Джеймс Прескотт Джоуль
From Wikipedia, the free encyclopedia
Джеймс Пре́скотт Джо́уль (ингл. James Prescott Joule; 24 декабрь 1818 йыл — 11 октябрь 1889 йыл) — термодинамиканың үҫешеүенә тос өлөш индереүсе Бөйөк Британия физигы. Тәжрибәләрҙә Энергия һаҡланыу законын нигеҙләй. Электр тогының йылылыҡ тәьҫирен асыҡлаусы законды аса. Газ молекулаларының хәрәкәт итеү тиҙлеген иҫәпләй һәм уның температураға бәйле булыуын асыҡлай.
Эксперимент ярҙамында һәм теоретик яҡтан йылылыҡтың асылын өйрәнеп, уның механик эш менән бәйләнешен аса. Һөҙөмтәлә Майер менән бер үк ваҡытта тиерлек энергияның дөйөм һаҡланыу концепцияһына килә, был, үҙ сиратында, термодинамиканың беренсе законы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Томсон менән бергә температураның абсолют шкалаһы өҫтөндә эшләй, магнитострикция күренешен һүрәтләй, ҡаршылығы билдәле булған үткәргес аша үтеүсе ток менән унда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ миҡдары араһында бәйләнеште аса (Джоуль — Ленц законы). Физик эксперимент техникаһына ҙур өлөш индерә, күп үлсәү приборҙары ҡоролошон камиллаштыра.
Энергияны үлсәү берәмеге уның хөрмәтенә джоуль исемен йөрөтә.