From Wikipedia, the free encyclopedia
Баязит (рус. Баязитово) — Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 640 кеше булған[1]. Почта индексы — 452088, ОКАТО коды — 80244865002.
Ауыл | |
Баязит | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1253 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 888 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 943 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 725 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 715 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 640 | 305 | 335 | 47,7 | 52,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле- Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса, фаразланыуынса, башҡорт ихтилалдарында (1735—1740) әүҙем ҡатнашҡандары өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителеп, типтәрҙәр ҡатламына күсерелгән башҡорттар нигеҙ һала. 1753 йылда шундай уҡ шарттарҙа Нуғай даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттары, 1766 йылда Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы Һарыһаҙ‑Таҡырмән ауылы башҡорттары, 1784 йылда типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлаша.
Ауыл тәүге төпләнеүсе Баязит Дауытов исеме менән аталған (1722—1789). Баязиттар аҫабаларҙан 1777 (31 март) һәм 1779 йылдарҙа килешеүҙәр ала. Һөҙөмтәлә «уларға бирелгән ер уларға мәңгелек биләмә итеп беркетелгән».[3]
1795 йылда 28 йортта 156 кеше йәшәгән, 1865 йылда 130 йортта — 720 кеше.Халҡы малсылыҡ, игенселек, ағас эше, тире эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет , училище булған. 1906 йылда 2 мәсет, һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.[4]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.