From Wikipedia, the free encyclopedia
Иран телдәре арий тармағының һинд-европа ғаиләһенә инеүсе тергеҙелгән боронғо иран теленә барып тоташҡан телдәр төркөмө. Иран теле Яҡын Көнсығышта, Урта Азияла, Төньяҡ Америкала, Европа илдәрендә, Пакистанда һәм Кавказдағы иран халыҡтары араһында таралған, уларҙың һаны әлеге ваҡытта яҡынса 200 миллион кеше иҫәпләнә. Ethnologue белешмә китабына дөйөм алғанда 87 иран теле ингән[1]. Әммә күп кенә идиомаларҙың тел статусы/диалект билдәләмәһе асыҡланмағанлыҡтан уларҙың һанын теүәл иҫәпләү мөмкин түгел[2]. Һан буйынса иң күбе фарсы телендә (яҡынса 90 миллион, шул иҫәптә тажик һәм дари), пашто (яҡынса 43 миллион), ҡурд телендә (30 миллион тирәһе) һәм белудж телендә (10 миллион) һөйләшә. «Кесе» иран телендә һөйләшеүселәр күпселеге бер нисә меңләп иҫәпләнә.
Иран телдәре | |
Таксон |
төркөм |
---|---|
Ареал | |
Телде белеүселәр һаны |
200 миллионға яҡын |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Состав | |
төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төркөмсәләре. | |
Бүленгән ваҡыты |
Б. э. т. VIII быуат |
Процент совпадений |
56% |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
ира 219 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
«Иран телдәре» термины көнбайыш фәнендә XIX быуат уртаһында Иран менән генетик бәйле һәм фарсы теленә оҡшашыраҡ телдәр төркөмөн билдәләү өсөн барлыҡҡа килә[3]
Әлегә тиклем йыш ҡына «фарсы» һәм «иран» төшөнсәләрен бутайҙар. «Иран теле» тигәндә Иранда өҫтөнлөк иткән фарсы теле түгел, ә күп һанлы телдәр ингән (шул иҫәптә фарсы теле лә) иран төркөмөндәге бер генә телде күҙ уңында тотабыҙ. Бынан тыш һәр иран теле фарсы теленә оҡшаған тип уйларға ярамай. Уларҙың яҡынлығын тарихи тел ғилемен сағыштырыу һөҙөмтәһендә генә күрергә мөмкин.
Иран телдәре документаль теркәлмәгән боронғо иран теленең вариҫы тип иҫәпләнә. Беҙҙең дәүергә тиклем II меңенсе йылдарҙағы боронғо иран теле үҙ сиратында беҙҙең дәүергә тиклем III мең йыллыҡ аҙағында — II мең йыллыҡ башында Урта Азия территорияһындағы һинд-арий өсөн уртаҡ булған боронғо арийҙан бүленеп сыҡҡан[4]. Сағыштырмаса, протоиранлылар Урта Азияның көньяғында бронза быуат мәҙәниәте ареалында йәшәгән[5].
Иран телдәренең теркәлгән тарихы 3 мең йыл тирәһе тәшкил итә. Йола булараҡ уларҙы өс осорға бүләләр: боронғо, урта һәм яңы.
Беҙҙең эраға тиклем IV—III быуаттар тип билдәләнгән боронғо иран дәүерендә иран телендә һөйләшеүсе халыҡ көньяҡ-көнбайыштағы Загростан алып көнбайыш Ҡытайға, төньяҡ-көнсығыштағы Алтайға тиклем, төньяҡ-көнбайыштан Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдынан көньяҡ-көнсығыштағы Гиндукушҡа тиклем йәйрәп йәшәгән. Бындай тарҡаулыҡ боронғо иран берҙәмлеген тарҡата һәм айырым иран телдәре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.
Ике иран теле булыуы билдәле:
Шулай уҡ беҙгә башҡа телдәге яҙмаларҙан килеп еткән боронғо иран телдәренең тағы ла ике төрө булыуы билдәле:
Урта иран дәүере беҙҙең эраға тиклем IV — беҙҙең эраның IX быуаттары менән билдәләнә. Бындай хронология шартлы һәм ул фарсы мәғлүмәттәренә таяна, ә бына хорезм «боронғо иран» теле XIV быуатҡа тиклем йәшәгән, тик уның беҙҙең көнгә килеп еткән яңы иран вариҫтары ҡалмаған.
