Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 йыл — 2 февраль 1917 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе[1].
Зәйнулла Рәсүлев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Туңғатар улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы), Шәрип ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Троицк ҡалаһы |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
дин әһеле |
Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы Викимилектә | |
Халыҡта әүлиә һәм табип һымаҡ та билдәле булған. Шәрҡиәтсе В. В. Бартольд уны башҡорттарҙың «рухи короле» тип атай[2].
Зәйнулла Рәсулев 1833 йылдың 20 мартында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 25 мартында) Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районының) Шәрип ауылында башҡорт муллаһы ғәиләһендә тыуған.
Рәсүлевтар сығышы менән башҡорт ҡәбиләһе ҡыуаҡандан[3] булғандар[4]. Зәйнулланың шәжәрәһе артабанғыса булған: Туҡһаба-бей→ Ҡаңлы→ Миңтәй→ Шахмай→ Һеркә→ Манғут → Ятабей→ Яңыш→ Ураҙғәли→ Моратҡол→ Тупый→ Солтанай→ Ғашиҡ→ Байрамғол→ Муса→ Рәсүл→ Хәбибулла→ Зәйнулла[5].
Зәйнулланың фамилияһы ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәриф алынған, ул Шәрип ауылы мәсетенең имамы һәм уның янындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була. Зәйнулланың атаһы Хәбибулла тыуған ауылының мәҙрәсәһен тамамлап унда мөҙәрис булып эшләй[4]. ХIX—XX быуаттарҙағы ҡайһы бер рәсми документтарҙа Зәйнуланың фамилияһы Хәбибуллин[6] тип яҙылған. Зәйнулланың әсәһе — күренекле Аҙнасура-ишандың яҡын туғаны булған[7].
Зәйнулланың дүрт ҡатыны, биш улы һәм дүрт ҡыҙы булыуы билдәле[5]. Улы Ғабдрахман (1881—1950) СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер Диниә назаратының мөфтөйө итеп һайланған.
Тәүге осорҙа Зәйнулла ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәрифтең мәҙрәсәһендә уҡый[4]. 1843—1845 йылдарҙа башҡорт кантоны үҙәге булған Малай-Муйнаҡ ауылындағы Мөхәмәт Бохариҙың мәҙрәсәһендә белем ала. Ул мәрхүм булғандан һуң Яҡуп бин Әхмәт әл-Ахундила уҡый һәм уның менән бергә 1848 йылда Ахун ауылына күсә[8].
1851 йылда Троицк ҡалаһының йәмиғ мәсете янындағы Әхмәт бин Хәлит Рахманғол әл-Манғари (әл-Минкари; 1821—1921) мәҙрәсәһенә — «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға бара. Әхмәт хажи Бохараның Коклеташ мәҙрәсәһен тамамлай һәм Нәҡшбәндиә дини йәмғиәте ағзаһы булып китә, артабан Истанбулда уҡыуын дауам итеп шәйех тигән исем алып йөрөргә хоҡуҡ ала һәм тыуған яғына ҡайтып Троицк ҡалаһында тәүге мәҙрәсә аса. Уның уҡыу йортонда ғәрәп һәм фарсы телдәрен, Ҡөрьән тәфсирен һәм башҡаларҙы өйрәнгәндәр[4]. Зәйнулла Рәсулев шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһына башлай.
Зәйнулла Рәсулев «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен 1858 йылда тамамлай[9] һәм Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы улусы Аҡҡужа (Юлдаш) ауылы мәсете янындағы мәҙрәсәлә мөҙәрис булып эшләй. Ырымбур губернаһы идаралығының 1859 йылдың 23 майҙағы фарманға ярашлы ошо уҡ ауылдың мәсетенең указлы муллаһы — имам-хатибы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе булып рәсми рәүештә раҫлана[8].
1859 йылда Шәрәфетдин бин Зәйнетдин Эстәрлетамаҡиның шәкерте булған шәйех Ғабдулхәким Ҡорбанғәли (1809—1872) ярҙамы менән Мөдйәҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы булып китә[4].
1869 йылда Мәккә һәм Мәҙинәгә барып тәүге тапҡыр хаж ҡыла. 1869—1870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү (тәриҡ) ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истанбулда уҡ Хәлиҙиә йүнәлешендәге Нәҡшбәндиә суфыйы Әхмәт Зыяитдин Гөмөшхәнәүиҙең (1813—1893) тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт — иджазнамә ала. Әхмәт-суфый ислам ғилемен һаҡлап ҡалырға, ғалимдарҙың тормош юлын һәм хеҙмәттәрен өйрәнергә саҡырған; Төркиә ҡалаларында нәшриәт һәм күп кенә китапханалар аса[4].
Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип, шул иҫәптән тәсбих тағып йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн (Мәүлитте) байрам итеү һәм башҡаларҙы индерә[10]. Дини тәғлимәтте һәм шәриәтте тәрән белеү, табипсылыҡ итеү, алдан күрә белеүсәнлек һәләттәре Зәйнулла Рәсулевҡа дини остаз — ишан исеме биреүгә булышлыҡ итә. Рәсүлевтың имамдар рәтенән үҙенең мөридтәре барлыҡҡа киләләр, ә Верхнеурал, Троицк һәм Златоуст өйәҙҙәрендәге эйәреүселәрҙең дөйөм һаны 7 меңгә барып етә[8].
