әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы (7 октябрь 1953 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010). 2003 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2013).
Нәҙерғолов Миңлеғәли Хөсәйен улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 октябрь 1953 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Ишбулды, Ҡашҡар ауыл Советы (Йылайыр районы), Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Башҡорт дәүләт университеты Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Әүҙемлек урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Миңлеғәли Нәҙерғоловтың ғилми тишеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Әбделҡадир Инан, Ғәли Соҡорой, Фазыл Туйкин, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғарифулла Кейеков һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. «Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары» («Историко-функциональные жанры башкирской литературы», 2002), «XVI—XX бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре» («Башкирские историко-литературные сочинения XVI — начала XX века», 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡорт әҙәбиәте антологияһы һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.