Был дәүерҙә иран телдәре көнбайыш һәм көнсығыш зоналарға аныҡ бүленә башлай (Парфия менән Бактрия араһындағы һыҙат), «көньяҡ» менән «төньяҡ» зоналар араһында айырма ныҡ күренә башлай. Урта иран теленең 6 ҡомартҡыһы һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ урта иран диаклекттары буйынса атамалар, бер аҙ яҙмалар йәки ономастик мәғлүмәттәр осрай.
Көньяҡ-көнбайыш
Төньяҡ-көнбайыш
Көньяҡ-көнсығыш
Төньяҡ-көнсығыш
Юэчжи диалекттарын классификациялау өсөн уның иран теллеген иҫбатлаусы һүҙҙәр ҡытай хроникаһында етерлек түгел[7]
Яңы иран осоро шартлы рәүештә Иранды ғәрәптәр баҫып алыуынан башлана.
Был мәлдә беренсе урынға яңы фарсы теле сыға, ул Хузестандан алып Фирғәнә үҙәненә тиклем араны биләй һәм эре иран телдәрен, диалекттарҙы ҡыҫырыҡлай башлай. Был мәлдә айырыуса ғәрәп теле, йәғни ислам теле өҫтөнлөк итә.
Фарсы булмаған иран телдәре/диалекттары Оло Ирандың ситтәге райондарында һаҡланған, иң элек тауҙарҙа (Памир, Гиндукуш, Загрос, Сөләймән тауҙары), йәки тауҙар араһында (Каспий буйы төбәге, Әзербайжан), йәки сүллектәр һәм сүлгә терәлгән ерҙәрҙә. Шул уҡ мәлдә ҡайһы бер телдәр экспансияға артыҡ бирешмәй (ҡурд телдәре, пашто, белудж теле).
Шулай уҡ иран телдәре, шул иҫәптән яңы фарсы ла төрки телдәр яғынан баҫмаҡлана. Айырыуса иран донъяһының дала өлөшө ҡырҡа үҙгәрештәр кисерә. Бындағы алан теле тулыһынса ҡыҫырыҡлана. Алан теленең вариҫы — осетин теле — Кавказ тауҙарында һаҡланған. Иран телдәре бигерәк тә (ҡайһы бер райондарҙа — тулыһынса) Урта Азия һәм Әзербайжанда ҡыҫыла.
Көньяҡ-көнбайыш
Төньяҡ-көнбайыш теле
Көньяҡ-көнсығыш
Төньяҡ-көнсығыш
Иран телдәре көньяҡ-көнбайышта мосолман мәҙәниәте теле булараҡ йоғонтоһо ҙур булған ғәрәп теле менән сиктәш.
Төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта иран телдәренә төрки теле (уғыҙ һәм ҡарлуҡ төркөмө) тығыҙ тоташҡан. Фарсы теле төбәктең төрки телдәренә ҙур йоғонто яһай, шулай уҡ иран телдәрендә лә тюркизм күп күҙәтелә.
Көнсығышта иран телдәре нуристан, дард, һинд-арий телдәре, шулай уҡ бурушаск теле менән сиктәш. Ғиндукуш-һинд төбәгендә был телдәр иран телдәре менән (пашто, памир, парачи, ормури, белудж теленең көнсығыш һөйләше) һинд-европа телдәре булмаған үҙәк азия телдәре союзын барлыҡҡа килтерә. Уның уҙенсәлекле һыҙаты — ретрофлекс тартынҡы булыуы.
Осетин теле башҡа иран телдәренән ҡырҡа айырыла. Ул Кавказ телдәре яғынан фонетик, морфологик һәм лексик яҡтан үҙәгерш кисергән.
Иран телле халыҡтар яҙыу өсөн тирә яғындары төрлө халыҡтарҙың яҙмаһын ҡулланған.
Шына яҙыу
Тәүге тапҡыр боронғо фарсы телендә (беҙҙең эраға тиклем VI, VII быуаттарҙа) аккад шына яҙыу нигеҙендә ижекле яҙма ҡулланыла, ул бер аҙ һиндтарҙың брахми яҙмаһын хәтерләтә.
Арамей яҙмаһы
Арамей яҙмаһы урта осорҙа иран текстарын тулыландырыу өсөн һәм артабан гетерограмма кеүек арамей һүҙҙәрен уҡыу өсөн ҡулланылған[8].
Арамей яҙыуы ҡулланылған яҙмалар:
Шулай уҡ арамей яҙыуы менән бактрий телендә яҙмалар билдәле.