Рәсүлевтың халыҡ араһында тиҙ данға ҡаҙаныуы һәм уның төбәк чиновниктарына йоғонтоһо тиҙ артыуы, Ҡорбанғәлиевтарға һәм башҡа консерватив ҡарашлы дин әһелдәренә оҡшап етмәй, улар уны Ғосман дәүләте файҙаһына пропагандалау һәм ялған дини тәғлимәт таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә, 1872 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Зәйнулла Рәсулевты Өфөгә саҡырта, унда ишан яҙма рәүештә үҙенең ҡараштарын яҙып бирә һәм унан бөтә ғәйепләүҙәр сиселә. Әммә батша хакимиәте Рәсүлевты күп кенә сәйәси сыуалыштарға килтертеүсе һәм «башҡорт Шамилы» тип ҡулға ала[4]. Өфө һәм Ырымбур төбәк хакимиәттәренә бигерәк тә Рәсүлевтың башҡорттарға үҙ ерҙәрен һатмаҫҡа, рустар менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәргә инмәҫкә тигән саҡырыуҙары оҡшап етмәгән[11]. Һигеҙ ай дауамында Златоуст төрмәһендә ултырып сыҡҡандан һуң, 1873 йылдың ғинуарында Ғатаулла Әбделмаликов менән бергә Вологда губернаһының Никольск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. 1876 йылда Рәсүлевты төрмәлә тотоу режимы еңеләйә һәм ул Кострома ҡалаһына күсерелә. 1881 йылда мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилев булышлығы менән, Рәсүлевҡа тыуған яғына ҡайтырға мөмкинлек бирелә[8]. 1881 йылда Зәйнулла Рәсүлев Аҡҡужа (Юлдаш) ауылына ҡайтып төшә.
1882 йылда икенсегә хажға бара, Истанбулда йәнә Гөмөшхәнәүи менән осраша, яңы китаптар ала. 1883 йылдың аҙағында Зәйнулла Рәсүлевтың элекке остазы — Әхмәт бин Хәлит Рахманғол, Ырымбур губернаһы ахуны булараҡ, уға Троицк ҡалаһының 5-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын тәҡдим итә.
1884 йылда Зәйнулла Рәсүлев ғаиләһе менән Троицк өйәҙ ҡалаһына күсә, мәсет янында һуңыраҡ «Рәсүлиә» исемен алған мәҙрәсә аса. Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Мәсет һәм мәҙрәсә эргәһендә Зәйнулла-ишан менән осрашырға килеүсе мосолмандар өсөн ҡунаҡхана һәм ашхана төҙөлә, китапхана асыла. Ишандың 10 меңләп мөридтәре була. АҠШ ғалимы Х. Алгар буйынса, ХХ быуат башында Волга, Урал һәм Себер яҡтарының ҡала һәм ауылдарының йөҙәрләнгән имамдар ишан йоғонтоһо аҫтында булалар[12].
Зәйнулла Рәсүлевтың булышлыҡ итеүе арҡаһында Троицк ҡалаһы Рәсәй империяһы мосолмандарҙың мөһим мәғариф үҙәгенә, һәм Наҡшбндийә-хәлиҙиә дини йәмғиәтенең тәғлимәтен таратыр өсөн терәк пунктына әйләнә. Рәсүлев йәдитселек реформаларын яҡлап сыға, уның мәҙрәсәһендә яңы уҡыу-уҡытыу алымдары, программалары һәм ижтимағи фән төрҙәре индерелә. 1898 йылда, мәҙрәсәлә уҡырға теләүселәр тағы ла артҡас, үҙ аҡсаларына уның бинаһын киңәйтә. 1903 йылда мәҙрәсәләге мөҙәрислекте улы Ғабдрахманға тапшыра, әммә аҙнаһына бер Ҡөрьән тәфсирен уҡыта. 1905 йылда үҙенең килеменә яңы 2 ҡатлы мәҙрәсә бинаһы корпусын һәм сит яҡтан килгән шәкерттәр өсөн 2 ҡатлы ятаҡ төҙөй[8].
Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерттәре араһында мөфтөйҙәр: Ғәлимйән Баруди (1857—1921), Ғабдрахман Рәсүлев (1881—1950) һәм Шәкир Хыялетдинов (1890—1965), Дағстан ҡазыйы Сәйфулла Башларов (1853—1919), һәм башҡа бихисап билдәле мосолман дин әһелдәре була. 1901 йылда Ҡазандағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә тәүге нигеҙ ташын һала. Морат Рәмзинең ике томлы тарихи китабын 1907—1908 йылдарҙа нәшер итеүҙең сығымдарын Зәйнулла Рәсүлев ҡаплай. Был китапта колонизация осоронда башҡорттарҙың 2 млн дисәтинә ере тартып алыныуы хаҡында һ. б. тураһында яҙыла һәм Морат Рәмзинең был хеҙмәте батша властары менән тыйыла һәм һатыуҙан алына[4].
Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы билдәле[13].
1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.