Һинд-иран телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд-ира́н, йәки арий телдәре — Һинд-Европа телдәре ғаиләһенең көнсығыш тармағы, берҙәм ата-бабаға — праһинд-иран теленә барып тоташа һәм боронғо һинд-ирандар миграцияһына бәйле. Хәҙерге һинд-иран телдәре йөрөтөүселәрҙең бер урында компакт таралып ултырыу урыны Памирҙан, Бенгалиянан һәм Шри-Ланканан Анатолияға, Сүриәгә һәм Төньяҡ Кавказға тиклем һуҙыла. Телдәр Тажикстанда, Афғанстанда, Бангладешта, Һиндостанда, Иранда, Непалда, Пакистанда, Шри-Ланкала; Урта Азия, Кавказ һәм Кавказ аръяғы төбәктәрендә: Әрмәнстанда, Әзербайжанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда таралған; Рәсәйҙең ошо ерҙәргә йәнәш ятҡан төбәктәрендә; Ираҡта, Ҡытайҙа, Сүриәлә, Төркиәлә таралған. Сиған теле һәм уға оҡшаш диалекттар бөтә донъяла, күпселек йәһәттән — Европала таралған. Фиджи, Маврикий һәм Суринамда ла байтаҡ һинд төркөмдәре бар. Телдәрҙе йөрөтөүселәр һаны 1,2 миллиард кешегә яҡынлаша, был ошо тармаҡты һинд-Европа телдәре араһында иң ҙуры булыуын раҫлай.
Һинд-иран телдәре | |
Таксон |
тармаҡ |
---|---|
Тарихи тыуған иле |
Рәсәйҙең Европа өлөшө |
Ареал | |
Телде белеүселәр һаны |
1,5 млрд тирәһе |
Классификация | |
Категория | |
Состав | |
нуристан телдәре, һинд-арий телдәре, иран телдәре, дард телдәре | |
Бүленгән ваҡыты | |
Процент совпадений |
48.5 % |
Телдәрҙең кодтары | |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-5 | |