Өс батшалыҡ дәүере" йәки Саньго (ҡыт. ғәҙәти 三國時代, ябайл. 三国时代, пиньин: Sānguó Shídài, палл.: Саньго Шидай) — боронғо Ҡытай тарихындағы дәүер (220—280 йылдар) һәм өс батшалыҡтың үҙ-ара көрәше(Вэй,У,Шу ). Өс батшалыҡ дәүере башы 220 йылға тура килә, шул йылда Хань династияһы империяһы тарҡала , ә уға алмашҡа Цзинь (265—420) династияһы килә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа «дүртенсе батшалыҡ» тип 237—238 йылдарҙа Маньчжурияла булған Янь батшалығын атайҙар (царство Янь (инг.)баш.[1]. Был дәүерҙе Өс батшалыҡ дәүере тип атау дөрөҫ тә түгел тиҙәр, сөнки һәр дәүләттең башында батша түгел, ә император торған, һәр береһе бөтә Ҡытайға хакимлыҡ итәм тип иҫбатлаған[2].

Thumb
Ҡытай батшалыҡтары: Вэй (һары), У (йәшел) һәм Шу (ҡыҙыл). 262 йыл.

Ҡыҫҡаса тарихы

Башҡа тарихи дәүләттәр менән бутамаҫ өсөн тарихсылар Өс батшалыҡ дәүерендәге һәр дәүләткә исем биреп сыҡҡан: Вэй дәүләте (ҡыт. ) — Цао Вэй (ҡыт. 曹魏)[3][4], Шу (ҡыт. ) дәүләте — Шу Хань (ҡыт. 蜀漢) или Хань (ҡыт. ), У (ҡыт. ) дәүләте— Көнсығыш У (ҡыт. ғәҙәти 東吳, , пиньин: Dōng Wú, палл.: Дун У) йәки Сунь Ву (ҡыт. 孫吳). Өс батшалыҡ дәүере рәсми рәүештә Вэй дәүләте барлыҡҡа килгән 220 йылдан башлана тип иҫәпләнә, 280 йылда Цзинь династияһы У дәүләтен яулап алғас был дәүер тамамлана . Башҡа тарихсылар Өс батшалыҡ дәүере 184 йылда башланған Һары бәйләместәр күтәрелешенән башлана тип иҫәпләй. Был боланан илдә үҙ-ара һуғыштар башлана, ул Хань империяһының тарҡалыуына килтерә. 220—263 йылдарҙа Вэй, Шу һәм У дәүләттәре араһында һуғыштар була, ә 263—280 йылдарҙа Вэй дәүләте Шу батшалығын яулап ала (263 йыл), Вэй дәүләтендә Цзинь династияһы тәхеткә ултыра һәм Цао династияһы юҡ ителә (265 йыл), У дәүләтендә Цзинь династияһы башлана, Цзинь династияһы тарҡау Ҡытай дәүләттәрен бер дәүләткә туплай (280 йыл).

Өс батшалыҡ дәүере Ҡытай тарихында иң ҡан ҡойғос дәүерҙәрҙең береһе тип иҫәпләнә. Өс дәүләтте бергә ҡушҡандан һуң үткәрелгән 280 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, илдә 16 163 863 кеше йәшәгән, 2 459 840 хужалыҡ булған,болаға тиклемге Хань династияһы ваҡытында 56 486 856 кеше йәшәгән һәм 10 677 960 хүжалыҡ булған[5]. Халыҡ иҫәбе ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар арҡаһында бик теүәл дә алынмауы бар, ләкин Цзинь династияһы 280 йылда империялағы халыҡ иҫәбен мөмкин тиклем теүәл алырға тырышҡан.[6].

Өс батшалыҡ дәүерендә Ҡытайҙа ҙур ғына техник алға китеш күҙәтелгән. Ҡытай сардары һәм Шу батшалығы министры Чжугэ Лян ҙур арба уйлап сығара («деревянный вол (инг.)баш.»), ул армия һәм ҡалалар өсөн аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк яраҡты күпләп ташый алған[7], ул донъялағы иң тәүге йөк ташыу арбаларының береһе тип иҫәпләнә [8], бынан тыш ул электән ҡулланылған үҙенән- үҙе ҡорола торған чо-ко-ну төрөндәге арбалетты яҡшыртҡан (ҡайһы бер саҡта уны яңғылыш был ҡорлады уйлап тапҡан тиҙәр): был арбалет 15 секундта 10 уҡ атып өлгөргән[9]. Вэй батшалығы инженеры Ма Цзюнь (инг.)баш. тарихсылар унан алдараҡ йәшәгән Чжан Хэн кеүек үк билдәле тип иҫәпләй[10]: ул император Цао Жуй өсөн гидравлик театр, Лоянда баҡсаларға һыу һибеү өсөн шаҡмаҡ төплө сынйырлы насос (цепной насос (инг.)баш.) һәм һәр саҡ көньяҡҡа күрһәтеп торған ике тәгәрмәсле арба уйлап сығарған (дифференциаллы тапшырыу ҡағиҙәһенә таянып эшләгән магнитһыҙ компас)[11].

Өс батшалыҡ дәүере ҡыҫҡа ғына булһа ла, был тарихи дәүергә Ҡытай, Корея, Япония һәм Вьетнам мәҙәниәтендә айырыу иғтибар бүленә: был осор тураһында опералар тыуҙырыла, легендалар, романдар яҙыла ; Иң яңы тарихи осорҙа Өс батшалыҡ тураһында нәфис фильмдар һәм телесериалдар («Мәктәп һуғыштары» тигән аниме) төшөрөлә, компьютер уйындары эшләнә. Иң билдәле әҫәр- Ло Гуаньчжун XV быуатта Мин династияһы ваҡытында яҙған «Өс батшалыҡ» романы[12]. Был дәүерҙе тарихсы Чэнь Шоу төҙөгән «Сань-го чжи»(«Өс дәүләт тарихы») тарихи-биографик хроникаһы (290 йыл) һәм Пэй Сунчжи (инг.)баш. яҙған « Хроникаға иҫкәрмәләр» (примечания к хронике (инг.)баш.) һүрәтләй.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.