Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, БДБ (рус. Содружество Независимых Государств, СНГ) — элекке СССР составындағы республикаларҙан барлыҡҡа килгән ҡайһы бер дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе халыҡ-ара ойошма. БДБ дәүләттәрҙән өҫтөн торған берләшмә түгел һәм ирекле нигеҙҙә эш итә.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ) | |
| |
Ағза |
Ағзалар:
Ассоциация:
Ҡатнашыусы:
|
---|---|
Штаб-фатирҙары |
Минск: Киров ур., 17 |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Дәүләт етәкселәре советы рәйесе | |
Хөкүмәт башлыҡтары советы рәйесе | |
Тыш эштәр министрҙары советы рәйесе | |
Даими вәкилдәр советы рәйесе | |
Башҡарма сәркәтип | |
рәйес дәүләт | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Викимилектә | |
Ойошманың барлыҡҡа килеүе
БДБ РСФСР, Белоруссия һәм Украина башлыҡтары тарафынан 1991 йылдың 8 декабрендә Брест эргәһендәге Вискулиҙа (Беловежа урманы) (Белоруссия) "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен ойоштороу тураһындағы килешеү"гә (киң мәғлүмәт сараларында Беловежа килешеүе тип йөрөтөлә) ҡул ҡуйыу юлы менән нигеҙләнә.
Преамбулаларҙан һәм 14 статьянан торған документта нығытылыуынса, ССР Союзы халыҡ-ара хоҡуҡ һәм геосәйәси ысынбарлыҡ субъекты булараҡ йәшәүен туҡтата. Ләкин халыҡтарҙың тарихи берлеге, улар араһындағы бәйләнештәр нигеҙендә, ике яҡлы договорҙарҙы, демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә ынтылышты, бер-береңде таныу һәм дәүләт суверенитетын хөрмәт итеү нигеҙендә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ынтылышты иҫәпкә алып, яҡтар Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһен ойошторорға килешә[1].
Килешеү 10 декабрҙә — Белоруссия һәм Украина Юғары Советтары, ә 12 декабрҙә Рәсәй Юғары Советы тарафынан ратификациялана[2]. Рәсәй парламенты документты күпселектең ыңғай тауышы менән ратификациялай: «ыңғай» — 188 тауыш, «ҡаршы» — 6 тауыш, «тыйылып тора» — 7[3], һөҙөмтәлә РСФСР Конституцияһының 104-се статьяһы боҙола, сөнки Беловежа килешеүе дәүләт ҡоролошона ҡағылышлы булғанлыҡтан һәм ошо сәбәпле Конституцияға үҙгәреш индергәнлектән уны ратификациялау өсөн юғарғы дәүләт органын — РСФСР-ҙың Халыҡ депутаттары съезын йыйыу талап ителә[4]. 1992 йылдың апрелендә Рәсәй Халыҡ депутаттары съезы Беловежа килешеүен ратификациялауҙан өс тапҡыр баш тарта[5][6][7], ошо сәбәпле ул 1993 йылдың октябрендә ҡыуып таратыла, ләкин документты барыбер ратификацияламай[8][9].
1991 йылдың 13 декабрендә Ашхабад ҡалаһында Үҙәк Азиялағы СССР составында булған биш дәүләттең — Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың, Тажикстандың, Төрөкмәнстандың һәм Үзбәкстандың президенттары осраша. Улар ойошмаға инеү тураһында Белдереү ҡабул итә, шулай уҡ тарҡалыусы Союз субъекттарының тиңлеген һәм БДБ дәүләттәренең бөтәһен дә ойоштороусы итеп таныуҙы талап итә[10][11]. Артабан Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев мәсьәләләр буйынса фекер алышыу һәм уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн Алма-Атала йыйылырға тәҡдим итә.
