Термодинамика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Термодинамика (греч. θέρμη — «йылылыҡ», δύναμις — «көс»[3] и постепенно вытеснил другое название этой дисциплины — «механическая теория теплоты».|group=K}}) — макроскопик системаларҙың[4] дөйөм үҙенсәлектәрен һәм ошо системаларҙа энергияны тапшырыу һәм әүерелеү ысулдарын өйрәнә торған физика бүлеге[5]. Термодинамикала температура төшөнсәһе менән аңлатып була торған торош һәм процесстарҙы өйрәнәләр. Термодинамика — тәжрибә факттарын дөйөмләштереүсе феноменологик фән. Термодинамик системаларҙа үтеүсе процесстар, күп киҫәксәләрҙән торған системаларҙа, механикала һәм электродинамикаланан айырмалы рәүештә айырым атом һәм молекулалар өсөн ҡулланып булмай торған макроскопик дәүмәлдәр (температура, баҫым, компоненттар концентрацияһы) ярҙамында аңлатыла.
Термодинамика | |
Әһәмиәтле кеше | Сади Карно[d], Джеймс Прескотт Джоуль һәм Вальтер Герман Нернст[d] |
---|---|
Өйрәнеү объекты | количество теплоты[d], температура, механическая работа[d], Энергия, термодинамическая система[d], тепловой процесс[d], интенсивная/экстенсивная физическая величина[d], термодинамическое состояние[d], баҫым[d], энтропия[d], термодинамическое равновесие[d], начала термодинамики[d], термодинамические потенциалы[d] һәм термодинамическая работа[d] |
Һештег | Thermodynamics |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Термодинамика Викимилектә |
Хәҙерге феноменологик термодинамика бер нисә постулат нигеҙендә үҫешә торған ҡәтғи теория булып тора. Әммә был постулаттарҙың термодинамик системала киҫәксәнең тәьҫир ителеше һәм үҙенсәлеге менән бәйләнеш статик физикала аңлатыла. Статик физика, шулай уҡ термодинамиканың ҡулланыла алыу мөмкинлектәренең сиген билдәләй[6].
Термодинамика закондары дөйөм характерлы һәм атом кимәлендә айырым матдәләр төҙөлөшө менән бәйле түгел. Шуға күрә, энергетика, теплотехника, фазалар күсеше, химик реакциялар, күсеш күренеше, ҡара упҡын кеүек киң даирәләрҙә лә уңышлы ҡулланыла[7][8].
Термодинамика химия һәм физиканың химик технологиялар, аэрокосмос техникаһы, машиналар, күҙәнәк биологияһы, биомедицина инженерия, материаловедение кеүек төрлө өлкәһендә мөһим урын алып тора һәм хатта иҡтисад өлкәһендә лә ҡулланыла.