From Wikipedia, the free encyclopedia
Андро́н мәҙәниәте (мәҙәни-тарихи уртаҡлығы) — б.э.т. XVII быуат — б.э.т. IX быуаттарҙа Ҡаҙағстанды, Көнбайыш Себерҙе, Урта Азияның көнбайыш өлөшөн, Көньяҡ Уралды үҙ эсенә алған ҡула (бронза) быуатына яҡын төркөмгә ҡараған археологик мәҙәниәттең дөйөм атамаһы.
Мәҙәни-тарихи берлек • Ҡула (бронза) быуаты | |||||||||
| |||||||||
Составындағы мәҙәниәттәр | Һынташты мәҙәниәте | ||||||||
Дәүере | б.э.т. XVII быуат — б.э.т. IX быуат | ||||||||
Таралған биләмә |
Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Урта Азияның көнбайыш өлөшө | ||||||||
Этник составы |
һинд-иранлылар[1] | ||||||||
Төп тикшереүселәр | Сергей Александрович Теплоухов, Константин Владимирович Сальников, Геннадий Борисович Зданович | ||||||||
Андрон мәҙәниәте Викимилектә |
1914 йылдың авгусында ғалим-археолог Аркадий Яковлевич Тугариновтың Ачинск ҡалаһы эргәһендәге Краснояр крайы Андрон ауылында тапҡан тәүге ҡәберлектәренә бәйләп был атама бирелгән[2].
Тикшеренеүҙәрҙе шулай уҡ археолог Константин Владимирович Сальников та алып барған, һәм 1948 йылда андрон мәҙәниәте һәйкәлдәренең тәүге классификацияһын тәҡдим иткән. Уны өс: фёдоров, алакүл һәм замараев хронологик этаптарына айырған.
Хәҙерге ваҡытта андрон мәҙәниәте составына кәмендә 4 ҡәрҙәш мәҙәниәт инә:
Андрон мәҙәниәтенең таралышы бер тигеҙ түгел[5]. Көнбайышта Урал һәм Иҙел йылғалары районына еткән, һәм бура мәҙәниәте менән бәйләнешкә ингән (контакт). Көнсығышта Андрон мәҙәниәте, үҙ эсенә иртә афанасьев мәҙәниәте территорияһын индереп, Минусинск соҡорона саҡлы таралған[6]. Көньяҡта айырым матди һәйкәлдәр Копетдаг (Төркмәнстан), Памир (Тажикстан) һәм Тянь-Шань (Ҡырғыҙстан) тау системалары районында — дравид телле ҡәбиләләр йәшәгән өлкәлә таралған[7][8][9][10][11][12][13]. Андрон мәҙәниәте таралышының төньяҡ сиге тайга менән тап килә. Иҙел (Волга) бассейнында бура мәҙәниәтенең йоғонтоһо күренеп тора. Волгоград ҡалаһы районында Фёдорово тибындағы керамика табылған.
.
Себер далаларында андрондарҙың барыһына ла дөйөм булған көтөүсе-малсылар һәм игенселәр хужалыҡ-мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. Андрондар оҙаҡҡа сыҙаған ярым ер өйҙәрҙә йәшәгән. Уларҙың ултыраҡтары көтөүлектәргә һәм игенселек менән шөғөлләнергә мөмкин булған уңдырышлы ерҙәргә бай йылға үҙәндәрендә урынлашҡан. Көтөүҙәрендә эре мөгөҙлө малдар, ҡуй, йылҡылар күп булған. Андрондар азия далаларында йәшәгән беренсе һыбайлылар булған. Йылдың күп өлөшөндә малдар көтөүселәр күҙәтеүе аҫтында, ә ҡышын — махсус ялан кәртәләрҙә торған. Башаҡлылар эшкәртеүгә уңайлы һыубаҫар ерҙәргә сәселгән. Тупраҡ ҡул менән таш һәм ҡула кәтмәндәр ярҙамында эшкәртелгән. Хужалыҡ тормошонда һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ҙур әһәмиәткә эйә булмаған.