Был осрашыуҙа 11 элекке союздаш республика — Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Үзбәкстан, Украина башлыҡтары була (Латвия, Литва, Эстония һәм Грузия ҡатнашмай). Һөҙөмтәлә 1991 йылдың 21 декабрендә Алма-Ата декларацияһына ҡул ҡуйыла, унда БДБ-ның маҡсаттары һәм принциптары тураһында яҙыла[12]. Шулай уҡ БДБ ойоштороу тураһындағы килешеүгә протокол ҡабул ителә[13]. Алма-Ата осрашыуы элекке СССР республикаларының суверенлы дәүләттәргә әйләнеү процесын тамамлай[10]. Килешеүҙе иң һуңғы булып Молдавия (1994 йылдың 8 авгусы) ратификациялай. 1993 йылда Грузия БДБ-ның ғәмәли ағзаһы була[14].
БДБ дәүләттәре башлыҡтарының беренсе осрашыуы 1991 йылдың 30 декабрендә Минскиҙа үтә, ойошманың юғарғы органы — Дәүләттәр башлыҡтары советы — раҫлана. Унда һәр дәүләт бер тауышҡа эйә була, ә ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә[15]. Шулай уҡ "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы дәүләттәр башлыҡтары советының Ҡораллы көстәр һәм Сик буйы ғәскәрҙәре тураһындағы килешеүе"нә ҡул ҡуйыла, уға ярашлы, дәүләттәр үҙ Ҡораллы көстәрен ойошторорға хоҡуҡлы була[16].
1993 йылдың 22 ғинуарында Минскиҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Уставы ҡабул ителә[17], ул ойошманың төп документы булып тора[18].
БДБ дәүләттәренең интеграцияланыу тарихы
2011 йылдың 18 октябрендә Берләшмәлә ҡатнашҡан һигеҙ дәүләт — Рәсәй Федерацияһы, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия һәм Тажикстан ирекле сауҙа зонаһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, ул берләшмә киңлегендә ирекле сауҙа алып барыу режимын көйләгән йөҙҙән ашыу ике яҡлы килешеүҙе алмаштыра[19][20].
Берләшмәлә ҡатнашыусы дәүләттәр
Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе Уставына ярашлы, Уставты ҡабул иткән мәлгә БДБ ойоштороу тураһында 1991 йылдың 8 декабрендәге килешеүгә һәм уның 1991 йылдың 21 декабрендәге Протоколына ҡул ҡуйған һәм ратификациялаған дәүләттәр уны ойоштороусылар булып тора. Уставты ҡабул иткәндән һуң бер йыл эсендә унда теркәлгән йөкләмәләрҙе өҫтөнә алған ойоштороусы дәүләттәр уның ағзаһы булып тора[21].
Дәүләт | БДБ-ны ойоштороу тураһындағы 1991 йыл 8 декабрь килешеүен ратификациялау датаһы |
БДБ-ны ойоштороу тураһындағы килешеүгә 1991 йыл 21 декабрь Протоколын ратификациялау датаһы [22][23] |
БДБ Уставын ратификациялау датаһы[23] |
---|---|---|---|
Әзербайжан[24] | — | — | 24.09. 1993[25][26] |
Әрмәнстан | 26.12.1991 | 26.12.1991 | 9.11.1993 |
/ Белоруссия | 10.12.1991[27] | — | 18.01.1994[28] |
/ Ҡаҙағстан | 23.12.1991[29] | 23.12.1991[29] | 31.03.1993[30] |
Ҡырғыҙстан | — | 6.03.1992[31] | 18.12.1993[32] |
Молдова | 8.04.1994[33] | — | 26.04.1994[34] |
/ Рәсәй Федерацияһы | 12.12.1991[35] | ратификацияланмай[36] | 15.04.1993[37] |
/ Тажикстан | 25.12.1991[38] | 26.06.1993[39] | 26.06.1993 |
/ Туркменистан | 26.12.1991 | 26.12.1991 | ҡул ҡуйылмай[17][36] |
Үзбәкстан | 4.01.1992[40] | 4.01.1992[40] | 6.05.1993[41] |
Украина[42] | 10.12.1991[43] | ратификацияланмай[36] | ҡул ҡуйылмай[17][36] |
Ойошманың маҡсаттары
БДБ уның бөтә ағзаларының суверенлы тиңлеге башланғысында нигеҙләнгән, шунлыҡтан бөтә ҡатнашыусы дәүләттәр халыҡ-ара хоҡуҡтың үҙ аллы субъекттары булып тора. Берләшмә дәүләт түгел һәм дәүләт өҫтөндә тороу вәкәләттәренә эйә түгел[44].
