Хәйбулла районы (рус. Хайбуллинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Аҡъяр ауылы. Районда 32342 кеше йәшәй.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Ябырға
- Сәйфүн Аҡъюлов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Аҡъюл ауылынан.
- Ҡәҙим Аралбай (1.09.1941 — Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Таңатар ауылынан.
- Йомабикә Ильясова (Аҡъюлова), танылған башҡорт шағиры, журналист, 1999 — 2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе (2008-2013 йылдар) һәм бишенсе саҡырылыш (2013—2018 йылдар) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2013—2018 йылдарҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Аҡъюл ауылынан.
- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8.04.1934), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Йәнтеш ауылынан.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (13.09.1938), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа «Маҡан» совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рудниченко Иосиф Васильевич (20.11.1918—2002), табип-хирург, медицина фәндәре кандидаты. 1963—1980 йылдарҙа Алматы ҡалаһындағы тимер юлсылар дауаханаһының баш хирургы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы. Почётлы тимер юлсы. Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Яңы Ергән ауылынан[3].
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың октябрендә республикала «Хәйбулла энциклопедияһы»ның исем туйы үтте[4]. Баҫманың Әҙәбиәт йылында нәшер ителеүе һәм был ваҡиғаның район юбилейы менән тап килеүе үҙенсәлекле булды. Был бай йөкмәткеле ҡулланмала райондың административ-территориаль ҡоролошо, хәҙерге хәле, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, халыҡ ижады, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҫеше сағылдырылған, шулай уҡ тәбиғәт ресурстары, географик объекттар, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы һүрәтләнгән. Энциклопедияла 1800-гә яҡын, шул иҫәптән 1000 самаһы библиографик мәҡәлә, 650-нән артыҡ иллюстрация бар.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Ябырға
- Милли состав
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйыынса: башҡорттар — 77,6 %, урыҫтар — 17,8 %, башҡа милләт вәкилдәре — 4,6 %[23].
перепись населения СССР 1939 года
перепись населения СССР 1970 года
перепись населения СССР 1979 года
перепись населения СССР 1989 года
Всероссийская перепись населения 2002 года
Всероссийская перепись населения 2010 года