From Wikipedia, the free encyclopedia
Мосолов Георгий Константинович (3 май 1926 йыл — 17 март 2018 йыл) — совет осоусы-һынаусыһы. Полковник. Советтар Союзы Геройы (1960), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Алты авиация донъя (улар араһында өсөһө — абсолют) һәм өс Бөтә Союз абсолют рекорды ҡуйыусы. Юрий Гагарин менән дуҫ булған.
Мосолов Георгий Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 3 май 1926 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 март 2018[1] (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй[2] |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик, летчик-һынаусы, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Мәскәү авиация институты |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Мосолов Георгий Константинович Викимилектә |
Георгий Константинович Мосолов 1926 йылдың 3 майында Өфө ҡалаһында тыуған.
1943 йылда В. П. Чкалов исемендәге Үҙәк аэроклубын тамамлай, аэроклуб Ҡазан ҡалаһына эвакуациялана. Ҡыҙыл армияла — 1944 йылдан. 1945 йылда — башланғыс белем биреү лётчиктар мәктәбен, 1948 йылда — Чугуев хәрби авиация лётчиктар училищеһын, 1949 йылда — Юғары офицер авиация-инструктор мәктәбен (Грозный) тамамлай.
1951 йылға тиклем Чугуев хәрби авиация лётчиктар училищеһында лётчик-инструктор була. 1953 йылда — Летчик-һынаусылар мәктәбен, 1959 йылда Мәскәү авиация институтын тамамлай.
1953 — 1962 йылдарҙа — А. И. Микоян исемендәге ОКБ-ла (Айырым конструктор бюроһы) осоу-һынау эшендә була (1959—1962 йылдарҙа — ОКБ-ла өлкән осоусы-һынаусы). Айырым конструктор бюроһының осоу станцияһында баш инженер булып эшләй.
1966 йылдан алып — запаста . Юғары комсомол мәктәбенең авиация бүлегендә, сит илдәрҙә «Аэрофлот» вәкиле булып хеҙмәт итә (1992 йылға тиклем).
2018 йылдың 17 мартында Мәскәүҙә вафат була.
CH, СД-5, СИ-6, СМ-9/2, СМ-9/3, (МиГ-19С), Е-2, И-3У, И-7У, И-75, СМ-12ПМ, И-75Ф, Е-6/3, Е-66 (МиГ-21), Е-152А, Е-6/9, Е-152, Е-8,Е-166 истребителдәрҙең беренсе экземплярҙарының осоу һынауҙарын үткәрә һәм беренсе осоуын башҡара. МиГ-17 (СДК-5), МиГ-17 (СДК-7), МиГ-17 (СИ-10), МиГ-17 (СИ-16), Е-2А, МиГ-19ПУ (СМ-50), Е-4, Е-6/4, Е-7 истребителдәрҙең һыеауҙарында ҡатнаша. Ул күп кенә реактив двигателдәрҙең беренсе экземплярҙарының, радионавигация, эләктереп алыу (перехват) һәм ҡоралланыуҙың төрлө һынау системаларының һынау осоуҙарын үткәрә.
Гермошлемдағы уның фотографияһы күп кенә сит ил гәзит һәм журналдарында баҫылды, оҙаҡ йылдарға совет реактив авиацияһының үҙенсәлекле визит карточкаһы булып торҙо.
1962 йылдың 11 сентябрендә Георгий Мосолов Е-81 сираттағы яңы машинаға һынау үткәрә. 10.000 метр бейеклектә һәм М=1.7 тиҙлектә двигатель компрессорының 6-сы кимәл дискыһы емерелә. Ярсыҡтарҙың береһе двигателдең корпусын, фюзеляжды һәм элерон зонаһындағы ҡанаттың уң консолен тишеп үтә һәм ике гидросистеманы ла сафтан сығара. Самолёттан катапультланыу 800 км/сәғәт тиҙлеккә тиклем рөхсәт ителә, ләкин инде баш түбән әйләнгән, пикеға киткән машинаның тиҙлеген кәметеү килеп сыҡмай һәм лётчик-һынаусы машинаны ашығыс рәүештә 8000 метр бейеклектә ҡалдыра. Кабинала булған саҡта уҡ уның башы йәрәхәтләнә һәм уң ҡулы һына, катапультланғандан һуң ел көсө тиҙлеге арҡаһында аяғы һына. Парашют асылғандан һуң кәүҙәһе лямка менән уратыла һәм лётчик башы менән аҫҡа ҡарай эленеүле хәлдә ҡала. Ҙур ҡыйынлыҡ менән лётчик ергә тиклем бер нисә секунд алда лямканы шылдырыуға өлгәшә. Ергә төшкән саҡта икенсе аяғы һына.
Мосолов 5 сәғәт буйы ҡотҡарыусыларҙың килеп етеүен көтә. Уны Мәскәүҙәге С. П. Боткин клиник дауаханаһына илтәләр. Табиптар, күп һанлы һыныуҙарҙан тыш, башының ауыр йәрәхәтләнеүен билдәләйҙәр. Киләһе көндә Мосолов аңын юғалта, тыны туҡтала, табиптар клиник үлемде раҫлайҙар. Әммә реанимацион ғәмәлдәр һәм артабанғы операция барышында уны тормошҡа кире ҡайтарыуға өлгәшелә.
Тиҙҙән тағы ла бер операция кәрәк була — боғаҙын ҡырҡыу (горлосечение). Икенсе тапҡыр клиник үлем раҫлана. Яһалма һулыш аппараты тоташтырыла. Бер нисә тәүлек табиптар лётчиктың ғүмере өсөн көрәшә.
Йәрәхәттәре Георгий Константиновичты оҙаҡҡа дауахана карауатына беркетә. Табиптар рөхсәт биргәс тә беренселәрҙән булып, дуҫы өсөн янып-көйгән Юрий Гагарин килеп етә. Артабан палатаға туғандары, яҡындары, дуҫтары өҙлөкһөҙ килә башлай. Бындай терапия ыңғай һөҙөмтә бирә, Мосолов һауыға башлай. Бер йылдан һуң ғына ул аяҡтары менән ергә баҫа. Әммә ауыр йәрәхәттәре уға башҡаса осоу эшенә ҡабаттан ҡайтырға мөмкинлек бирмәй.
1969 йылдың сентябре — 1973 йылдың майы — СССР-ҙың Хоккей федерацияһы рәйесе. 1969—1973 йылдарҙа СССР Хоккей федерацияһы президиумы ағзаһы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.