Бангладеш
Көньяҡ Азиялағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бангладеш (бенг. বাংলাদেশ), рәсми исеме — Бангладеш Халыҡ Республикаһы (бенг. গণপ্রজাতন্ত্রী বাংলাদেশ) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт.
| |||||
Гимн: «Амар шонар Бангла» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1971 йылдың 26 мартында (иғлан ителә) 1971 16 декабрь (таныла)[1] ( Пакистандан) | ||||
Рәсми тел | бенгаль | ||||
Баш ҡала | Дакка | ||||
Эре ҡалалар | Дакка, Читтагонг | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр | Зиллур Рахман (Zillur Rahman) Шейх Хасина Вазед | ||||
Дәүләт дине | ислам (суннитского толка) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 92 144 000 км² 7% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 152 319 000[2] чел. (9) 1099,3 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
258,600 [3] долл. (48) 1 700[3] долл. | ||||
КПҮИ (2007) | ▲ 0.543 (146 урын) | ||||
Валюта | така (BTD, код 50) | ||||
Интернет-домен | .bd | ||||
Код ISO | BD | ||||
МОК коды | BAN | ||||
Телефон коды | +880 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +6 |
Халҡы — 171,7 млн кеше (2021 йыл)[4], территорияһы — 148 460 км². Донъяның иң күп халыҡлы иле (кәрлә илдәрҙе иҫәпкә алмағанда) — 1 км²-ға 1120 кеше. Халыҡ һаны буйынса донъяла һигеҙенсе һәм территорияһы буйынса туҡһан икенсе урынды биләй.
Баш ҡалаһы — Дакка. Дәүләт теле — бенгал теле.
Унитар дәүләт, парламент республикаһы. Economist Intelligence Unit мәғлүмәттәре буйынса, ил Демократия индексы буйынса гибрид режим тип классификациялана[5].
Бөтә периметры буйынса Һиндостан (көньяҡ-көнсығышта Мьянма менән сиктең ҙур булмаған участкаларынан тыш) һәм Бенгал ҡултығы менән уратып алынған.
Моноэтник дәүләт, халыҡтың 98 % бенгалдар тәшкил итә. Яҡынса 89 % ислам динен тота, 10 % — индуизм диненә ҡарай.
Үҫешеүсе иҡтисади аграр-сәнәғәт иле. 2020 йылда һатып алыу һәләте паритеты буйынса эске тулайым продукт күләме 917,8 млрд АҠШ доллары тәшкил итә (йән башына яҡынса 5400 АҠШ доллары). Аҡса берәмеге — Бангладеш такаһы.
Ил Бөйөк Британияның колониаль биләмәһе була, ул үҙ үҫешен XVII быуаттың беренсе яртыһында башлай һәм хәҙерге Бангладеш территорияһының күпселек өлөшөн XX быуат башына берләштерә. Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1971 йылдың 26 мартында иғлан ителә.