Ойошманың төп маҡсаттары:
- сәйәсәт, иҡтисад, экология, гуманитар, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү;
- ҡатнашыусы дәүләттәрҙең уртаҡ иҡтисади киңлек, дәүләт-ара кооперация һәм интеграция сиктәрендә үҫеше;
- кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү;
- халыҡ-ара именлекте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек, дөйөм һәм тулы ҡоралһыҙланыуға өлгәшеү;
- үҙ-ара хоҡуҡи ярҙам;
- ойошмала ҡатнашыусы дәүләттәр араһындағы бәхәстәрҙе һәм конфликттарҙы тыныс хәл итеү[45].
Ҡатнашыусы дәүләттәрҙең уртаҡ эшмәкәрлеге өлкәләре:
- кешенең хоҡуҡтарын һәм төп иректәрен тәьмин итеү;
- дөйөм иҡтисади киңлекте, таможня сәйәсәтен булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек;
- транспорт, элемтә системаларын үҫтереүҙә хеҙмәттәшлек;
- һаулыҡты һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау;
- социаль һәм миграция сәйәсәте мәсьәләләре;
- ойошҡан енәйәтселек менән көрәш;
- оборона сәйәсәте һәм тышҡы сиктәрҙе һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек[46].
БДБ органдары
БДБ дәүләттәре башлыҡтары советы юғарғы орган булып тора. Совет йылына ике тапҡыр ултырышҡа йыйыла[47] Ә БДБ хөкүмәттәре башлыҡтары советы ҡатнашыусы дәүләттәрҙең башҡарма органдарының иҡтисад, социаль һәм башҡа уртаҡ мәнфәғәттәр өлкәләрендәге хеҙмәттәшлеген көйләй. Йылына ике мәртәбә йыйыла[48]. Дәүләттәр башлыҡтары советында ла, Хөкүмәттәр башлыҡтары советында ла ҡарарҙар консенсус нигеҙендә ҡабул ителә[49]. БДБ дәүләттәре урыҫ алфавиты тәртибендә ошо ике органда рәйеслек итә[50].
Дәүләттәр башлыҡтары советы рәйестәре
- 1.01.1994 — 31.12.1999 Ельцин Борис Николаевич[51]
- 25.01.2000 — 29.01.2003 Путин Владимир Владимирович[52]
- 29.01.2003 — 16.09.2004 Кучма Леонид Данилович[53]
- 16.09.2004 — 20.05.2006 Путин, Владимир Владимирович[54]
- 20.05.2006 — 5.10.2007 Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы[55]
- 5.10.2007 — 31.12.2008 Баҡыев Ҡорманбәк Сәли улы[56]
- 1.01 — 11.09.2009 Воронин Владимир Николаевич[57]
- 1.01 — 31.12.2010 Медведев Дмитрий Анатольевич[58]
- 1.01 — 31.12.2011 Рахмон Эмомали[59]
- 1.01 — 31.12.2012 Бердымөхәммәдов Ғорбанғулы Мәликғулы улы[60]
- 1.01 — 31.12.2013 Лукашенко Александр Григорьевич[61]
- 1.01 — 4.04.2014 Янукович Виктор Фёдорович
- 4.04. — 31.12.2014 Лукашенко Александр Григорьевич[62]
- 1.01.2015 йылдан алып Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы[63]
- 1.01.2016 йылдан алып Атамбаев Алмазбек Шаршенович[64]
Хөкүмәттәр башлыҡтары советы рәйесе
- Сариев Темир Аргембаевич (2016[65])
Сит ил эштәре министрҙары советы рәйесе
- Идрисов, Ерлан Әбелфәйез улы (2015[66])
БДБ-ның даими органы — Минскиҙағы (Белоруссия) БДБ Башҡарма комитеты һәм уның Мәскәүҙәге (Рәсәй) Бүлексәһе[67].
