Ташкент
Үҙбәкстандың башҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Үҙбәкстандың башҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ташке́нт (Ташҡәнт; үзб. Toshkent / Тошкент) — баш ҡала һәм Үзбәкстандағы иң эре ҡалаларҙың береһе, административ үҙәге Ташкент ѳлкәһе. Халыҡ иҫәбе буйынса ла Үзбәкстандың һәм Урта Азияның иң ҙур ҡалаһы, Ташкент агломерацияһының үҙәге, илдең мөһим иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни һәм шулай уҡ авиация, тимер юлы, автомобиль үҙәге. Административ яҡтан 11 районға бүленгән.
Ҡала | |||||
Ташкент үзб. Toshkent / Тошкент | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Статус |
дәүләт баш ҡалаһы, өлкәнең административ үҙәге | ||||
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
11 район | ||||
Хоким |
Усманов Рахмонбек Джахонгирович | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
Б.Э.Т II быуат | ||||
Элекке исеме |
Чач, Шаш (Мадина́-аш-Шаш), Бинке́т (Бинка́т) | ||||
Майҙаны | |||||
Бейеклеге |
455 м | ||||
Климат тибы |
уртаса-континенталь | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
7083 кеше/км² | ||||
Агломерация |
6,5 млн | ||||
Милли состав |
үзбәктәр − 65,0 % | ||||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, христиандар, атеисттар и др. | ||||
Этнохороним |
ташке́нтец, ташке́нтка, ташке́нтцы | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5 | ||||
Телефон коды |
+998 71 | ||||
Почта индексы |
100000 [4] | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
01—09, (10, 30 — старые) | ||||
Рәсми сайт | |||||
Награды | |||||
Ташкент халҡы буйынса БДБ илдәре араһындағы иң эре ҡалаларҙың береһе. Уның халҡы 2,3 миллион тәшкил итә.
Ташкент республиканың тѳньяҡ-кѳнсығыш ѳлѳшѳндә, Чирчик (йылға) үҙәне буйында, диңгеҙ кимәленән 440—480 метр бейеклектә урынлашҡан һәм 30 мең гектар территорияны алып тора. Ташкенттан кѳнсығышҡа һәм тѳньяҡ-кѳнсығышҡа ҡарай кѳнбайыш Тянь-Шань армыттары урынлашҡан.
Ташкента ҡалаһынан ҙур ҡалаларға тиклем алыҫлыҡ (автомобиль юлдары буйлап)[5] | ||||
---|---|---|---|---|
Төньяҡ-көнбайыш | Ургенч ~ 989 км Нөкөс ~ 1106 км Һарытау ~ 2542 км Һамар ~ 2353 км Ҡазан ~ 2586 км Мәскәү ~ 3366 км Санкт-Петербург ~ 4112 км |
Шымкент ~ 138 км Астана ~ 1614 км Өфө ~ 2222 км Екатеринбург ~ 2837 км |
Бишкәк ~ 545 км Алматы ~ 781 км Омск ~ 2227 км Новосибирск ~ 2404 км |
Төньяҡ-көнсығыш |
Көнбайыш | Бохара ~ 556 км Ашхабад ~ 1261 км Баҡы ~ 3307 км Краснодар ~ 3249 км |
Фәрғәнә ~ 340 км Андижан ~ 370 км Ош ~ 410 км Урумчи ~ 1525 км |
Көнсығыш | |
Көньяҡ-көнбайыш | Һырдаръя ~ 80 км Джизак ~ 200 км Сәмәрҡәнд ~ 280 км Карши ~ 420 км |
Хаваст ~ 140 км Дүшәмбе ~ 465 км Термез ~ 686 км |
Алмалык~ 70 км Бекабад ~ 110 км |
Көньяҡ-көнсығыш |
Беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттарҙа уҡ билдәле.[6][7], Ташкенттың Шаш-тепа, Чач-тепа тигән атамалары ла осрай.
XI быуаттан ҡала Ташкент булараҡ танылыу ала. Был исем (латин телендә — «таш») Таш ҡала тигән мәғәнәне аңлата. Иң тәүге ҡытай сығанаҡтарында Ташкент Шаш (Ши)ѳлкәһе, Чжэши һәм Юэни, иртә Урта быуаттар осоронда — Чач, Шаш (ѳлкә) һәм Джач тип йѳрѳтѳлә. «Ши» ҡытайса «таш» (ҡыт. ябайл. 石, пиньин: shí) тигәнде лә аңлатырға мѳмкин булғанлыҡтан, тѳбәккә тѳрки ырыуҙар күсеп ултырғандан һуң, был атамаларҙың тѳркисә «таш» тигән һүҙгә әйләнеүе лә бар.[8].