Беҙҙең эраға тиклемге III меңйыллыҡ аҙағында кеше ҡула яһау серен асып (ул ҡурғаштың, баҡырҙың һәм башҡа металл иретмәләрҙең ҡушылмаһы), «ҡула быуаты» тип атап йөрөтөлгән яңы осорға аяҡ баҫҡан (беҙҙең эраға тиклемге III—II меңйыллыҡтар). Ташҡа ҡарағанда ҡула күпкә ҡатыраҡ һәм нығыраҡ, шунлыҡтан хеҙмәт ҡоралдарын (балта, бысаҡ, ураҡ һ.б.) тап шул яңы уйлап табылған материалдан яһай башлағандар. Металға булған ихтыяж кешене баҡыр мәғдәне эҙләү эшенә тотонорға мәжбүр иткән. Уралда яңынан-яңы мәғдән ятҡылыҡтары асыла башлаған. Ҡарғалы, Ташҡаҙған, Баҡыр Үҙәк, Еленовск — Көньяҡ Уралдағы тәүге эре мәғдән сығанаҡтары булған. Тиҙҙән улар баҡыр мәғдәне сығарыу һәм эшкәртеү үҙәктәренә әүерелгән. Бында баҡыр-ҡула әйберҙәр етештереү һәм уларҙы һатыу эштәре лә киң ҡолас алған. Был төбәктәрҙә йыш ҡына ҡула ураҡтар табыла. Улар киләсәктә файҙаланыу өсөн әҙерләнгән, шунлыҡтан иретелеп формаға һалынғандан һуң артабан эшкәртелмәгән. Көнкүрештә ҡуланан яһалған ҡоралдарҙың ҡулланыла башлауы хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡырҡа күтәргән, байлыҡ артыуына килтергән. Артып ҡалған байлыҡ коллективтың бөтә ағзаларына бүлеп таратылмаған, ә ырыу башлыҡтарының, танылған оҫта-зәргәрҙәрҙең (ювелир) ҡулына эләккән. Улар шулай уҡ ҙур-ҙур ерҙәргә, малдарға хужа булып алған. Шул рәүешле кешеләр араһында тигеҙһеҙлек килеп тыуған һәм был үҙ нәүбәтендә йәмғиәттә синыфтар, төрлө социаль төркөм барлыҡҡа килеүенә сәбәп булған. Тупланған байлыҡты һаҡлау ихтыяжы тыуған.
Көньяҡ Уралда тәүге ҡала-ҡәлғәләр күренә башлаған. Улар башлыса мәғдән сығанаҡтары эргәһендә төҙөлгән. Хәҙерге көндә Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә һәм Башҡортостан ерендә егермеләп шундай боронғо ҡала-ҡәлғә ҡалдыҡтары табылған. Шулар араһында иң билдәлеһе һәм иғтибарҙы йәлеп иткәне — Сибай ҡалаһынан 60 саҡрым алыҫлыҡтағы Арҡайым ҡаласығы. Ул өс рәт ныҡ һәм ҡалын таш, кирбес, ағас, ер диуарҙар менән уратылған. Ҡала теүәл түңәрәк рәүешендә һалынған. Эске һәм урталағы диуарҙары араһында түңәрәк буйлап йорттар урынлашҡан. Яртылаш ергә ҡаҙып эшләнгән,4 x 12 ҙурлыҡтағы һәр йорттоң оҙон диуары ике яҡтағы башҡа йорттарҙың да диуарҙары булып хеҙмәт иткән. Йорттарҙың береһе ихатаға, икенсеһе урамға асылған ике ишеге, иҙән уртаһында сыуалы (мейесе), ҡоҙоғо, һыу ағып сыға торған торбаһы булған. Ҡалала дөйөм канализация системаһы ла эшләгән. Бындай ҡәлғә-ҡаласыҡтар һуңыраҡ төҙөләсәк ҡалалар өсөн өлгө булып хеҙмәт иткән. Улар илебеҙҙәге иң тәүге ҡалалар булып һанала. Был ҡаласыҡтарҙа борон төрлө илдәрҙән килгән сауҙагәрҙәр туҡтап, металл һәм унан яһалған төрлө әйберҙәр һатып алғандар, үҙҙәре килтергән тауарҙарҙы һатҡандар. Әммә был ҡаласыҡтарҙың тәү маҡсаты — мәғдән сығанаҡтарын сит-ят баҫҡынсыларҙан һаҡлау булған. Ҡаласыҡтарҙа йәшәгән кешеләр үҙҙәрен нисек атап йөрөткәндәрҙер — беҙ белмәйбеҙ. Ә археологтар уларҙы андрон кешеләре тип исемләйҙәр. Әммә, шуны әйтергә кәрәк, башҡа археологик мәҙәниәт ҡомартҡылары атамалары кеүек, был исем дә шартлы рәүештә алынған. Атамалар теге йәки был типтағы ҡомартҡыларға хас төп сифаттарҙы үҙендә туплаған ҡомартҡы исеменән яһала. Андрон кешеләре Көньяҡ Уралда, шулай уҡ уның менән сиктәш булған Көнбайыш Себер һәм Ҡаҙағстандың ҡайһы бер райондарында