Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Миәкә районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Илсеғол (рус. Ильчигулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 569 кеше[2]. Почта индексы — 452089, ОКАТО коды — 80244828001.
Ауыл | |
Илсеғол башҡ. Ильчигулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Илсеғол ауылы Советы (Миәкә районы) |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452089 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 692 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | 509 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 663 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 569 | 275 | 294 | 48,3 | 51,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Илсеғол ауылына 17 быуаттың 2‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1700 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында Бөрйән улусы (ауылдың үҙҙәре ултырған өлөшөн Бөрйән-Илсеғол тип атағандар) һәм шулай уҡ даруғаның Тамъян улусы Ҡушый ауылы (хәҙерге Әбйәлил р‑ны) башҡорттары, 1762 йылда мишәрҙәр килеп ултырған, тип фаразлана.[4]
Һуңғылары 1763 йылдың 22 июлендәге килешеү буйынса керҙәш сифатында ҡабул ителгәндәр. Ошо ауылдың Бөрйән улусы башҡорттары тураһында сығанаҡтарҙың береһендә былай тип әйтелә: " Уларҙың Ырымбур губернаһының Һаҡмар йылғаһы буйлап Верхнеурал өйәҙендә үҙҙәренең аҫаба ерҙәре бар, ләкин ысын төбәген белмәйҙәр. Акттары ла юҡ. Улар бында элек-электән. Унда күсергә теләйҙәр (йәғни үҙҙәренең аҫаба еренә). Уларҙың тамғалары бөтә бөрйәндәрҙең дөйөм тамғаһына тап килә- = —> — I (яғылбай).
Керҙәш башҡорттарҙың был ауылға керҙәшлек ваҡыты тураһында һөйләгәндә, 1822 йылда хорунжий Аман Дәүләтҡолов үҙенең үтенесендә былай тип яҙған: "122 йыл элек (йәғни 1700 йылда) улар батша Иван Васильевич тарафынан раҫланған ерҙә,Илекәй-мең улусы Илсеғол ауылында 20 йорт төҙөп,һөрөнтө ерҙәрҙе, бесәнлектәрҙе, урман биләмәләрен бергәләшеп, тиң файҙаланып, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, йәнлек аулап, балыҡсылыҡ кәсебе менән шөғөлләнеп, 1821 йылға тиклем бәхәсһеҙ-ниһеҙ йәшәгәндәр.
«Ҡапыл ауылдаштарыбыҙ һәм Ҡунҡаҫ халҡының яртыһынан күберәге беҙҙе, керҙәштәр тип атап, тәүҙә сабылған бесәндең 995 күбәһен тартып алыу менән ҡыҫырыҡлай башланы. Бәләбәй суды беҙҙе яҡламаны. 7143 йылдың 18 ғинуарында (йәғни, 1635 йыл) бирелгән хәтер ҡағыҙы буйынса, ер бөтәһенеке лә булып иҫәпләнә.» Асыҡланмаған сығанаҡтарһыҙ, Аман Дәүләтҡоловтың ата-бабаларының ошо ауылға керҙәшлек ваҡыты тураһында раҫлауҙарын иҫбатлау мөмкин түгел. Бәлки, был ауылдың ул ваҡытта исеме икенсерәк булғандыр. Ләкин Илсеғол — антропонимдан, документтарҙа тәүге тапҡыр 1738 йылда теркәлгән һәм һуңынан 14 улус старшинаһы булған Илекәй-Мең улусының аҫаба башҡорто Илсеғол Таймаҫов исеме менән бәйле. Уның тамғаһы — //
1795 йылда,13 йорттан 35 аҫаба башҡорт,22 йорттан 115 керҙәш башҡорт (башлыса бөрйәндәрҙән), шулай уҡ ике ғаиләнән 10 мишәр — атаһы һәм улының ҡатыны ревизия иҫәбенә алына.[5]
Икенсе сығанаҡтан мәғлүмәт.
1795 йылда Илсеғолда 37 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 йылда 44 йортта — 276 кеше (малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр; мәсет булған), Бөрйән-Илсеғолда 66 йортта — 305 кеше (малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр). 1906 йылда бер Илсеғол ауылы, 1920 йылда Иҫке Илсеғол (Яңы Илсеғол бүлендек ауылы 20 быуат башынан алып 2005 йылға тиклем булған) һәм Бөрйән‑Илсеғол ауылдары иҫәпкә алынған, 30‑сы йылдарҙан башлап улар хәҙерге исемде йөрөткән ауыл булараҡ бергә иҫәпкә алына. И. И.Ғүмәров, С. С.Яҡшығолов ошо ауылда тыуған.[6]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.