Физика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Физика (от бор. грек. φυσική — «тәбиғәт» от φύσις — «тәбиғәт») — тәбиғи фән өлкәһе: тәбиғәттең иң дөйөм закондары, материя, уның төҙөлөшө, хәрәкәте һәм трансформация ҡағиҙәләре тураһындағы фән. Физика төшөнсәләре һәм уның закондары бөтә тәбиғи фәндең нигеҙен биләй. Теүәл фән ул.т[1][2]. Теүәл фән.
Физика | |
Өйрәнеү объекты | материя[d] һәм Энергия |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | физика өйрәнеүсе талип[d] |
Һештег | physics |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | fizik. |
Stack Exchange сайты | physics.stackexchange.com |
Физика Викимилектә |
«Физика» термины тәү башлап антиклыҡтың бөйөк аҡыл эйәләренең береһе — Аристотель (беҙҙең эраға тиклем IV быуат) яҙмаларында барлыҡҡа килә. Тәүҙә «физика» һәм «фәлсәфә» терминдары синоним була, сөнки ике дисциплина ла Ғаләмдең төҙөлөшөн аңлатыу теләгенә нигеҙләнә. Әммә XVI быуаттың фәнни революция һөҙөмтәһендә физика үҙ аллы фәнни тармаҡҡа әүерелә.
Хәҙерге заманда физиканың әһәмиәте сиктән тыш юғары. Хәҙерге йәмғиәтте үткән быуаттар йәмғиәтенән айырып торған бөтә нәмә физик асыштарҙы ғәмәли ҡулланыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шулай итеп, электромагнетизм өлкәһендәге тикшеренеүҙәр телефондарҙың һәм артабан кеҫә телефондарының барлыҡҡа килеүенә килтерә, термодинамикалағы асыштар автомобиль эшләү мөмкинлеген бирә, электроника үҫеше компьютерҙар барлыҡҡа килеүенә килтерә. Фотониканы эшләү ғәмәлдәге электрон ҡорамалдарҙы алмаштырасаҡ яңы — фотоник — компьютерҙар һәм башҡа фотоник ҡорамалдар булдырыу мөмкинлеген бирә. Газ динамикаһының үҫеше самолеттарҙың һәм вертолеттарҙың барлыҡҡа килеүенә килтерә.
Тәбиғәттә барған процестар физикаһын а\лау даими киңәйә һәм тәрәнәйә бара. Яңы асыштарҙың күбеһе тиҙҙән техник һәм иҡтисади ҡулланыш таба (атап әйткәндә, сәнәғәттә). Әммә тикшеренеүселәр даими рәүештә яңы серҙәр менән осраша — был күркнкштәрҙе аңлау өсөн яңы физик теориялар кәрәк була. Тупланған белем күп булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге заман физикаһы тәбиғәттең бөтә күренештәрен аңлатып бирә алмай.
Физик ысулдарҙың дөйөм фәнни нигеҙҙәре фәнде белеү һәм методика теорияһында эшләнә.
Рус теленә «физика» һүҙен М. В. Ломоносов индерә, ул Рәсәйҙә беренсе физика дәреслеге — Х. Вольфтың «Вольф эксперименталь физикаһы» дәреслегенең немец теленән тәржемәһен баҫтырып сығара (1746). Физиканың рус телендәге тәүге үҙенсәлекле дәреслеге булып П. И. Страхов яҙған «Физиканың ҡыҫҡаса контуры» (1810) курсы һанала.