ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Губин Виктор Евдокимович (17 март 1919 йыл — 3 сентябрь 1996 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Өфө нефть институтының беренсе ректоры (1954—1964). Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1973). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Йырсы Андрей Губиндың олатаһы.
Губин Виктор Евдокимович | |
рус. Виктор Евдокимович Губин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рус. Виктор Евдокимович Губин |
Тыуған көнө | 17 март 1919 |
Тыуған урыны | Белогорск, Белогорский район[d] |
Вафат булған көнө | 3 сентябрь 1996 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Балалары | Виктор Викторович Губин[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | инженер-механик |
Эш урыны | ӨДНТУ |
Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Виктор Евдокимович Губин 1919 йылдың 17 мартында Амур өлкәһенең Александровское ауылында[1] (1926 йылдан ҡала, хәҙер Белогорск исемен йөрөтә) тыуған.
Һарытау ҡалаһында нефть техникумын (1938), нефть һәм газ ташыу һәм һаҡлау буйынса инженер-механик һөнәре буйынса Мәскәү нефть институтын (1948) тамамлаған.
Техник — механик, нефтебаза директоры, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, төҙөлөш буйынса инженер, баш механик булып эшләгән.
1952 йылдың сентябренән 1953 мартына тиклем — нефть һаҡлау һәм ташыу кафедраһы мөдире, нефть-химия факультеты деканы.
1953 йылдың мартында фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса институт директоры урынбаҫары, 1954 йылдың сентябренән — Өфө нефть институтының беренсе ректоры була.
1952—1965 — Өфө нефть институтында нефть механика факультеты деканы, директор урынбаҫары, ректор;
1965—1976 —Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ғилми-тикшеренеү институты директоры;
1977—1986 йылдарҙа — Өфө нефть институтының «Һыу менән тәьмин итеү» кафедраһы мөдире ;
1986—1991 йылдарҙа — «Аква-био» предприятиеһының директоры.
Уның етәкселеге аҫтында Өфө нефть институтының төп уҡыу корпусы, ятаҡтары төҙөлә, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында институттың киске факультеттары ойошторола. Павловка һыуһаҡлағысы яры буйында спорт-һауыҡтырыу лагеры асыла, нефть әҙерләү һәм ташыу буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында лабораториялар комплексы төҙөлә, институт бөтә союз статусын ала, нефть системалары реологияһының һәм уларҙың ташыу технологияһының бәйләнеше нигеҙҙәрен, нефттәрҙең реологик үҙенсәлектәренә физик-химик йоғонто процестарын өйрәнә һәм һәм улар менән һурҙырып ағыҙғанда идара итеүҙең технологик принциптарын эшләй.
Трансконтиненталь нефть үткәргестәрҙең проектлауҙа һәм файҙаланыуҙа ҡулланылған норматив-техник документтарҙың база комплексы менән етәкселек итә.
Илдә етештерелгән беренсе «ДН-1» депрессаторы ойоштороусыларының һәм етештереүселәренең береһе була.
Пермь, Кишинев һәм башҡа ҡалаларҙың заводтарында ағып төшкән һыуҙарҙы ауыр металдарҙан таҙартыу буйынса биохимик ысул эшләй һәм индерә.
Уйлап табыуға 36 авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты, 150-нән ашыу ғилми баҫма эштәре бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.