IV—VI быуаттарҙа Һиндостанда Гупта династияһы башлығындағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Гупта империяһы (санскр. गुप्त, gupta, һинд गुप्त राजवंश) — IV—VI быуаттарҙа Һиндостанда Гупта династияһы башлығындағы дәүләт. Гупта династияһы идаралығы осоро Һиндостан тарихына алтын быуат булараҡ керә[1], был ваҡытта милли әҙәбиәттең, һынлы сәнғәттең, архитектураның һәм философияның төп ҡанундары эшләнә.
Гупта династияһының сығышы бәхәстәр тыуҙыра, уларҙың тыуған ере Уттар-Прадештың көнсығышы йәки Магадха өлкәһе булыуы мөмкин. Династияның өсөнсө вәкиле Чандрагупта I «батшаларҙың батшаһы» титулын Личчхави кланы ҡыҙы һәм шул уҡ ваҡытта вариҫы менән никахлаша. Чандрагупта I биләмәләренең үҙәге булып, күрәһең, Праяга (хәҙерге Аллаһабад) булған.
Аллаһабад ҡалаһындағы Ашока колоннаһы яҙмаһы буйынса, Гупта империяһының төп яулап алыуҙары Чандрагуптаның улы һәм вариҫы — Самудрагупта идаралығы осоронда була. Самудрагупта илдең башҡалаһын баҫып алынған Паталипутраға (Патнаға) күсерә, һәм ул яулап алған территорияларын барыһын да ҡушмай, күпселек осраҡтарҙа, бигерәктә көньяҡта, еңелгән хакимдарҙың номиналь идаралығын һаҡларға тырышҡан. Колонналағы яҙманың хәбәр итеүенсә, Самудрагуптаның хакимлығын Непалдан алып Шри-Ланкаға тиклем бөтөн ерҙәлә танығандар.
Самудрагуптаның вариҫы — Чандрагупта II — бигерәктә мәҙәниәт эштәрендә данға ҡаҙана. Уджайндағы Көнбайыш Кшатраптарҙы хәл иткес һуғышта еңә. Чандрагупта II биләмәләре хаҡында Ҡытай сәйәхәтсеһе Фасянь тауисирлама яҙып ҡалдыра.
Гупта империяһы менән идаралыҡ итеү насар үҙәкләштерелгән булған. Императорҙарҙың туғандары йәки уға яҡын булған ғәскәр башлыҡтары (кумараматьяс) провинциялар (деша, бхукти) менән етәкселек иткәндәр. Провинциялар округтарға (прадеша, висайя) бүленгәндәр, улар менән сауҙәгәрҙәр, һөнәрселәр һәм яҙыусылар вәкилдәренән торған төбәк совет идара иткән. Күп кенә вазифалар быуындан быуынға бирелгәндәр. Байтаҡ ҡына көстәр даими рәүештә барлыҡҡа килеп торған сепаратизмды баҫтырырға киткән.
Чандрагупта II вариҫтарына төньяҡтан баҫып ингән күсмә ҡәбиләләрҙең — һундарҙың (эфталиттарҙың) һөжүмдәренә ҡаршылыҡ күрһәтергә тура килә. Был мәсьәләне династия вәкилдәре араһында булған ғауғалар тағы ла ауырға төшөрә. VI быуат аҙағына ҡарай Гупталар биләмәләре бер нисә тапҡыр кәмей. Бөтә төньяҡ Һиндостан эфталиттар менән оккупациялана.
Гупта династияһы үҙенең хакимлығы аҫтында Чандрагупта Маурья биләмәләренән саҡ ҡына аҙыраҡ Һиндостан ерҙәрен берләштергән. Хәҙерге тарих фәне буйынса Гупталар осорондағы «алтын быуат» тураһындағы миф бик үк дөрөҫкә яҡынлаштырмай. Гупталар дәүерендәге дәүләт ҡоролошо Чандрагупта Маурья заманы менән сағыштырғанда үҙәкләштермәгән тиерлек булған. Археология мәғлүмәттәре буйынса, алдараҡ йәшәгән Кушан батшалығы Гупта империяһынан күпкә байыраҡ булған, ә индуизмдың ысын үҫеше Гупталар дәүеренән һуңғы осорға тура килгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.