кешелеклелек, намыҫлылыҡ, рухи көс, дәрәжә, изгелек, миһырбанлыҡ.
材 (cái) — Цай, һәләттәр, талант, һәләтле кеше, кеше булмышы, материал, әҙерләмә,ағас, характер, холоҡ, табут.
孝 (xiào) — сяо ҡағиҙәһе, ата-әсәне хөрмәт итеү,ата-әсәгә тырышып хеҙмәт итеү, ата-бабаларҙың теләген тырышып үтәү, уллыҡ (ҡыҙлыҡ) бурысын тырышып үтәү, матәм, матәм кейеме.
悌 (tì) — Ти, ололарҙы хөрмәт итеү, ололарға ихтирамлы булыу, хөрмәт, ҡустыһының оло ағаһына һөйөүе.
勇 (yǒng) — Юн, ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, һалдат, яугир, ополченец.
忠 (zhōng) — Чжун, тоғролоҡ,йән-тән менән бирелгәнлек,эскерһеҙлек, ихласлыҡ,иғтибарлы булыу, алды-артты ҡарап йөрөү, ихлас итеп, тоғро хеҙмәт итеү .
順 (shùn) — Шунь, тыңлаусан, күндәм, изге ниәтле, (фәлән) юлдан барыу...., баш эйеү, көйләнә, күңелгә яҡын, оҡшай, хәстәрһеҙ, в ряд, ярап торған, яғымлы, тәртипкә һалыу,нимәгәлер оҡшатыу, күсермә эшләү, ҡорбан килтереү (кемгәлер.
和 (hé) — Хэ, гармония, тыныслыҡ, килешеп йәшәү, тыныс, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, нимәгәлер яраған, килешкән, уртаса, тирә-яҡ менән килешеү, ҡабатлауь,ҡушылып йырлау, тынысландырыу,һөҙөмтә, сумма. Л. С. Переломов: «төрлөсә уйлау аша берлек».
三綱 (sāngāng) — Саньган, Өс таған (Хакимдың илендәге кешеләр өҫтөнән,атаның улы,ирҙең ҡатыны өҫтөнән абсолют власы). Дун Чжун-шу 三綱五常 (sāngāngwŭcháng) — Саньганучан, «Три устоя и пять незыблемых правил» төшөнсәһен индергән (подданный хакимына, ул атаһына буйһона, кешелеклелек, ғәҙеллек, әҙәплелек, аҡыл һәм тоғролоҡ).
君子 (jūnzǐ) — Цзюнь-цзы , изге ир, теүәл кеше, юғары әхлаҡҡа эйә кеше, аҡыллы һәм изге күңелле хаталанмай торған кеше. Боронғо заманда: «хакимдарҙың улдары», Мин дәүерендә— Дунлинь мәктәбенең һигеҙ эшмәкәренең хөрмәтле исеме (東林黨)2.
小人 (xiǎorén) — Сяожэнь, түбән кеше, ҡәбәхәт кеше, бәләкәй кеше, цзюнь-цзының антиподы, ябай халыҡ, ҡурҡаҡ, выжданлы кеше. Һуңыраҡ «мин» һүҙе урынына ололарға өндәшкәндә (хакимдарға йәки ата-әсәгә) үҙен кәмһетеп атау һүҙе.
中庸 (zhōngyōng) — Чжунъюн,алтын урталыҡ, «Урталыҡ һәм үҙгәрмәй торған» (тейешле канондың исеме), уртаса, урта, бер ни менән айырылмай.
大同 (dàtóng) — Датун, Бөйөк Берлек,килешеп эшләү, тулыгармония, тулы тигеҙлек, Яо (堯) менән Шунь (舜) дәүере йәмғиәте.
小康 (xiăokāng) — Сяокан, ҙур булмаған (уртаса) хәллелек, баштағы Дао юғалған йәмғиәт хәле,уртаҡул йәмғиәт.
正名 (zhèngmíng) — «Исемдәрҙе төҙәтеү», әйбер һәм күренештәрҙең асылына тап килтереп исем биреү.
Кобзев А. И. Философия китайского неоконфуцианства. — М .: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2002. — 606 с. — (История восточной философии). — 1000 экз. — ISBN 5-02-018063-7 .
Конфуцианство в Китае. Проблемы теории и практики / Отв. ред. Л. П. Делюсин. — М .: Наука, 1982. — 264 с. — 10 000 экз.
Переломов Л. С. Конфуций и конфуцианство с древности по настоящее время (V в. до н. э. — XXI в.). — М .: Стилсервис, Институт Дальнего Востока РАН, 2009. — 704 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-93712-010-6 .
Экономические воззрения древнего конфуцианства / / Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М .: Мысль, 1987. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 94-99. — 606 с.
Был фәлсәфә буйынса тамамланмаған мәҡәлә . Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ .
Нагата Х. История философской мысли Японии. - М.: Прогресс, 1991. С.70