БДБ-ның Башҡарма секретарҙары
Башҡарма секретариат 1993 йылдың 14 майында ойошторола[68]. Шуға тиклем секретариат бурыстарын Координация-Консультация Комитеты (ККК) башҡара, ул БДБ илдәре вице-премьерҙарынан тора.
Башҡарма секретарь вазифаһы 1993 йылда индерелә:
- Коротченя Иван Михайлович (14.05.1993[69]—1998 йй.);
- Березовский Борис Абрамович (1998—1999 йй.);
- Яров Юрий Федорович (1999—2004 йй.);
- Рушайло Владимир Борисович (2004—2007 йй.);
- Лебедев Сергей Николаевич (2007 йылдан).
БДБ эргәһендәге даими вәкилдәр советы
БДБ-ның башҡа органдары
- БДБ-ның Сит ил эштәре министрҙары советы
- БДБ-ның Иҡтисади советы
- БДБ-ның Оборона министрҙары советы
- БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Эске эштәр министрҙары советы
- БДБ-ның Берләшкән ҡораллы көстәре советы
- БДБ-ның Сик буйы ғәскәрҙәре командующийҙары советы
- БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Именлек органдары һәм махсус хеҙмәттәре етәкселәре советы
- БДБ-ның Парламент-ара ассамблеяһы
- Иҡтисад суды
- БДБ-ның Статистика комитеты
- БДБ-ның Финанс-банк советы
- БДБ-ла ҡатнашыусы дәүләттәрҙең Террорға ҡаршы үҙәге
- Кеше хоҡуҡтары буйынса комиссия
- Дәүләт-ара банк
- БДБ-ның Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды
БДБ илдәре ҡатнашлығындағы башҡа интеграцион берләшмәләр
Халыҡ-ара ойошма булараҡ БДБ дәүләттәре араһында «яҡынлыҡ нөктәләре» күп түгел. Шунлыҡтан Берләшмә илдәре лидерҙары альтернатив юлдар эҙләй. БДБ киңлектәрендә уртаҡ маҡсаттарға эйә ойошмалар барлыҡҡа килгән:
- Коллектив именлек тураһындағы договор илдәре, унда Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан инә.
- Евразия иҡтисади союзы (ЕАЭС) — Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, күҙәтеүсе илдәр — Украина, Молдавия.
- Таможня союзы — Белоруссия, Ҡаҙағстан, Рәсәй Федерацияһы.
- Берҙәм иҡтисади киңлек — Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй Федерацияһы.
- Үҙәк Азия хеҙмәттәшлеге (ҮАХ) — Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Рәсәй Федерацияһы. 2005 йылдың 6 апрелендәге ҮАХ саммитында ҮАХ бөтөрөлдө.
- Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШХО) — Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Пакистан, Рәсәй Федерацияһы, Тажикстан, Үзбәкстан, Һиндостан.
БДБ ағза-дәүләттәре башлыҡтарының осрашыуҙары
- 1991, декабрь — Вискули, Алма-Ата
- 1992, октябрь — Бишкек
- 1993, апрель — Минск
- 1994, октябрь — Мәскәү
- 1995, май — Минск
- 1996, май — Мәскәү
- 1997, ғинуар — Мәскәү
- 1998, апрель — Мәскәү
- 1999, апрель — Мәскәү
- 2000, июнь — Мәскәү
- 2001, октябрь — Мәскәү (10-сы, юбилей).
- 2002, октябрь — Кишинёв
- 2003, сентябь — Ялта
- 2004, сентябрь — Астана
- 2005, август — Ҡазан
- 2006, октябрь — Минск
- 2007, октябрь — Дүшәмбе
- 2008, октябрь — Бишкек
- 2009, октябрь — Кишинёв
- 2010, май — Мәскәү
- 2011,сентябрь — Дүшәмбе (20-се, юбилей).
- 2012, май — Мәскәү
- 2012, декабрь — Ашхабад
- 2013, октябрь — Минск
- 2014, октябрь — Минск
- 2015, октябрь - Бурабай
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.