Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Ҡунаҡбай ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 683 кеше[1]. Почта индексы — 453740, ОКАТО коды — 80253845004. Яйыҡ аҡҡан торлаҡ пункт.
Ауыл | |
Юлдаш Юлдаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл совтеы | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Юлдаш ауылы Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында, Илтабан һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан[2].
Юлдаш ауылына Нуғай даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1737 йылдан улус старшинаһы Аҡҡужа Ҡолөмбәтов исеменән Аҡҡужа атамаһы менән билдәле. XVIII быуаттың 2-се яртыһынан Юлдаш Нөркин (1738—1819) исемен йөрөтә. Улдары Әзебай һәм Тулыбай тыуған ауылдарында йәшәй.
1795 йылғы V рәүиз ваҡытына Юлдаш (Аҡҡужа) ауылындағы 30 хужалыҡта 244 кеше, 1859 йылда 47 йортта 298 кеше теркәлә. 1866 йылда 151 хужалыҡта — 954 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған.
1900 йылда мәсет, һыу тирмәне иҫәпкә алынған.
Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 106 йортта 547 кеше йәшәгәнлеге билдәле була[3].
Әлеге ваҡытта Юлдаш ауылында төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, балалар халыҡ театры), китапхана, мәсет бар[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 1245 | ||||
1920 йыл 26 август | 1545 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1074 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 805 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 636 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 670 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 683 | 329 | 354 | 48,2 | 51,8 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Юлдаш ауылында башҡорттар (94 %) йәшәй[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1816 йылда[6] Юлдаш ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Йылғалар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.