XIV—XV быуаттарҙа Ташкент Тимур империяһы составына инә. XVI быуатта ҡала менән Шейбанидтар династияһы идара итә.[9][10] 1586 йылда ҡаҙаҡтар Ташкентҡа уңышлы поход яһай. Артабан ҡала, 1557—1598 йылдарҙа, бында үҙенең тимер аҡсаларын сығарған шейбанид Абдулла-хан II буйһона.[11] 1598 йылдан 1604 йылға тиклем Ташкент менән үҙ исеменән кѳмѳш һәм баҡыр аҡса сығарған шейбанид Кельди Мѳхәмәт идара итә.[12]. 1630 йылдар тирәһендә Ташкент Ҡаҙаҡ ханлығы хандарының резиденцияһы була.[13]. 1784 йылда Юныс Хаджа үҙ власы аҫтына бѳтә ҡаланы берләштерә һәм бойондороҡһоҙ Ташкент дәүләте тѳҙѳй. XIX быуат башына был дәүләт бик күп ерҙәрҙе эләктерә. Әммә, Юныс Хаджа үлгәндән һуң, 1807—1808 йылдарҙа, ил Коканд ханлығына буйһона.[14]. Коканд ханлығында Ташкент соҡор һәм 20 саҡрым оҙонлоғондағы балсыҡ ҡатыш стена менән уратып алынған була (Ташкент ҡапҡаһы). Ҡаланың яңы ѳлѳшѳнә, 1865 йылда Ташкентты Рәсәй империяһының рус ғәскәрҙәре баҫып алғас нигеҙ һалына. Ул иҫке ҡаланан Анхор каналы менән айырылып тора.
Ташкент Климатик бүлкәттең Субтропик һәм Талғын-континенталь сигендә ята. Йылына 440 мм яуым-тѳшѳм була. Кеше йәшәмәгән буш һәм ярым буш уйпат ѳлкәләр менән сағыштырғанда тауҙарҙың яҡын булыу һѳҙѳмтәһе күпкә әһәмиәтле. Ғәҙәттә, һыуыҡтар оҙаҡ булмай, ләкин аяҙ булғанда һауа температураһы ҡайһы ваҡыттарҙа минус 20 °C -ҡа тиклем тѳшә, йәйгеһен күләгәлә ул йыш ҡына 35-40°C-ҡа тиклем етә.
Минималь температура — 29,5 °C (1930 йылдың 20 декабре), максималь температура — + 44,6 °C (1997 йылдың 18 июле), 40 кѳнлѳк елһеҙ, йәйге томра, йәғни селлә ваҡыты Ташкент ҡалаһы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ.[17].
Яҙ менән кѳҙ иртә килә. Был һыу ятҡылыҡтарының булмауы арҡаһында һауаның тиҙ йылыныуы һәм һыуыныуы менән бәйле.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 22,2 | 27,0 | 32,5 | 36,4 | 39,9 | 43,0 | 44,6 | 43,1 | 39,8 | 37,5 | 31,1 | 27,3 | 44,6 |
Уртаса максимум, °C | 6,8 | 9,4 | 15,2 | 22,0 | 27,5 | 33,4 | 35,7 | 34,7 | 29,3 | 21,8 | 14,9 | 8,8 | 21,6 |
Уртаса температура, °C | 1,9 | 3,9 | 9,4 | 15,5 | 20,5 | 25,8 | 27,8 | 26,2 | 20,6 | 13,9 | 8,5 | 3,5 | 14,8 |
Уртаса минимум, °C | −1,5 | 0,0 | 4,8 | 9,8 | 13,8 | 18,0 | 19,7 | 18,0 | 12,9 | 7,8 | 4,1 | 0,0 | 8,9 |
Абсолют минимум, °C | −28 | −25,6 | −16,9 | −6,3 | −1,7 | 3,8 | 8,2 | 3,4 | 0,1 | −11,2 | −22,1 | −29,5 | −29,5 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 53 | 64 | 69 | 61 | 41 | 14 | 4 | 1 | 6 | 24 | 44 | 59 | 440 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Территорияның яртыһын тиерлек ултыртылған ағастар алып тора. Бөгөн Ташкент кешеһенең һәр береһенә йәшелләндерелгән 69 квадрат метр тура килә[18]. Ҡайһы бер саҡтарҙа бында насар экологик хәл күҙәтелә. Ҡалала йыш ҡына кѳслѳ төтөн булыуы ихтимал, шул арҡала күреү мѳмкинлеге 1,5-3 саҡрымдан артмай. [19]. Был осраҡта, һауа таҙа булған ваҡытта офоҡта яҡшы күренгән Тянь-Шань тауҙары насар ғына төҫмөрләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.