Пакистан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Пакиста́н (урду پاکِستان [paːkɪˈst̪aːn] — «таҙалар ере», ингл. Pakistan [ˈpækɪstæn] йәки [pɑːkiˈstɑːn]), тулы атамаһы — Пакиста́н Исла́м Респу́бликаһы (урду اسلامی جمہوریہ پاکِستان Ислами́ Джумхури́йе Пакиста́н, ингл. Islamic Republic of Pakistan) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Суверенлы сәйәси ойошма сифатында Пакистан 1947 йылда Британия Һиндостаны территорияһын бүлеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[5]. Пакистанды көньяҡтан Ғәрәбстан диңгеҙе йыуа, көньяҡ-көнбайышта Иран, төньяҡ-көнбайышта һәм төньяҡта Афғанстан, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай һәм көнсығышта Һиндостан менән сиктәш. Ҡоро юл сиктәре: Һиндостан — 2 912 км, Афғанстан — 2 430 км, Иран — 909 км, Ҡытай — 523 км. Пакистан — халыҡ һаны буйынса донъяла алтынсы һәм мосолман халҡы һаны буйынса (яҡынса 193 млн кеше) Индонезиянан ҡала икенсе урында — 191 045 616 кеше. (2016) Пакистан БМО, Милләттәр берҙәмлеге, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ҡатнашыусыһы, шулай уҡ үҫешеүсе илдәрҙең ойошмаһы «Төркөм 77» ағзаһы.
| |||||
Девиз: «Iman, Ittehad, Nazm (Иман, Берҙәмлек, Тәртип )» | |||||
Гимн: «Qaumi Tarana» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 14 август 1947 ( Бөйөк Британия) | ||||
Рәсми тел | урду теле һәм инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Исламабад | ||||
Эре ҡалалар | Карачи, Лахор, Фейсалабад | ||||
Идара итеү төрө | ҡатнаш республика | ||||
Президент Премьер-министр | Мамнун Хөсәйен Науаз Шәриф | ||||
Дәүләт дине | ислам (суннит мәғәнәһендә) | ||||
Территория • Бөтәһе | 34 803 940 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲193 885 498[1] чел. (6) 224,9 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2016) • Бер кешегә |
$984.205 млрд[2] долл. (26) $5,084[2] долл. | ||||
КПҮИ (2013) | ▲ 0.538[3] (түбән) (147 урын) | ||||
Валюта | пакистан рупияһы, (PKR, код 586) | ||||
Интернет-домен | .pk | ||||
Код ISO | PK | ||||
МОК коды | PAK | ||||
Телефон коды | +92 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм Asia/Karachi[d][4] |