From Wikipedia, the free encyclopedia
Курсанов Андрей Львович (26 октябрь [8 ноябрь] 1902, Мәскәү — 20 сентябрь 1999, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй биохимигы, СССР Фәндәр академияһы (1953) һәм Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһы (1985) академигы, Лев Иванович Курсановтың улы.
1926 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. 1929 йылда — Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлай[5]. 1935 йылдан 1953 йыл буйынса СССР Фәндәр академияһының биохимия институтында энзимология лабораторияһы мөдире булып эшләй. 1940 йылда Курсановҡа биология фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[6]. 1946 йылдың 4 декабрендә СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[7].
1952-1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының К. А. Тимирязев исемендәге үҫемлектәр физиологияһы институты менән етәкселек итә[6]. 1953 йылдың 23 октябрендә СССР Фәндәр академияһының академигы итеп һайлана[7]. 1984—1988 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында үҫемлектәр физиологияһы кафедраһын етәкләй[8]. 1985 йылда Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһы академигы итеп һайлана[6].
1999 йылдың 20 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнә[9].
Андрей Львович Курсанов Поляр-Альп ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм «Апатит» тресы инженерҙары менән берлектә лишайниктарҙан глюкозалы крахмал шәрбәте алыу технологияһын эшләй.[10].
«Физиология растений» журналын ойоштора[11].
Үҫемлектәр туҡымаларында ферменттарҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. Запрометов Михаил Николаевич менән бергә сәй катехиндарының ҡан капиллярҙары стеналарын нығытыу һәләтен асыҡлай[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.