йәшәгәндәр. Үҙҙәре йәшәгән урындарҙа улар ҙур-ҙур ҡәберлек-ҡурғандар ҡалдырғандар. Шул ҡурғандарҙа табылған материалдарға ҡарап, тарихсылар андрон кешеләре тормошоноң ҡайһы бер яҡтарын күҙ алдына баҫтыралар. Мәҫәлән, ҡурғандарҙа ябай ҡәберлектәр менән бергә (уларҙа мәйет янына көршәк һауытҡа һалынған бер аҙ аҙыҡ, бер нисә биҙәүес ҡуйылған), аҡһөйәктәрҙең, ырыу-ҡәбилә башлыҡтарының бай ҡәберлектәре осрай. Былары иһә «теге донъя»ға бар кәрәкле нәмәләре: кейемдәре, ҡоралдары, аттары, хатта хәрби арбалары менән «киткән». Байҙар ҡәберлеге өҫтөнә өйөлгән ҡурғандар ҙа, йәмғиәттең ябай кешеләренең зыяраты менән сағыштырғанда, күп тапҡырға бейегерәк һәм киңерәк. Бындай айырмалыҡтар андрон кешеләренең социаль тигеҙһеҙлек шарттарында йәшәүҙәрен билдәләй. Көньяҡ Уралда улар беренселәрҙән булып иртә синфи йәмғиәт дәүеренә аяҡ баҫҡан. Мәҙәниәт үҫешенең һәм хеҙмәтте ойоштороуҙың шаҡтай юғары кимәле, андрон йәмғиәтендә ябай дәүләт берләшмәләре — сәйәси ойошмалар булғандыр, тип фараз итергә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, ҡула быуатта Көньяҡ Уралда тик андрон кешеләре генә йәшәмәгән. Уралдың тау-урманлы һәм урманлы төбәктәрендә андрондар менән ҡәрҙәш булған межа һәм черкаскүл мәҙәниәте ҡәбиләләре йәшәгән. Андрондарға күрше булып бура һәм абаш ҡәбиләләре көн иткән. Уларҙың төбәге — Урта Волга буйы һәм Көньяҡ Урал. Был ҡәбиләләр, бәлки, төрлө телдә һөйләшкәндәрҙер, әммә уларҙың хужалығы һәм көнкүреше бик оҡшаш булған: төп кәсептәрҙән кәтмән менән ер эшкәртеү һәм малсылыҡ һаналған. Дала зонала күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ, айырыуса йылҡысылыҡ өҫтөнлөк иткән. Йәмғиәт ҡоролошо буйынса улар ҙа ырыу ҡоролошоноң емерелә барған баҫҡысында торғандар, әммә андрондар был тәңгәлдә үҙҙәренең төньяҡ күршеләренән бер ни тиклем алдараҡ барғандар[14]
Андрондар — мәғдәнселәр ҡәбиләһе. Улар баҡыр һәм ҡурғаш рудниктарына эйә булған һәм мәғдән менән алыҫ көнбайышты тәьмин иткән. Уларҙың ҡойоусылары хеҙмәт (ураҡтар, балталар, кельттәр) һәм һуғыш ҡоралдарын (хәнйәрҙәр, уҡ башаҡтары, япраҡ формалы һөңгөләр) етештергәндәр, шул иҫәптән андрон ареалы аръяғына сығарғандар.Ҡаҙағстанда, шулай уҡ Алтай тауҙарында баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары эшкәртелгән.
Дала һәм урманлы даланы үҙләштергәндән һуң, андрондар, йылға үҙәндәре буйында яңы яландар һәм көтөүлектәр эҙләп, [[тайга|тайга зона]һына үтеп ингәндәр, һәм аборигендар менән ҡушылғандар. Һөҙөмтәлә көнбайыш себер тайгаһының көньяғында, урындағы һәм килтерелгән традицияларҙы аралаштырған андрон (черкаскүл, һыҙғын, елов) мәҙәниәте барлыҡҡа килгән. Андрон мәҙәниәте тәьҫирендә был мәҙәниәттәрҙең дә үҙҙәренең ҡула ҡойоу үҙәктәре барлыҡҡа килгән, һәм улар тайга зонаһында мәғдән таралыуында ҙур әһәмиәтле роль уйнаған.
Уларҙың торлаҡтары булып ярым ер өй йәиһә ер өҫтөндә бүрәнәнән ҡоролған бәләкәй өй хеҙмәт иткән. Ҡайһы бер торлаҡтар (мәҫәлән, Петровка һәм Боголюбово районындағы ултыраҡтарҙа) урҙар һәм соҡор ҡаҙғанда сығарылған тупраҡ һәм балсыҡтан өйөлгән нығытма валдар менән уратып алынған. Валдар өҫтөндә ағас текә ҡойма ҡоролған. Эскә үтеп инер өсөн, урҙарҙа тоташтырғыстар ҡалдырылған, ә нығытма-валдарҙа ике тәгәрмәсле арбалар үтер өсөн ҡапҡалар эшләнгән булған.
