![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/ad/Scythia-Parthia_100_BC.png/640px-Scythia-Parthia_100_BC.png&w=640&q=50)
Сактар (ҡәбиләләр)
этник төркөм / From Wikipedia, the free encyclopedia
Са́ктар (др.-перс.бор. фарсы Sakā, др.-греч.бор. грек. Σάκαι, лат. SacaeSacae) — антик сығанаҡтарҙа иран телле[1][2][3][4][5][6][7][8] беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡтан яңы эраға — яңы эраның беренсе быуаттарына тиклем йәшәгән күсмә һәм ярымкүсмә ҡәбиләләрҙең йыйылма атамаһы. Атама скифтарҙың saka – ‘олень’[9] (ср. осет. sag 'олень') һүҙенә барып тоташа. Боронғо авторҙар ҙа, сактарҙы хәҙерге заман тикшеренеүселәре лә, уларҙы массагеттар менән бер рәттән скиф халыҡтарының көнсығыш ботағы тип иҫәпләй[9][10]. Сактар иң тәүҙә авеста турандары менән берҙер, моғайын; урта фарсы сығанаҡтарында турандар төрки ҡәбиләләре тип билдәләнә. Әһәмәни яҙмаларында скифтар тотошлайы менән «сактар» тип атала [11].
Сактар | |
![]() | |
Кана әлифбаһында исеме | サカゾク |
---|---|
Туған тел | хотаносакский язык[d] |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/a/ad/Scythia-Parthia_100_BC.png/320px-Scythia-Parthia_100_BC.png)
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/ed/Behistun.Inscript.Skunkha.jpg/220px-Behistun.Inscript.Skunkha.jpg)
Сактар бура һәм Андрон мәҙәниәте Алакүл вариантының боронғолоғон кәүҙәләндереүсе вариҫтар, тип иҫәпләнелә[12]. Урта Азиялағы сак халҡы андрон антропологик тип нигеҙендә формалаша. Шулай итеп, ретроспектив ысул менән алынған антропологик мәғлүмәттәр иран телле сактарҙың һәм савроматтарҙың андрон мәҙәниәте менән бәйле булыуҙарын раҫлай[13].