From Wikipedia, the free encyclopedia
Кейековтар — дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусының Иҫке Соҡор ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) башҡорттарынан.
Кейековтар | |
| |
Нәҫел китабы теркәлгән губерна: |
Ырымбур губернаһы |
---|---|
Башлап ебәреүсе: | |
Барлыҡҡа килгән урыны: |
Уҫы даруғаһының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы), Ирәкте улусы Иҫке Соҡор ауылы |
Подданлығы: |
Кейековтарҙың башҡорт нәҫеле 1802 йылдағы Ырымбур губернаһы нәҫел китабына яҙылған.
Башҡорт нәҫеле Кейековтарҙың нигеҙләүсеһе Шәрип Кейеков — прапорщик (1776), тархан. Баяр конфедераттарына ҡаршы походында, Пугачевтың Крәҫтиән һуғышын баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. 1797 йылға тиклем Ғәйнә һәм Ирәкте волостарының старшинаһы, шул уҡ ваҡытта 1750—1797 йылдарҙа — Уҫы даруғаһында баш старшинаһы була. Көмөш һәм ҙур алтын миҙалдары менән бүләкләнә, һуңғыһының ал яғында императрица профиле төшөрөлгән һәм «Башкирский главный старшина Шариф Кийков жалован сей медалью за верность, за храбрость, за его службу. 1774 г.» тип яҙылған[1].
Шәриф Кейековтың улдары араһында билдәлеләре:
Абдулла Шәриповтың 7 улы араһынан иң билдәлеләре:
Ниғмәтулла Кейековтың 10 улы араһынан иң билдәлеләре:
Төхвәтулла Абдулловтың улдарынан Ғибәтулла (1790—1847), Мөхәммәтғәли (1793—1823), Нәсибулла (1798—?) билдәле.
Ғәбделсәлих Кейековтың алты улы араһынан иң билдәлеләре:
Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улының улы:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.