IV быуатта урта фарсы яҙыуы нигеҙендә Авеста текстарын уҡыу өсөн киңәйтелгән авеста алфавиты эшләнә. Шулай уҡ авеста яҙыуы менән зороастрийсылар үҙенсәлекле доғаларҙы яҙғандар (ҡара: пазенд)
Александр Македонский еңеүенән һуң Бактрия ерендә бактрий телендәге яҙмалар өсөн грек алфавиты ҡулланыла. Шулай уҡ урта фарсы телен сағылдырыусы грек яҙыуындағы бактрий яҙмалары билдәле.[9].
Төньяҡ Ҡара диңгеҙ алдында сарматтарҙың ҡәбер таштарында грек яҙыуы киң ҡулланыла.
Брахми
Брахми һинд яҙмаһы сак телдәрендәге будда текстарын яҙыу өсөн ҡулланыла.
Иранды ғәрәптәр бойһондорғандан һуңғәрәп яҙыуы ҡулланыла башлай. X быуаттағы бай яңы фарсы әҙәбиәтендә ғәрәп яҙыуы менән мазендера, әзери, хорезм телендәге яҙмалар билдәле. Артабан ҡурд, пашто, гурани телендәге тәүге әҙәби ҡомартҡылар барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта ғәрәп яҙыуы түбәндәге телдәрҙә ҡулланыла:
Латин яҙыуы үҙенсәлекле формала төрөк -әзербайжан йоғонтоһонда булған телдәр яҙмаһында ҡулланыла
Тат теле өсөн яңы әзербайжан алфавиты ҡулланыла.
Совет осоронда кириллица тарала, улар 1930-40 йылдарҙа «латин» этабын үтә:
Иран телендә һөйләшеүселәр халыҡ һаны буйынса ла төрлө. Әгәр бер яҡта фарсы теле өҫтән булһа, ҡайһы бер урында мунджан булыу ихтимал[10].
Тел | Телде белеүселәр | Рәсми статус | Сфера использования | Письменность |
---|---|---|---|---|
Фарсы (шул иҫәптә дари һәм тажик) | 70 млн. | государственный в Иране, Афганистане, Таджикистане | национальный язык, доминирует во всех сферах, развитая литература с X в., СМИ, наука, межнациональное общение (второй язык для ок. 90 млн чел.) | арабо-персидский алфавит, кириллица (таджикский) |
Пушту | 36 млн. | государственный в Афганистане, язык пакистанской провинции Хайбер-Пахтунхва и Зоны племён (статус официально не закреплён) | национальный язык, литература с XVII в., СМИ, в меньшей степени межнациональное общение | арабо-персидский алфавит |
Курд | 26 млн. | официальный язык автономии Иракский Курдистан | литература с XVI в., СМИ | латиница (основная), арабо-персидский алфавит, редко кириллица |
Белудж | 9,5 млн. | Пакистан провинцииһы Белуджистан (рәсми, тик теркәлмәгән) һәм иран останы Систан һәм Белуджистан. | ограниченная литература, радио, газеты | арабо-персидский алфавит |
Лур-бәхтийәр диалекты | 4,3 млн. | юҡ, тарҡау диалекттар | бытовое общение, редко на радио | редко арабо-персидский алфавит |
Мазенд | 4 млн. | юҡ | бытовое общение, базар, работа | редко арабо-персидский алфавит |
Гилян | 3,5 млн. | юҡ | бытовое общение, базар, работа, редко на радио | редко арабо-персидский алфавит |
Зазак | 1,5 — 2,5 млн самаһы | юҡ | бытовое общение | редко латиница |
Осетин | 500 мең | Көньяҡ Осетияла һәм Төньяҡ Осетия-Аланияла дәүләт теле. | литература с кон. XVIII в., СМИ | кириллица |
Тати диалекты | 250 мең | юҡ, айырым диалекты | бытовое общение | нет |
Талыш | 200 мең | юҡ | бытовое общение | редко кириллица или латиница |
Тат (таулы-йәһүд) | 125 мең | Дағстанда дәүләт телдәренең береһе | бытовое общение, редкие СМИ | редко кириллица, латиница или еврейский алфавит |
Шугнан (башҡа шугнан-рушан телдәре менән) | 90 мең | юҡ | бытовое общение, спорадические издания, межнациональное общение у памирских народов | редко кириллица |
Гурани | 50 мең | юҡ | бытовое общение, религиозная литература секты Ахл-е Хакк | арабо-персидский алфавит |
Ҡайһы бер телдәр конфессия эсендәге йәнле аралашыу өсөн ҡулланыла:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.