Мәйеттәрҙе таш өйөлгән соҡорҙарҙа күмгәндәр, ҡайһы берҙә ҡәберлектәрҙе таш плитәләр менән кәртәләгәндәр. Ағас йөҙлөклө ҡәберлектәр ҙә осрай. Мәйеттәрҙе бөкөрәйгән хәлдә, ҡул суҡтарын йөҙөнә ҡаратып һалғандар. Ҡәберлектәрҙә саҡматаш уҡ башаҡтары, ҡула хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдары, биҙәүестәр, керамика табалар.
Андронлыларҙың мәйеттәрен генетик тикшереүҙәр был мәҙәниәт вәкилдәрендә Y-хромосомалы R1a1 гаплотөркөмө (9 осраҡ) һәм Y-хромосомалы С гаплотөркөмө (prd M48) (1 осраҡ)[15][16] һәм митохондриаль гаплотөркөм U, Z, T, H, K[17] һәм HV, I булыуын күрһәтте[18]. 2015 йылғы бер тикшереүҙә Y-хромосомалы R1a1a1b2a2-Z2124 гаплотөркөм һәм митохондриаль гаплотөркөм U2 һәм U4 табылған[19], 2015 йылғы икенсе тишеренеүҙә фёдоров мәҙәниәте вәкилендә (Тартас-1) митохондриаль A10*гаплотөркөмө табылған[20]. Андронлыларға иң яҡыны европа шнурлы керамика мәҙәниәте һәм һынташты мәҙәниәте, ә шулай уҡ хәҙерге заман һинд популяциялары булып сыҡҡан[21].
Андрон мәҙәниәтен, ҡағиҙә булараҡ, арийҙар (һинд-иранлылар), тип иҫәпләйҙәр[22].
Финн-уғыр телдәрендәге һүҙ үҙләштереүҙәрҙән сығып, Евгений Арнольдович Хелимский андрон мәҙәниәте вәкилдәрен һинд-иран телдәренең юғалған, дүртенсе, тармағын йөрөтөүселәр тип иҫәпләй.[23]
Владимир Владимирович Напольских фин-уғыр телдәрендәге һүҙ үҙләштереүҙәр, атап әйткәндә, һинд-арий тибындағы телдәрҙән икәнен раҫлай. Әлегә праарий теле булған боронғо фин-уғыр телдәренең һуңғараҡ та дауам иткән бәйләнештәре (контакт) тураһында мәғлүмәттәр бар. Андронлыларҙың теле, Хелимский фаразлауынса, ысынбарлыҡта һинд-арий теленән бер ҙә айырылмаған тиерлек. «Андрон» тигән термин бик уңайлы түгел, көнбайыш фин-уғыр телдәрендә лә дала мәҙәниәте сығанаҡлы бура мәҙәни-тарихи берлеге, шуға оҡшаған бура-андрон даирәләренә ҡараған һүҙ үҙләштереү булған. Һинд-арий телен йөрөтөүселәрҙең көнсығыш иран телдәрен йөрөтөүселәргә алмашыныуын һәм ассимиляцияһын Напольских андрон эпохаһы финалында валик керамикаһы мәҙәниәтенең таралыуы менән сағыштырып ҡарай.[24] Ҡайһы бер ғалимдар андрон мәҙәниәтенең һинд-иран мәҙәниәте менән уртаҡлығын кире ҡаға. Түбәндәге аргументтар килтерелә:
Һынташты-Петровка мәҙәниәте шул уҡ андроновҡа ҡараған Фёдоров мәҙәниәте менән (б.э.т. 1400—1200) һәм Алексеевка (1200—1000 до н. э.) мәҙәниәте менән алмаштырыла.
Ҡаҙағстанда һәм Көньяҡ Себерҙә андрон мәҙәниәтен аҡрынлап ҡарасуҡ мәҙәниәте (б.э.т. 1500—800) алмаштырған. Андрон мәҙәниәтенең Көнбайыш сигендә Андрон мәҙәниәте абаш мәҙәниәте тәьҫирендә булған бура мәҙәниәте менән алмаштырылған[25].
Ассирия хроникалары билдәләгәнсә, был территорияның тәүге тарихи халҡы киммерийсылар һәм саҡтар ҡәбиләләре булған[26][27][28].
Рәсәй тарихсыһы С. Григорьев «андрон мәҙәни-тарихи берлеген» тарихнамә тыуҙырған миф тип атай, сөнки ул, сығышы ла һәм артабанғы үҫеш тенденциялары ла төрлө булған, ике төп компоненттан — алакүл һәм федоров мәҙәниәттәренән торған[29].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.