From Wikipedia, the free encyclopedia
Көсөк, Ай-Көсөк рус. Кучуково — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 72 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820007.
Ауыл | |
Көсөк Көсөк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Көсөк ауылы 1834 йылда тәүге төпләнеүсе исеменән барлыҡҡа килә, унда 98 кеше йәшәй. Көсөктөң улдары билдәле. Өлкән улы Айҙарәли, кесе улы Айҙәрбәк Көсөков. 25 йылдан һуң ауылда 18 хужалыҡта 202 кеше иҫәпләнә. 1859 йылда Көсөк ауылында 18 хужалыҡ иҫәпләнгән, унда рәүиз 38 ғаилә асыҡлаған. 103 кешенең 180 аты, 40 һыйыры, 150 һарығы, 15 баш кәзәһе булған. Һандар күсмә хужалыҡтың килемһеҙлеген күрһәтә. Шул уҡ 1842 йылда 40 бот ужым һәм 392 бот яҙғы иген сәселгән. Айырым кешеләр йөҙ боттан ашыу иген сәскән. Былар — Сибай Ғәбделғәзизов, Байморат Аҡкөсөкөов, Әхмәт Байгильдин, Абүбәкер Сәйетов һәм Бикбай Ғәбделғәзизовтар[2].
2008 йылға тиклем Һөйөндөк ауыл Советына ингән.
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
43) Учалы районы буйынса:
б)Илсеғол ауылында административ үҙәге менән «Илсеғол ауыл Советы» атамаһын һаҡлап, Илсеғол һәм Һөйөндөк ауыл советтарын берләштерергә.Һөйөндөк ауыл советының Көсөк, Һөләймән, Һөйөндөк, Устиновка ауылдарын Илсеғол ауылы Советына индерергә.
Һөйөндөк ауыл Советын мәғлүмәттәр иҫәбенән төшөрөп ҡалдырырға.
Илсеғол ауыл Советының сиктәрен күрһәтелгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 72 | 40 | 32 | 55,6 | 44,4 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[3].
Ауылда башҡорт теленең көнсығыш һөйләш теле — мейәс һөйләше ныҡ үҫешкән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1816 йылда[4] Көсөк ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.